Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙыева Розалия Мәүләүи ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Розалия Ҡаҙыева битенән йүнәлтелде)
Ҡаҙыева Розалия Мәүләүи ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июнь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Абдулла, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Ҡаҙыева Розалия Мәүләүи ҡыҙы (15 июнь 1956 йыл) — педагог. 1977—2013 йылдарҙа Мәсетле районы Яңы Мөслим урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Рәсәй Федерацияһы «Мәғариф» өҫтөнлөклө проектының «Илдең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2008).

Розалия Мәүләүи ҡыҙы Ҡаҙыева (ҡыҙ фамилияһы Фатихова) 1956 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Абдулла ауылында тыуған. 1971 йылда урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң хәҙерге Мәсәғүт педагогия колледжына[1] уҡырға инә. Был махсус урта уҡыу йортонда башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәре алғандан һуң 1975 йылдың авусында йүнәлтмә менән Тәтешле районы Фәнгә мәктәбендә үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1977—2013 йылдарҙа Мәсетле районы Яңы Мөслим урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй.

1989 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультетын ситтән тороп тамамлай.

Намыҫлы һәм емешле хеҙмәте өсөн 1992 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе, СССР (1990) һәм РСФСР (1992) Мәғариф министрлыҡтарының Почёт грамоталары менән бүләкләнә. 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы «Мәғариф» өҫтөнлөклө проектының «Илдең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсында еңеү яулай.

2001 йылда «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ була.

Мәктәптең, ауылдың һәм район мәғариф бүлегенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша: тәүге профсоюз һәм партия ойошмаларын, район методик берекмәһен етәкләй, ауыл Советы депутаты итеп һайлана, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы була. Район гәзите һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» республика журналы биттәрендә мәҡәләләр баҫтыра.

Уҡыусылары араһында бөтә ил һәм Рәсәй төбәктәрендә, республика һәм район кимәлендә билдәлелек алыусылар, яуаплы вазифа биләүселәр һәм абруй ҡаҙанғандар бихисап.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өс саҡырылыш Яңы Мөслим ауыл Советы депутаты.
  • «Берҙәм Рәсәй — Бөтә Рәсәй» сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең урындағы ойошма секретары.
  • Татар мәктәптәре башланғыс синыфтар уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе.
  • Мәктәптең тәүге профсоюз ойошмаһы рәйесе.
  • Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы.

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Уважаема за свой труд. Мечетлинская районная газета Наша жизнь, январь 2003 года
  • Юность запомнится надолго. Мечетлинская районная газета Наша жизнь, июль 2005 года.
  • Ана күңеле - ал кояш. Башҡортостан уҡытыусыһы журналы, 3-сө һан, 2006 йыл.
  • Сәләмәтлек һәм әхлаҡ берҙәмлеге. Башҡортостан уҡытыусыһы журналы, 4-се һан, 2011 йыл.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1992).
  • Рәсәй Федерацияһы «Мәғариф» өҫтөнлөклө проектының «Илдең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2008).
  • СССР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (1990).
  • РСФСР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы (1987).
  • Хеҙмәт ветераны (2001).

Уның тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Оправдывая народное доверие. Мечетлинская районная газета Коммунист, январь 1981 года.
  • Родители благодарят. Мечетлинская районная газета Наша жизнь, № 24, 2002 год.
  • Моя мама. Мечетлинская районная газета Наша жизнь, 2003 год.
  • В знак внимания. Мечетлинская районная газета Наша жизнь, 2003 год.
  • Отличник народного просвещения. Мечетлинская районная газета Наша жизнь, № 68, 2006 год.
  • Балаларга сою йорәгендә. Омет республика йәштәр гәзите, октябрь 2007 йыл.
  • Үрдәк боткасы тәмле. Чаткылар, № 10, 2007 йыл.
  • Кар аклыгы - күнел аклыгы. Журнал Әллүки, № 12, 2007 йыл.
  • Ни өчен куян койрыксыз, Чаткылар, № 13, 2007 йыл.
  • Работа с детьми – счастье. Районная газета Мечетлинская жизнь, октябрь, 2012 года.

Билдәле уҡыусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хәйруллин Радис Рәфис улы, техник фәндәр кандидаты. А. Ф. Можайский исемендәге Хәрби-космик академия уҡытыусыһы.
  • Мөслимова Ленария, Бөтә донъя татар конгресының йәштәр менән эшләү буйынса комитет етәксеһе, Татар йәштәренең бөтә донъя форумы рәйесе.