Эстәлеккә күсергә

Ғәбитов Риф Фәтих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Риф Фәтих улы Ғәбитов битенән йүнәлтелде)
Ғәбитов Риф Фәтих улы
Тыуған ваҡыты:

5 декабрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Аҙналы ауылы

Һөнәре:

филолог, бейеүсе, балетмейстер

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле, Стәрлетамаҡ бейеү театры

Наградалары:
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Ғәбитов Риф Фәтих улы (5 декабрь 1952 йыл) — бейеүсе, балетмейстер. 2000—2004 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).

Риф Фәтих улы Ғәбитов 1952 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Белорет районы) Аҙналы ауылында тыуған. Атаһы клубта эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәре була, ҡурайҙа, скрипкала уйнаған, йырлаған, бейегән.

1967—1970 йылдарҙа Өфөнөң 1-се интернат-мәктәбендә уҡый һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында университеттың Екатерина Варламова етәкселек иткән «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамблендә әүҙем шөғөлләнә.

Уҡыу йортон тамамлағас, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Бейеүгә һөйөү уны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алып килә, унда 1974—1992 йылдарҙа артист булып эшләй.

1992—1996 йылдарҙа Риф Ғәбитов — балет артисы һәм ансамбль ҡурайсыһы.

1995 йылда «Еҙ үксә», «Көтөүсе йыры», «Башҡортса краковяк» бейеүҙәрен ҡуйғаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә.

Артист карьераһын 1996 йылда тамамлап, Ғәбитов «Социнвестбанкта» эшләй.

2000 йылда Риф Ғәбитов халыҡ бейеүҙәре ансамбленә художество етәксеһе булып кире ҡайта. 2004 йылдан Стәрлетамаҡ бейеү театрын етәкләй.

Ғаиләһе: ҡатыны Светлана Алексеевна, улы, ике ҡыҙы, ейәндәре.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
  • Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты (1995)