Ростов дәүләт ауыл хужалығы машиналары төҙөү академияһы
ДДТУ Энергетика һәм машиналар төҙөү институты Федераль дәүләт бюджет юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы (ДДТУ ЭМТИ (элекке: РГАСХМ — РИАТМ — ВТУЗ)) | |
Асылған йылы | |
---|---|
Урынлашыуы |
ДДТУ Энергетика һәм машиналар төҙөү институты (ДДТУ ЭМСИ) — Дон дәүләт техник университетының бер факультеты. 2008 йылға тиклем Дондағы-Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү дәүләт академияһы тип йөрөтөлә, ә 2008 йылдан үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата. Хәҙерге ваҡытта уның корпусында ДДТУ (Дон дәүләт техник университеты) Энергетика һәм машиналар төҙөү институты урынлашҡан.
Урынлашҡан адресы: Дондағы Ростов ҡалаһы, Страна Советов урамы, 1.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йыл — студенттарҙы уҡырға ҡабул итеү. 1962 йыл — тәүге ике факультет — «Ауыл хужалығы машиналары» һәм «Эҫе металл эшкәртеү».
1991 йыл — ВТУЗ итеп үҙгәртелә, Дондағы Ростов машиналар автоматлаштырыу һәм машиналар төҙөү технологияһы институты.
1995 йыл — академия статусын ала һәм Дондағы Ростов дәүләт ауыл хужалығы машиналары төҙөү академияһы тип атала. 2008 йыл — академия үҙенең йәшәйешен юғалта һәм ДДТУ менән берләштерелә.