Эстәлеккә күсергә

Рождество Христово ғибәҙәтханаһы (Балахна)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рождество Христово ғибәҙәтханаһы
Нигеҙләү датаһы 1674
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Балахна[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Нижегородская область/Балахнинский район[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться переулок Ленина, 9
Карта
 Рождество Христово ғибәҙәтханаһы (Балахна) Викимилектә

Рождество Христово ғибәҙәтханаһы — Балахналағы православие сиркәүе.

XVIxvii быуаттарҙа был урында Рождество ҡатын-ҡыҙҙар монастыры тора, ул 1764 йылда бөтөрөлә. Сатырлы ағас сиркәү беренсе тапҡыр 1620 йылда телгә алына[2]. Рухани Алексей сиркәүҙең төҙөүсеһе була, уны шулай уҡ Список тип йөрөтәләр[3]. Китапҡа 1674—1676 йылда индерелгән яҙыуҙа изгеләндерелмәгән монастырҙың таш ҡорамы иҫкә алына. Сиркәүҙең беренсе бағыусыһы Мәскәү Успение соборы протопопы Кондрат Ильин була.

1937 йылда сиркәү ябылғандан һуң, уның биналарында Балахнин ҡала һатыу ойошмаһы келәттәре тора, улар 1988 йылдың көҙөндә бынан күсерелә. 1989 йылда сиркәү яңынан эшләй башлай. Унда ғибәҙәт ҡылыу һәм төҙөкләндереү эштәре яңынан тергеҙелә.

Йәмиғ сиркәүе Балахнин благочиниеһына ҡарай. Унда балалар йәкшәмбе мәктәбе эшләй, Изге Троица сиркәүе мәхәлләһе балалары бында уҡый. 2010 йылдың авгусынан һәр ай һайын «Вестник православия» гәзите сығарыла[4].

Биш башлы ғибәҙәтхана ҙур куб формаһында. Башта уның ҡыйыҡтары ялтырауыҡ йәшел черепица менән ҡапланған була. Әммә черепица туҙғанлыҡтан, сиркәүҙе тергеҙгәндә иҫке черепицаны һаҡлап булмай. Төп бинаның дүрт башы баҡыр менән ҡаплана, ә береһе ― тимер менән ябыла.

Ике ҡанаты ла шулай уҡ ябай куб формаһындағы төкәтмә итеп эшләнгән.

Арка өҫтөндәге уйылған ярым түңәрәк соҡорҙарҙа дини темаларға фрескалар ҡуйылған, ә миһраб үҙәгендәге һәм солеялағы иҙәнгә шыма кафель түшәлгән; ҡорамдың төп өлөшөндәге иҙән ХVIII быуатта эшләнгән суйын плитәләр менән ҡапланған.

XVII быуат уртаһында сиркәү менән бергә төҙөлгән ҡыңғырау манараһы 1931 йылда һүтелә[5]. 2011 йылда ул яңынан тергеҙелә.

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Ермолина, Анна Главный храм Балахны. Нижегородские епархиальные ведомости (№ 1 (190) за 2011 год). Дата обращения: 9 август 2011. Архивировано 24 август 2012 года. 2012 йыл 26 июнь архивланған.
  3. Балахна: есть ли жизнь в тени Нижнего Новгорода? balakhna.ru. Дата обращения: 9 август 2011. Архивировано 24 август 2012 года.
  4. Газета «Православный вестник». Нижегородская епархия. Дата обращения: 9 август 2011. Архивировано 24 август 2012 года. 2012 йыл 13 май архивланған.
  5. Вихарев, Александр В Балахне освящены колокола для звонницы храма в честь Рождества Христова (фото). Нижегородская епархия (6 август 2011). Дата обращения: 9 август 2011. Архивировано 24 август 2012 года. 2011 йыл 23 декабрь архивланған.