Робин Казинс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Робин Казинс
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Бөйөк Британия
Тыуған көнө 17 август 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1] (66 йәш)
Тыуған урыны Бристоль[d], Бөйөк Британия
Һөнәр төрө фигурист
Тренер Карло Фасси[d]
Масса 66 килограмм[2]
Спорт төрө Фигуралы шыуыу
Спорт дисциплинаһы мужское одиночное фигурное катание[d]
Ҡатнашыусы Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1980 — одиночное катание (мужчины)[d] һәм Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1976 — одиночное катание (мужчины)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 183 сантиметр[2]
Победа Фигурное катание на зимних Олимпийских играх 1980 — одиночное катание (мужчины)[d]
Вики-проект Проект:Фигурное катание[d]
 Робин Казинс Викимилектә

Роберт Джон Казинс (ингл. Robert John Cousins)[3], Ро́бин Казинс (ингл. Robin Cousins; 1957 йылдың 17 авгусында тыуған) псевдонимы аҫтында сығыш яһаусы — яңғыҙ шыуыуҙа ҡатнашыусы Бөйөк Британия фигурисы, 1980 йылғы ҡышҡы Олимпия Уйындары чемпионы, Фигуралы шыуыу буйынса Европа чемпионаты чемпионы һәм фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионатының күп тапҡыр призёры[4][5].

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Казинс ярлы ғаиләлә үҫкән[6]. 12 йәшендә үк инде Бөйөк Британия чемпионатында яңы башлаусылар араһында, ә 14 йәшендә — юниорҙар араһында еңгән. Шул уҡ йылда ул халыҡ-ара ярыштарында беренсе тапҡыр сығыш яһай[7]. Карьера башында спортсыны йәрәхәтләнеүҙәр эҙәрлекләгәнлектән, һәр ваҡыт уңышлы сығыш яһай алмай[8]. Казинс сифатлы һикереүҙәре һәм программаһының «саф инглиз» юморы менән айырылып торһа ла, тотороҡһоҙ спортсы була. Күнекмәләр барышында, ул ярыштарҙағыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ сығыш яһаған[8].

1976 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында фигурист илде кәүҙәләндергән, әммә призёрҙар исемлегенә эләгә алмай. Казинстың беренсе ҙур уңышы булып, өс әйләнеп һикереүҙе бер тапҡыр ғына башҡарһа ла, 1977 йылдағы Европа чемпионатында алған миҙалы тора. Шул уҡ йылда ул Колорадоға күсеп килә һәм шул уҡ йылда Карло Фасси етәкселегендә күнекмәләр башлай. АҠШ-та инглиз Казинс америка акцентына эйә була[9]. 1978 йылдан Казинс, фигураларҙа көнәркәштәренә һиҙелерлек бирешһә лә, ирекле программаларҙа даими еңә. 1978 йылдағы донъя чемпионатында ирекле программала өс тапҡыр әйләнеп һикереүгә ҡоролған ике тулуп һәм сальхов яһай. 1979 йылда ул каскадта икеләтә флипҡа — өслө тулупҡа төшә, ирекле программала өслө һикереүҙә өс тапҡыр яһап, ота, ләкин өс төр суммаһы буйынса В. Ковалевтан (СССР) ҡалыша. 1980 йылғы Олимпиадала киҫкен көрәштә, һикереү буйынса байтаҡ артта ҡалышһа ла: Казинс һикереүҙәр каскадын эшләмәй, ябай ғына һәм төрлө өслө һикереү менән — ике тулуп һәм бер сальхов менән, өслө риттбергерҙы еренә еткереп эшләмәһә лә, ике судья тауышы менән, Я. Хоффманды (ГДР) еңә. Казинсты өсөнсө итеп күрһәткән америка судьяһы Р. Макинтайрға Халыҡ-ара конькиҙа шыуыу союзының шелтәһе иғлан ителә[10]. Бер ай үткәндән һуң, донъя чемпионатында еңелә (ҡыҫҡа программала аҙымдар юлында ҡыҙыҡ та ҡыҙғаныс та йығылыу арҡаһында) һәм һәүәҫкәр спорттан китә[6].

