Рендсбург (станция)
| Рендсбург | |
| Автомагистраль системалары | Nahverkehrsverbund Schleswig-Holstein[d][1] |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Рендсбург |
| Хужаһы | Deutsche Bahn[d] |
| Хеҙмәтләндереүсе | DB Station&Service[d] |
| Рәсми асылыу датаһы | 18 сентябрь 1845 |
| Киләһе туҡталыш | Owschlag[d][1], Nortorf[d][1], Felde station[d][1] һәм Schülldorf[d][1] |
| Маршруты менән хеҙмәтләндерелә | Intercity-Express[d][2], RE 7 (Schleswig-Holstein-Express)[d][1], RE 74 (Schleswig-Holstein)[d][1] һәм RB 75 (Schleswig-Holstein)[d][1] |
| Тимер юл һыҙаты | Neumünster–Flensburg railway[d], Железная дорога Хузум — Киль[d][1], Rendsburger Kreisbahn[d] һәм Kiel-Hassee–Osterrönfeld railway[d][1] |
| Платформа эргәһендәге тимер юлы юлдары һаны | 4 |
| Мираҫ статусы | Heritage monument in Schleswig-Holstein[d] |
| Адрес | Am Bahnhof 20, 22, Bahnhofstraße |
| Рәсми сайт | bahnhof.de/bahnhof-de/ba… |
| Класс станции | category 4 railway station[d] |
| Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d][1] |
Рендсбург станцияһы Рендсбург ҡалаһында (Шлезвиг-Гольштейн германия ерҙәре) Ноймюнстер — Фленсбург линияһының һәм Киль — Рендсбург линияһының бергә тоташҡан ерендә урынлашҡан. Әлеге ваҡытта Bahn Deutsche компанияһы тарафынан идара ителә, ул 4-се категория станция һанала[3]. Әлеге ваҡыттағы Юбек аша булған маршруттан айырмалы рәүештә, элек Рендсбургтан Эрфде аша Хузумға ҡыҫҡа юл була, ул юл әле лә йөктәр ташыу өсөн ҡулланыла.
20 быуат башында Киль каналы, ә уның өҫтөнән Рендсбург элмәге өҫтөндә Рендсбург бейек күпере төҙөлә һәм Рендсбург станцияһын файҙаланырға мөмкинлек бирә. 2007-2009 йылдарҙа станцияның ҡыйығы ремонтлана. Һуңыраҡ платформалар тергеҙелә. Ремонт тамамланғандан һуң, станцияның биш юлы була, шуларҙың дүртәүһенең платформалары бар.
Операциялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылдың 9 декабренән башлап Intercity-Express алыҫ юл поездары Орхус — Гамбург — Берлин маршрутында һәм шулай уҡ EuroCity поездары Орхус — Гамбург маршруттарында Рендсбург станцияһында туҡтап торалар. Ял көндәрендә Фленсбург вокзалынан туранан-тура Берлинға барыусы InterCity ҡала-ара поездары ла Рендсбург станцияһында туҡталыш яһай.
Schleswig Regionalbahn Holstein DB (RB-SH) — Regional-Express һәм Regionalbahn поездары һәр ике сәғәт һәм һәр бер сәғәт һайын Фленсбург менән Ноймюнстерға йөрөп тора..
Хузум — Юбек — Шлезвиг — Рендсбург — Киль маршрутында Nord-Ostsee-Bahn (NOB, хәҙер Veolia Verkehr тарафынан идара ителә) хәҙерге заман поездары һәр сәғәт һайын йөрөп тора.
Поездарҙы яртышар сәғәт интервал менән йөрөтөү маҡсатында Киль — Рендсбург линияһын яҡшыртыу планлаштырылған.
Ҡала-ара һәм төбәк ташыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Линия | Маршруттар | Интервал |
|---|---|---|
| 76 ICE | Берлин (Көнсығыш вокзалы) – Гамбург – Ноймюнстер – Рендсбург – Фленсбург – Орхус | Индивидуаль хеҙмәт күрһәтә |
| RE | Schleswig-Holstein-Express: Падборг – Фленсбург – Рендсбург – Ноймюнстер – Гамбург | Һәр ике сәғәт һайын |
| RB | (Падборг) – Фленсбург – Рендсбург – Ноймюнстер | Һәр ике сәғәт һайын |
| NOB | Кил Кил – Рендсбург – Шлезвиг – Хузум | Һәр сәғәт һайын |
Юл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станцияның биш юлы бар, шуларҙың дүртәүһендә платформалар урынлашҡан. Поездар юлға түбәндәгесә сыға:
- 1 юл платформаһынан: Гамбургҡа барыусы ҡала-ара һәм RB-SH / Ноймюнстер төбәк поездары;
- 2 юл платформаһынан: Килгә барыусы төбәк NOB поезы.;
- 3 юл платформаһынан : Данияға барыусы ҡала-ара поезы, Падборг һәм Фленсбургҡа RB-SH поезы, Хузумға һәм Санкт-Петер-Ордингҡа барыусы NOB төбәк поезы ;
- 4 юл платформаһынан: регуляр ташыуҙар юҡ.
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поезд NOB Килгә табан.
- Поезд RB-SH Фленсбургҡа табан
- Вокзалдың сигнал манараһы
