Ростов балалар тимер юлы
Росто́в балалар тимер юлы (элекке — Юрий Алексеевич Гагарин исемендәге Кесе Төньяҡ Ҡаф тауы тимер юлы) — Дондағы Ростов балалар тимер юлы. Николай Островский исемендәге паркта урынлашҡан, уны бөтөн периметры буйынса уратып алған тиһәң дә була. Тимер юлдың (ДЖД) оҙонлоғо 3,97 км.
Ҡала комсомолецтары Дондағы Ростовта балалар тимер юлы булдырыу идеяһы менән сығыш яһай. 1936 йылдың майында бер төркөм ростов уҡыусылары академик Образцов рәйеслек иткән Балалар тимер юлдарын төҙөүгә булышлыҡ итеүсе Совет ойошторған балалар тимер юл йәш төҙөүселәре слётында ҡатнаша.
Совет ростовлылар инициативаһын хуплай һәм Ростовта йәш тимер юлсылар түңәрәктәре эшләй башлай. 1940 йылдың 4 авгусында Тимер юлсылар көнөнә арналған тантаналы митингыла Ростов Балалар тимер юлы (ДЖД) төҙөлә башлауын иғлан иткәндәр.
Оҙонлоғо 3,5 км булған Балалар тимер юлы Балабанов ҡулҡыһын ҡулса һымаҡ уратып һалынған.
Балалар тимер юлы асылыу моментына паровоз депоһы һәм ике: Л. М. Каганович исемендәге һәм Деповская станциялары төҙөлгән.
Юл яҡшы ҡоралландырылған: депоның ҡырыу (токарь), ҡырыу-винткә һыр һалыу, фрезерле, йышыу һәм быраулау станоктары ҡуйылған оҫтаханалары бар; ике станция аралығында ла электр тимер таяҡтар системаһы, телефон һәм телеграф бәйләнештәре бар.
Балалар тимер юлы (ДЖД) ҡарамағында Днепропетровский Балалар тимер юлы проекты буйынса төҙөлгән, һәр береһе 12 урынлы биш йомшаҡ ике үҙәкле вагондан торған, «Сабый» («Малыш») составы булған.
1940 йылдың 9 ноябрендә Кескәй Ворошиловский исеме бирелгән Балалар тимер юлын асыу тантанаһы ойошторолған.
Һуғыш йылдарында юл туҡтап торған.
1945 йылда, был ваҡытҡа исеме Кескәй Төньяҡ Ҡаф тауы тимер юлы тип үҙгәртелгән Балалар тимер юлын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Етди емеректәр булыуға ҡарамаҫтан (һуғыш ваҡытында бөтөн рельстарын, шпалдарын тиерлек урындағы халыҡ оборона ҡоролмалары төҙөү маҡсатында алып бөткән һәм хатта балластың бер өлөшөн таратып алған була; станция ҡоролмалары һәм депо төплө ремонт талап иткән), 1946 йылдың июлендә беренсе сиратты яңынан үҙгәртеп ҡороу тамамланған. Был Деповская станцияһынан аҙаҡ исеме Еңеү тип үҙгәртелгән элекке Каганович исемендәге станцияға тиклемге бер саҡрым оҙонлоғондағы ара булған. Был эшкә Балалар тимер юлы начальнигы Ваган Акопович етәкселек иткән.
Бәләкәй ҡулса буйлап хәрәкәт итеү асылған. Ул саҡта Балалар тимер юлының оҙонлоғо ике километрға яҡын булған.
1948 йылдың 1 авгусында, "Тимер юлсының Сталин Көнө"ндә, 3,15 км оҙонлоғондағы ҙур ҡулса буйлап хәрәкәт асылған.
1949 йылдың ноябрендә, Октябрь Революцияһының 32-се йыллығын билдәләгән көндәрҙә, балалар тимер юлы тулыһынса тергеҙелгән.
Был ваҡытҡа юлдың өс станцияһы булған: Еңеү, Оборона (элекке Деповская, Витя Черевичкин исемендәге станциялары) һәм Ҡояшлы.
