Эстәлеккә күсергә

Россошь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Россошь
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы XVII быуат
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1][2]
Административ үҙәге Городское поселение Россошь[d][1], Россошанский район[d][1] һәм Россошанский округ[d]
Административ-территориаль берәмек Россошанский район[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 60 879 кеше (2021)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 85 метр
Майҙан 59 км²
Почта индексы 396650
Рәсми сайт rossosh.info
Урындағы телефон коды 47396
Карта
 Россошь Викимилектә

Россошь — Рәсәй Федерацияһының Воронеж өлкәһендәге ҡалаһы. Россошь районының административ үҙәге, Россошь ҡалаһы Муниципаль ҡала биләмәһе берәмеге, уның составындағы берҙән-бер торлаҡ пункты[4][5]. Хәрби ҡыйыулыҡ тораҡ пункты[6]. Россошь тимер юл станцияһы (1871).

Халыҡ — 62 827 кеше (2018 йыл)

Черная Калитва йылғаһына Ҡоро Россошь йылғаһы ҡушылған урында ултырған ҡаланың «Россошь» исеме славян һүҙе — рассоха, йылға тармағы һүҙенән килеп сыҡҡан[7]. Ҡала Черная Калитва йылғаһының (Дон йылғаһы бассейны) һул ярында урынлашҡан бында уға Ҡоро Россошь йылғаһы ҡушыла.

Россошь Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлының эре тимер юл станцияһы — 214 км өҫтәрәк ҡушыла. Воронеждан көньяҡтараҡ 214 км алыҫлығындағы Воронеж-Дондағы Ростов тимер юлының Ольховатка станцияһына айырылған тармағында тора.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты уртаса-континенталь, бында эҫе йәй һәм ҡыш уртаса һалҡын.

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 7,0 °C
  • Уртаса һауа дымлылығы — 66,9 процент
  • Уртаса ел тиҙлеге — 3,9 м/с
Климат Россошь
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Уртаса температура, °C -7 -7,3 -1,8 8,3 15,5 19,3 21,6 20,8 14,6 7,2 -1,3 -6,6 7,0
Сығанағы: NASA. RETScreen база данных

Хайуандар донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тейелмәгән урмандарҙың һаҡланыуы арҡаһында бында ҡабан, илек кеүек йәнлектәрҙе күрергә мөмкин. Иң ҙур ҡоштарҙан ҡауҙы, төйлөгәнде күҙәтергә мөмкин. Ҡалала иң таралған ҡоштар: күгәрсен, сыйырсыҡ, ҡарлуғастар.

Россошь XVII быуаттың уртаһында биҫтә булараҡ барлыҡҡа килгән. XVIII быуатта Тевяшов, һуңынан Чертковтарҙың ҡулында булған. РСФСР-ҙың 1923 йылдағы административ-территориаль реформаһы ваҡытында уға ҡала статусы бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Россошь аша итальян альп корпусын һәм немецтарҙың 24-се танк корпусын тәьмин иткәндәр. Ҡалала альп корпусының резерв өлөшөнө һәм штабы торған, ул корпустың дивизиялары Дондың уң ярында: Үрге Карабуттан алып Яңы Калитваға тиклем оборона тотҡан. Россошь ҡалаһын юғалтыу 250 меңдән ашыу һалдат һәм офицерлы немец, венгр, итальян ғәскәрҙәре төркөмөнөң уң флангыһын юҡ итеү менән бер булған.

Ҡала өсөн һуғыш стратегик әһәмиәткә эйә булған: һөҙөмтәлә станция 1943 йылдың ғинуарында Острогожский-Россошь операцияһы барышында совет ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгән[8].

Милли составы

1939 йылда халыҡ иҫәбен мәғлүмәттәре буйынса ҡалала украиндар — 69 % йәғни 11 846 кеше, урыҫтар — 29,3 % йәғни 5020 кеше[9].

2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу буйынса: урыҫтар — 84,6 %, украиндар — 12,9 %[10].

Ҡаланың төп сәнәғәт предприятиелары:

  • (ААЙ «Минудобрение») химия заводы[11][12]
  • ЯСЙ «Придонхимстрой — эзбиз»[12][13]
  • ЯСЙ «Росагропром»[12]
  • Пресс төйөндәре заводы (эшләмәй)
  • Элекке завод электроаппарат заводы
  • Техник йыһаз заводы
  • Кирбес заводы
  • Ит комбинаты (ябылған/бикләнгән)[14]
  • Һөт комбинаты
  • Аҙыҡ-түлек комбинаты
  • Май яҙыу заводы
  • АО «Коттедж-Индустрия» (төҙөлөш)
  • «Россошь» Көньяҡ-Көнсығыш тимер юлының локомотив депоһы
Тимер юл вокзалы
Вокзал перроны

Иҫке архитектура ҡоролмалары: 1871 йылда төҙөлгән тимер юл вокзалы һәм Александр Невский сиркәүе (XIX быуаттың архитектура ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт һаҡлауында).

2006 йылдың авгусында иҫке сиркәү янында яңы Изге-Илья ҡорамы асыла[15]. Уның фундамент майҙаны 42x30 метров, бейеклеге — 30 метрҙан ашыу. Храм дүрт биҙәлгән ҙур көмбәҙле һәм тағы бер көмбәҙе ҡыңғырауҙар манараһында. Ҡорам проектын архитекторҙар П. В. Дудин һәм В. М. Захаров төҙөгән.

2008 йылда яңы Изге Илья ҡорамы иҫке Александр Невский ғибәҙәтханаһы менән бер комплексҡа берләштерелгән

  1. 1,0 1,1 1,2 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
  2. GEOnet Names Server — 2018.
  3. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  4. Закон Воронежской области от 15 октября 2004 года N 63-ОЗ «Об установлении границ, наделении соответствующим статусом, определении административных центров отдельных муниципальных образований Воронежской области»
  5. Устав города 2018 йыл 25 сентябрь архивланған.
  6. http://rossoshru.ru/uspehi-goroda/rossoshi-prisvoeno-pochetnoe-zvanie-naselennyy-punkt-voinskoy-doblesti.php 2018 йыл 9 март архивланған.
  7. История Россошанского района. Дата обращения: 27 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 15 декабрь 2009 года. 2009 йыл 15 декабрь архивланған.
  8. Россошь в Великую Отечественную войну (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  9. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения по регионам России. Демоскоп. Дата обращения: 31 июль 2015. Архивировано 31 июль 2015 года.
  10. Һөҙөмтә::Воронежстат 2015 йыл 16 октябрь архивланған.
  11. Компания тураһында «Минудобрение»
  12. 12,0 12,1 12,2 Химия, нефть химияһы сәнәғәте, Россошь ҡалаһы 2012 йыл 3 октябрь архивланған.
  13. Компания тураһында «Росизвесть» инә «Придонхимстрой Эзбис» (Россошь)
  14. ОАО "Комбинат мясной Россошанский" (ИНН:3627008614). www.list-org.com. Дата обращения: 22 ноябрь 2018.
  15. В Россоши освящён новый храм(недоступная ссылка)