Ригала М. В. Келдыш бюсы
Ригала М. В. Келдыш бюсы | |
латыш. Keldiša krūšutēls | |
Дәүләт | Латвия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рига |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Мстислав Всеволодович Келдыш бюсы 1978 йылда Ригала Латвия университетының төп бинаһы ҡаршыһында ҡуйылған.
Скульптор Лев Буковский һәм архитектор Георг Бауманис тарафынан бронзанан һәм граниттан эшләнгән
Постаментта ошондай яҙыу бар:Социалистик Хеҙмәт Геройы, академик Мстислав Всеволодович Келдыш, фән һәм техника үҫешендә айырым ҡаҙаныштары өсөн, донъяла беренсе «Восток» йыһан карабын эшләгәне һәм бортта кеше менән уны уңышлы осорғаны өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән 1961 йылдың 17 июнендә икенсе «Ураҡ һәм сүкеш» Алтын миҙалы менән бүләкләнә (латыш һәм рус телдәрендә).
Постаменттың ситендә 1990 йылдарҙа юғалған «Геройҙың Йондоҙҙары» урынлашҡан.
Башта һәйкәлде Эспланадала (ул саҡта «Коммунарҙар паркы» тип аталған), революция һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары бюстары араһында ҡуйыу планлаштырыла, сөнки М.В. Келдыштың бюсының күләме һәм стилистикаһы буйынса уларға оҡшаш була. Әммә комиссия ҡарары буйынса, һуңғы урыны булып Тимм күперенән алыҫ түгел Латвия университеты бинаһы алдындағы Ҡала каналы яры һайлана. Әлеге ваҡытта ла һәйкәл ошонда уҡ урынлашҡан[1]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Улица Академика Мстислава Келдыша (Рига)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ojārs Spārītis. Rīgas pieminekļi un dekoratīvā tēlnieciba. — Rīga: SIA Nacionālais apgāds, 2001. — ISBN 9984-26-024-0 (латыш.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бюст Мстислава Всеволодовича Келдыша на wikimapia.org