1961 йылдың майында Балалар тимер юлының исеме үҙгәртелгән һәм уға Юрий Гагарин исеме бирелгән.
1982 йылда Ростов балалар тимер юлы буйында элек ҡуйылған крокодил Гена, Чебурашка, Ҡурғаш һалдат һәм Гулливер фигураларына яңы электромеханик композициялар: жирафтар, Айболит, бегемот һәм башҡалар өҫтәлгән.
Ростов балалар тимер юлының исемле ике составы: «Атаман Платов» һәм «Тымыҡ Дон» бар. (Улар Төньяҡ Ҡаф тауы тимер юлы фирма поездары атамаларынан үҙләштерелгән) Йәкшәмбе һайын ике состав та бер үк ваҡытта йөрөй: береһе тепловоз менән, икенсеһе — паровоз менән. Башҡа көндәрҙә кескәй пассажирҙар тепловозға тағылған вагондарҙа йөрөйҙәр.
2006 йылға юл тағы ла нигеҙенән үҙгәртеп ҡоролған. Өлөшләтә рельстар һәм депо эргәһендәге стрелкалар (рельс күсергестәр) алмаштырылған. Бөтөн стрелка күсереүҙәре электр үҙәкләштерелгән схемаға индерелгән әйләнеү хәрәкәтен яйлаусы ҡулайламалар (электропривод) менән тәьмин ителгән. Юл «Поливид» мәскәү фирмаһы әҙерләгән иң яңы СЦБ микропроцессор системалар менән ҡорамалландырылған. Улар диспетчерға маршрут башынан аҙағына тиклем йөрөй торған составтың бөтөн берәмектәре торошон контролдә тоторға ярҙам итә. Юл буйында туғыҙ светофор, дүрт аша сығыу урынында яҡтылыҡ һәм тауыш сигнализация урынлаштырылған. Шулай уҡ вокзалдың Витя Черевичкин исемендәге платформаһында ремонт уҙғарылған.
Йөрөй торған состав
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге моментта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1 паровоз, 4 тепловоз, 13 вагон.
- ТУ2-152 тепловозы(~1960) (эшләмәй)
- ТУ7А-3353 тепловозы (2008 йылдан)
- ТУ10-019 тепловозы(26.07.2013 й. килтерелгән. 4.05.2014 й. эксплуатациялана)
- ТУ10-026 тепловозы (31.07.2014 й. килтерелгән. 19.07.2015 йң эксплуатациялана)
- Гр-185 паровозы (1948 йылда сыҡҡан, Ростовта 1981 йылдан). 1996 йылда паровоз етди ремонт талап иткән, һәм был отправлен в Тихорецкиға оҙатылған. Уны иҫәптән сығарып ташларға уйлағандар, әммә локомотив хеҙмәте ветерандары тырышлығы менән, было решено отремонтировать Гр-185 паровозын йүнәтергә ҡарар иткәндәр, һәм быға 4 йылға яҡын ваҡыт киткән. Һәм тик 2000 йылдың йәйендә генә паровоз балалар юлына әйләнеп ҡайтҡан. 2003 йылда Гр-185-те Златоусҡа ремонтҡа, ҡаҙанлығын ҡарап тикшереп сығарырға ебәргәндәр. Ремонт ваҡытында ҡаҙанлыҡтың зарарланған ерен табалар (хәүефләнерлек урынды киҫеп алып, ямау иретеп йәбештерәләр). 2004 йылдың авгусында паровоз Балалар тимер юлына ҡайтарыла. 2010 йылдың декабрендә паровоз Тихорецкиға сираттағы ремонтҡа оҙатылған. Ремонт барышында тәгәрмәсле парҙар һәм ҡаҙанлыҡ (уларҙың йәше — 64!) тамам яраҡһыҙ икәне, уларҙы алмаштырыу кәрәклеге асыҡланған. 2014 йылда яңы тәгәрмәсле парҙар һәм ҡаҙанлыҡ эшләнгән. 19.02.2015 йылда паровоз тулыһынса тергеҙелгән. 14.04.2015 йылда (16:09 сәғ.) Балалар тимер юлына ҡайтарылған, 2015 йылдың 1 майынан ял һәм байрам көндәрендә йөрөтөлә.