Казинс профессиональ ярыштарҙа һәм боҙ шоуҙарында сығыш яһай. 1983 йылда ул шуға оҡшаш шоуҙарҙы үткәреү буйынса үҙенең компанияһын булдырған[7]. Ул ике тапҡыр профессионалдар араһында донъя чемпионатында еңгән. Фигуралы шыуыу тураһындағы бер нисә фильмда төшә[11], шулай уҡ телевизион тапшырыуҙарҙа хореограф һәм продюсер булып сығыш яһай. Казинс шулай эшләй телекомментатор Би-би-си-ның телекомментаторы булып эшләгән[7]. 2005 йылда исеме Донъя фигуралы шыуыуының Дан залына индерелгән[12]. 2006 йылдан британия «Боҙ өҫтөндә бейеү» (инглиз Dancing on Icе) телешоу программаһында баш судья булып сығыш яһай.

Боҙҙа юғары сифатлы шыуыу һәм һирәк осраған элементтар — икеле һәм өслө һикереүҙән һәм башлаған аяғына ҡабат ергә төшкән акселдән һәм ике яҡҡа ла өйөрөлөп, икеле тулуптың аҙымдарынан торған каскадтары, йыраҡҡа һикереп «асыҡ» берле аксель кеүек академик стилдәр менән айырылып тора. Фигураларҙа һәр саҡ лидерҙарҙан еңелгән. Һәүәҫкәр карьераһы аҙағында судьялар, тупаҫ хаталары булыуына ҡарамаҫтан, Казинсҡа иң ҙур баһа (шул иҫәптән 5,9, бигерәк тә 1980 йылғы Олимпиадала) ҡуйған.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярыш 1973 1974 1975 1976 1977 1978 1979 1980
Ҡышҡы олимпия уйындары 10 1
Донъя чемпионаты 10 9 WDR 3 2 2
Европа Чемпионаты 15 11 11 6 3 3 3 1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. 2,0 2,1 Olympedia (ингл.) — 2006.
  3. Robin Cousins Biography and Olympic Results. Sports-Reference.com. Дата обращения: 21 декабрь 2009. Архивировано 16 июнь 2012 года. 2012 йыл 15 апрель архивланған.
  4.  (PDF)(PDF) European Championships (ингл.). ИСУ. Дата обращения: 9 декабрь 2009. Архивировано 12 апрель 2012 года.
  5. Абсалямова И. В. Столетняя история чемпионатов мира по фигурному катанию на коньках (одиночное катание): Учеб. пособие для студентов акад. и ин-ов физ. культ. / РГАФК. — М.: ФОН, 1997
  6. 6,0 6,1 Тарасова Т. А. Четыре времени года.— М.: Сов. Россия, 1985.— 176 с.
  7. 7,0 7,1 7,2 BBC Coverage: Robin Cousins (ингл.). Би-би-си (15 ғинуар 2002). Дата обращения: 21 декабрь 2009. Архивировано 16 июнь 2012 года.
  8. 8,0 8,1 Robin Cousins (British figure skater) (ингл.). Энциклопедия Британника. Дата обращения: 21 декабрь 2009. Архивировано 16 июнь 2012 года.
  9. David Michael Singleton, Lisa Ryan. Language Acquisition: The Age Factor. — Multilingual Matters, 2004. — С. 87. — 288 с. — ISBN 1853597570.
  10. Welcome to Sonia Bianchetti Garbato .:. Figure Skating Referee, Author
  11. Robin Cousins (ингл.). Internet Movie Database. Дата обращения: 21 декабрь 2009. Архивировано 16 июнь 2012 года.
  12. World Hall of Fame Members.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]