Рино
Рино | |
ингл. Reno | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1868 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Reno |
Кем хөрмәтенә аталған | Джессе Рено[d] |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары[1] |
Административ үҙәге | Уошо[d] |
Административ-территориаль берәмек | Уошо[d] |
Статистическая область | Reno metropolitan area[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Траки[d] |
Территория перекрывается с | Reno urban area[d][2] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Reno, Nevada[d] |
Хөкүмәт башлығы | Hillary Schieve[d][3] |
Халыҡ һаны | 264 165 кеше (1 апрель 2020)[4][5] |
Процент водной поверхности | 2,7072 процент[6] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1373 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Сан-Себастьян[d], Хацор-ха-Глилит[d], Йеллоунайф[d], Удонтхани[d], Тайчжун[d], Шэньчжэнь һәм Нальчик |
Майҙан |
285,2682 км²[7], 274,216347 км² (1 апрель 2010)[6], 289,055264 км² (1 апрель 2020)[8], 281,716689 км² (1 апрель 2020), 7,338575 км² (1 апрель 2020) |
Почта индексы | 89501–89503, 89506, 89509, 89511, 89512, 89519, 89521, 89523 |
Рәсми сайт | reno.gov |
Число домохозяйств | 105 321 ± 927[9] |
Доход на душу населения | 36 358 $[10] |
Урындағы телефон коды | 775 |
Рино Викимилектә |
Рино (ингл. Reno) — Невада штатының көнбайышындағы ҡала, АҠШ. Уошоу округының административ үҙәге. Ҡала халҡы 233 294 кеше тәшкил итә[11], Рино халҡының һаны буйынса Неваданың 4-се ҡалаһы (Лас-Вегас, Хендерсон һәм Норт-Лас-Вегастан ҡала) булып тора. Ҡала Сьерра-Невада тауҙары янында үҙәндә, Тахо күленән 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Йыш ҡына Риноны «донъялағы иң ҙур бәләкәй ҡала» (ингл In The Little World the Biggest City) тип атайҙар. Ҡала күп һандағы казинолары менән билдәле, бында Caesars Entertainment Corporation иң ҙур уйын компанияһына нигеҙ һалынған.
Ҡала Америка граждандар һуғышы геройы Джессе Ли Рено хөрмәтенә аталған.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, Ринола 180 480 кеше йәшәгән, шуларҙан 73 904 кешенең үҙ йорто булған. Халҡының күпселек өлөшөн аҡ тәнлеләр тәшкил итә — 77,5 процент, унан ҡала 19,2 % халҡы — латиноамерикадар, азиаттар — 5,3 %, ҡара тәнлеләр — 2,6 %, индеецтар — 1,3 %, гаваецтар һәм Океаниянан сыҡҡан башҡа кешеләр — 0,6 %.
2008 йылда Рино халҡы 217 016 кешегә тиклем, ә 2013 йылға — 233 294 кешегә тиклем арта[11]
Геологик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рино Тымыҡ океан һәм Төньяҡ Америка плиталары тоташҡан ерҙә тектоник ярылған урында урынлашҡан. 2008 йылда көн һайын көнөнә өс тапҡырға тиклем ике айҙан ашыу дауам иткән, даими арта барыусы магнитудалы (Рихтер шкалаһы буйынса максималь 5,0), ғүмерҙә булмаған ер тетрәүҙәр осрағы теркәлгән. Рино Сьерра-Невада тауҙарының ямғыр күләгәһендә урынлашҡан. Рино климаты ярымсүллек.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйын бизнесы ҡаланың төп керем сығанағы булып тора[12]. Ринола казинолар 1931 йылдан алып эшләй. Лас-Вегастың сәскә атҡан мәленә тиклем Рино хатта АҠШ-тың уйын баш ҡалаһы тип һанала. Һуңғы 20 йыл эсендә, «инддеецтар казиноһы» сәскә атыуы һәм юғарыла телгә алынған Лас-Вегастың алға китеше арҡаһында, ҡала был өлкәлә үҙенең позицияларын юғалта.
Рино һәм уның тирә-яғы популяр курорт урыны булып тора. Ҡала үҙенең тау саңғыһы курорттары менән билдәле[12].
Төҙөлөш материалдары, электрон ҡорамалдары етештереү, химия сәнәғәте үҫешкән.
Ринола International Game Technology, PC-Doctor, Port of Subs кеүек бер нисә эре компанияһының баш офистары урынлашҡан.
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ (unspecified title)
- ↑ United States Census Bureau 2023 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington: United States Census Bureau, 2023.
- ↑ https://www.reno.gov/government/city-council
- ↑ Explore Census Data – Reno city, Nevada — Бюро переписи населения США.
- ↑ Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ 6,0 6,1 United States Census 2010
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ Gazetteer Files – 2020 — Бюро переписи населения США.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ 11,0 11,1 Reno (city) QuickFacts from the US Census Bureau . quickfacts.census.gov. Дата обращения: 11 ноябрь 2015. 2015 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ 12,0 12,1 Рино - обитель казино, ломбардов и ...пенсионеров . Новости Владивостока (26 март 2009). Дата обращения: 22 август 2010. Архивировано 20 март 2012 года. 2011 йыл 22 ноябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «vlad» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Reno.gov 2012 йыл 11 май архивланған. — ҡалаһының рәсми сайты.