- ПВ40 — 4 вагон (1983 йылдан)
- Камбарский машиналар төҙөү заводының ВП750 — 9 вагон (2008 йылда килтерелгән, 29.12.2013 һәм 22.07.2014)
Элек булғандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Муг/2 мотовозы(1940—1953)
- ЮП-305 паровозы («Йәш Пионер» тигәнде аңлатҡан үҙ индексы— 159 серияһы паровозы)[1][2] (1940-~1960)
- Кч4-101 паровозы (1949—1982) (хәҙерге көндә вокзал алдындағы майҙанда һәйкәл сифатында ҡуйылған).
- 5 ҡулдан эшләнгән 12 урынлы ике үҙәкле вагондар (1940-~1960)
- Ростов вагон депоһы төҙөгән 5 24 урынлы дүрт үҙәкле вагон (1950-199х)
- 4 йә 5 Pafawag вагоны(~1960-199x)
- ПВ40 4 вагоны (1983 йылдан 2014 йылға саҡлы) (2014 йылда 2 вагон металл һынығы итеп киҫкеләнгән, ҡалған 2 вагон 14.04.2015 йылда Гниловская станцияһындағы Тимер юл музейына тапшырылған).
- ТУ2-173 тепловозы (~1960-2013) (Ныҡ ҡырылғанлыҡтан, ТУ2-173-тө башта метал һынығына бысырға уйлағандар, ләкин 14.04.2015 тепловозды Ростов тимер юл техникаһы музейына тапшырғандар).
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ростов Балалар тимер юлында һәр ваҡыт сафта торған паровоздар иҫәпләнгән, (ҡайсаҡ эштә өҙөклөктәр ҙә булған: 1996—2000, 2003—2004, 2010—2015). Йәғни "Кесе Төньяҡ Ҡаф тауы тимер юлы"нда, башҡа балалар тимер юлдары менән сағыштырғанда пар көсө менән хәрәкәтләнгән техника оҙағыраҡ (64 йыл) файҙаланылған.
Депо юлдарында 1906 йылғы рельс бар.
2012 йылда, эксплуатация сезоны башланыр алдынан, киң тәгәрмәс эҙе (колея) ҡалған ташландыҡ юл саты (депоға яҡынлаған урында) ҡутарып алынған. Хәҙер Балалар тимер юлы өсөн локомотивтар йәки вагондар бушатып тейәү өсөн рельсьарҙы тар колеянан киңенә күсерер кәрәк. 2004 йылдан Солнечная станцияһы бинаһы холлында йыл һайын Рәсәй бойондороҡһоҙлоғо байрамы көндәрендә (12 июнь) тимер юл моделдәре һәм «Локотранс -Көньяҡ» тимер юлдары макеттары күргәҙмәһе ойошторола. Шуның төп ваҡиғаһы булып Н0 (1:87) типоразмерлы ҙур модуль макетын йыйыу тора. ЛТ-модулдәрҙең үҙебеҙҙең илдә сыҡҡан системаһы ҡулланыла. Төп ойоштороусы булып Ростов тимер юл моделистарының «Локотранс-Көньяҡ» клубы тора.
Ростов Балалар тимер юлы урынлашҡан парк районында өс төрлө колеялы рельс юлдары киҫешә: трамвай (колеяһы 1435 мм), Мәскәү тимер юл һыҙаты (колеяһы 1524 мм) һәм Балалар тимер юлы (ДЖД) (колеяһы 750 мм)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дмитрий Сутягин. А знаете ли вы, что… www.dzd-ussr.ru. Дата обращения: 3 апрель 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.
- ↑ Валерий Брок. Дорога «малая», дела — большие . РосПрофЖел (14 сентябрь 2010). Дата обращения: 3 апрель 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года. 2013 йыл 5 апрель архивланған.