Ростов дәүләт педагогия университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ростов дәүләт педагогия университеты
(РГПУ)
Файл:Пединститут.JPG
Асылған йылы

1931

Тип

дәүләт

Студенттар

9500

Аспирантура

190

Урынлашыуы

Рәсәй Рәсәй, Дондағы Ростов

Сайт

pi.sfedu.ru

Наградалары

Ҡалып:"Почет билдәһе" ордены

Ростов дәүләт педагогия университеты" дәүләт юғары уҡыу йорто; 1931 йылда Дондағы Ростовта ойошторолған. 2006 йылда Көньяҡ федераль университеты составына индерелгән.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институттың  тарихы  Рус Варшава император университетының 1869 йылда ойошторолоуынан башлана. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында  1915 йылда университетты Дондағы  Ростовҡа эвакуациялайҙар һәм уға Төньяҡ Кавказ университеты исемен бирәләр.

1931 йылда университеттан  педагогия факультеты айырылып сыға. Уны  Ростов дәүләт педагогия институты тип атайҙар. Ул элекке ҡала табыш йорто бинаһында урынлаша. 1981 йылда  педагогик кадрҙар әҙерләү һәм  фәнни тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүҙәге уңыштары өсөн  институт «Почёт Билдәһе»  ордены менән бүләкләнә.

1993 йылда ул  университет итеп үҙгәртелә. 2006 йылда  Көньяҡ федераль университетына Көньяҡ  Педагогия институты рәүешендә инә.

Факультеттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институтта түбәндәге  факультеттар бар:

  • лингвистика;
  • тарих;
  • математика;
  • физика;
  • тәбиғәт белеме;
  • индустриаль-педагогика;
  • сәнғәт-графика;
  • физик тәрбиә биреү;
  • мәктәпкәсә педагогика;
  • квалификация күтәреү.

Хәҙерге ваҡытта РГПУ-ла  9500 студент  (4900 көндөҙ, 4600 ситтән тороп) һәм 190 аспирант уҡый.

Танылған уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  •  Татьяна Викторовна  Бабушкина(1947-2008) — россия педагогы,  "Эстетика, ижад итеү, аралашыу " һәм "Иғтибар, гөбөргәйел!" клубтарын ойоштороусы.
  •  Виталий Алесандрович Закруткин (1908-1984) — рус совет яҙыусыһы, һуғышҡа тиклем рус әҙәбиәте институты кафедра мөдире.
  • Иван Игнатьевич Камынин (тыуған 1928)- социаль философия буйынса белгес, философия фәндәре докторы, профессор.
  • Григорий Федорович Лозовик (1904-1976) — доцент,  рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы өлкән уҡытыусыһы(2014 йыл уға 110 йәш тулған).
  •  Моисей Михайлович Пистрак (1888-1937) — совет педагогы, университет проректоры, ректоры.
  • Владимир Семенович Семенов (1911-1992) — совет дипломаты һәм сәйәсмәне , марксизм уҡытыусыһы (1937-1939).
  •  Ярослав Григорьевич Шверида (тыған 1946) — ассистент, өлкән ғилми хеҙмәткәре, ТСО кафедраһында (1973-1977), теоретик физика кафедраһында (1984-1989) эшләгән, электрофизика һәм  мәғлүмәт теорияһы белгесе.

Иҫкәрмәләрр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]