Рождествено (музей-усадьба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рождествено
Нигеҙләү датаһы 1974
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Рождествено[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ленинградская область/Гатчинский район (часть 2)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт rozhdestvenomuseum.ru
Указания, как добраться Музейная улица, 1
Карта
 Рождествено Викимилектә

РождественоЛенинград өлкәһе Гатчина районының Рождествено ауылындағы музей-усадьба, Ленинград өлкәһе дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһының «Музей агентлығы» филиалы.

Музейҙа ауыл тарихына һәм уның тирә-яҡтарына, шулай уҡ күренкеле яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе, энтомолог Владимир Набоковҡа арналған экспозициялар бар.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей урынлашҡан усадьба йорто XVIII быуат аҙағында «ҡала башлығы йорто» булараҡ төҙөлә. Бинаның архитекторы билдәһеҙ, бер нисек тә раҫланмаған фекерҙәр буйынса И. Е. Старов, Ф. И. Волков йәки Н. А. Львов булыуы мөмкин тип әйтелә.

1797 йылдың февралендә император Павел I указы буйынса усадьба һарай яны кәңәшсеһе Ефремов Николай Ефремович биләмәһенә күсә. Йорт эргәһендә парк, хужалыҡ ҡаралтылары төҙөйҙәр.

1856 йылда имение Петербург ҡалаһына ҡаҙнаһына һалына, ә 1857 йылда уны Ю. Д. Манухина һатып ала. 1872 йылдан 1878 йылға тиклем усадьба беренсе гильдиялы сауҙагәр К. Я. Бушҡа ҡарай.

1890 йылдың сентябрь айында имениены ғәмәли статский советник, алтын сәнәғәтсеһе Иван Васильевич Рукавишников һатып ала. Бынан һуң йортта ремонт үткәрелә, ә усадьбала ҡош аҙбары, ат аҙбары, теплица, теннис корты төҙөлә. 1901 йылда В.И. Рукавишниковтың улы Василий имениеның хужаһы була, ә 1916 йылда — В. И. Рукавишниковтың ир туғаны Набоков Владимир Владимирович.

1917 йылдан һуң усадьбала ветеринария техникумының ятағы урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бинала нацистарҙың юл бүлеге урынлаша, ә һуғыштан һуң йортта ауыл мәктәбе урынлаша.

1957 йылда Рождествено ауылы китапханаһы эргәһендә «Рождествно ауылы һәм уның тирә-яғының үткәне һәм бөгөнгөһө» күргәҙмәһе асыла, уның базаһында 1959 йылда В.И. Ленин исемендәге колхоз тарихының йәмәғәт музейы ойошторола. 1973 йылда колхоз Рукавишниковтарҙың элекке усадьбаһын яңы музей өсөн ала. 1974 йылда йорттоң өс бүлмәһендә яңы экспозиция, шулай уҡ «Набоков тыуған илендә» экспозицияһы асыла. 1987 йылда музей В.В.Набоковтың дәүләт Рождествено тарихи-әҙәби һәм мемориаль музей тип үҙгәртелә.

1995 йылда бина янғын һөҙөмтәһендә ныҡ зыян күрә. Тергеҙеү эштәре музей директоры, архитектор Александр Александрович Семочкин етәкселегендә алып барыла. 2002 йылда усадьба тарихы хаҡында һөйләүсе экспозиция асыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бурлаков А. В. По набоковским местам // Туристские маршруты Гатчинского района. Южное направление. — Гатчина: СЦДБ, 2003. — С. 63-69. — 120 с. — 3000 экз. — ISBN 5-94331-037-1.
  • Рождествено // Гатчинский район Ленинградской области. Достопримечательности. Экскурсионные маршруты: Путеводитель / Под общей редакцией А. А. Сырова. — СПб.: Инкери, 2004. — С. 47-49. — 116 с. — 2000 экз. — ISBN 5-98187-031-3.
  • Авикайнен И. В., Райков Г. П. Музей-усадьба Рождествено. — СПб.: Алаборг, 2007. — 24 с. — (Музеи русской провинции). — ISBN 5-86983-083-4.
  • Рождествено, историко-литературный музей, усадьба Набокова // Туристский путеводитель по Ленинградской области / Под ред. М. Б. Биржакова. — 2-е изд., испр. и доп. — СПб.: Герда, 2007. — С. 142-143. — 384 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-94125-144-5.
  • Гуревич И. Маршрут 5 «Гатчинское кольцо» // Ленинградская область: Путеводитель для автомобилистов. — 1-е изд. — СПб.: ЗАО «Карта» Лтд, 2008. — С. 55-56. — 192 с. — (Окно в Россию). — ISBN 978-5-7678-0021-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960