Рендсбург элмәге
Рендсбург элмәге | |
Дәүләт | Германия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рендсбург |
Несёт на себе | Neumünster–Flensburg railway[d] |
Нимә менән тоташа | Бейек күпер (Рендсбург) |
Рендсбург элмәге Викимилектә |
Рендсбург элмәге (нем. Rendsburger Schleife) — Рендсбург ҡалаһындағы (Германияның Шлезвиг-Гольштейн федераль ерендә) спираль формалы бейек тимер юлы, ул Киль каналы өстөнән Ноймюнстер — Фленсбург линияһын Рендсбург станцияһы менән тоташтырып тора.
Төҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баштағы Киль каналы өҫтөндәге күпер 1890-сы йылдарҙа төҙөлә, ул боролошло күпер булған була. 1913 йылда, каналды киңәйтеү арҡаһында, ул яңы 42 метр бейеклегендә торған күпер менән алмаштырыла һәм канал өҫтөндә тороусы күперҙәргә булған талаптарға ярашлы итеп төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта поездар Рендсбург станцияһына инә алһын өсөн, уларға барлыҡ мөмкинлектәрҙе бирергә кәрәк була, ә быға тиклем станция каналға бик яҡын тора һәм канал өҫтөнән бик үк бейек тормаған күпер менән генә тоташтырылған була. Шуға күрә, күперҙең төньяҡ осонда тимер юлы элмәк формаһында юғары күтәртелә. Көньяҡтан Рендсбургҡа килгән поездар станцияға инеүҙән алда 360 градус боролош яһай. Ә төньяҡтан килгән поездар Рендсбург станцияһынан сыҡҡан саҡта, Киль каналы аша үтер өсөн, шул элмәк аша ғына Бейек күпергә сығып китә ала һм артабан Германияның башҡа төбәктәренә китә ала.
Schleife районы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рендсбург районы, унда элмәк төҙөлгән, ул Schleife (нем. «петля») тип аталған.