Ростов йәмиғ мәсете
Ростов йәмиғ мәсете | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Ростов йәмиғ мәсете мәсете — Ғәскәри Дон өлкәһенең Дондағы Ростов ҡалаһындағы мәсет
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дондағы Ростовта беренсе мосолман ғибәҙәт йорттары (мәсеттәр) XIX быуаттың һуңғы сирегендә барлыҡҡа килә. Шуларҙың береһе өсөн 1910 йылдар уртаһында ҡала планында Скобелев (хәҙер Красноармейский урамы) урамы һәм Покров зыяраты (хәҙер юҡҡа сыҡҡан) араһында мәсет төҙөү өсөн участка бүлеп бирелә. Был мәсет төҙөлөшөнөң тамамланыуының аныҡ датаһы билдәле түгел, был яҡынса 1917 һәм 1918 йылдар була[1]. Төҙөлөш Наполеон армияһына ҡаршы һуғышта батырлыҡ күрһәткән татар полктары хөрмәтенә сауҙагәрҙәрҙең иғәнәләренә төҙөлә[2].
Мәсет көмбәҙ менән тамамланған ике ҡатлы куб формаһындағы бинанан ғибәрәт. Мәсеткә инеү урыны булған төп фасадының декоры урталағы өҫкө түңәрәк тәҙрә тирәләй башҡарылған. Бәләкәй көмбәҙ һәм ярым ай менән манараһы мәсеткә инеү урынына һул яҡта урынлашҡан. Мәсет төҙөлөшөн архитектор Г. Н. Васильев күҙәтеү аҫтына ала[3][1].
Мәсеттә мосолман общинаһының эшмәкәрлеге 1930 йылдар башына тиклем дауам итә, шунан һуң мәсет (күп православие ҡорамдары кеүек үк) ябыла, ә манараһы өлөшләтә һүтелә. Бөйөк Ватан һуғышы татамланғандан һуң мәсет үҙ эшмәкәрлеген тергеҙә. 1953 йылда мәсеттә капиталь ремонт үткәрелә[1].
Совет армияһы хәрби частарының береһенә яҡын урынлашыуы арҡаһында, 1963 йылдың июлендә, Төньяҡ-Кавказ хәрби округы командующийы генерал И.А. Плиев бойороғо буйынса мәсет бинаһы хәрби частың балансына күсә, мосолман общинаһын ҡыуып сығаралар, ә бөтә мөлкәтен конфискациялайҙар. Мәсеттең һуңғы имам-хатибы булып Шәңгәрәев Ғәләметдин-хәҙрәт (1905—1986) тора, ул унда 1956 йылдан алып 1963 йылға тиклем эшләй[4].
1978 йылда бина хәрби клуб һымаҡ реконструкциялана. 1982 йылдан мосолман общинаһы ҡала властары һәм хәрби округ менән яңы ҡоролған мәсет бинаһын диндарҙарға кире ҡайтарыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара — һөйләшеүҙәр оҙаҡ һәм һөҙөмтәһеҙ була. Ростов хакимиәте яңы мәсет төҙөү өсөн Төҙөүселәр паркы районында (Варфоломеев урамы) урын бүлеп бирә. Әммә был урында мәсет төҙөлмәй. Яңы йәмиғ мәсете тик 2003 йылда Фурманов урамында төҙөлә.
2017 йылдың ноябрендә ҡала хакимиәте элекке мәсет бинаһын һатыуға ҡуя[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 История соборной мечети Ростова-на-Дону на ул. Красноармейской
- ↑ Соборная мечеть 2021 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ ГОРОДСКОЙ АРХИТЕКТОР НАЧАЛА XX ВЕКА — ГРИГОРИЙ НИКОЛАЕВИЧ ВАСИЛЬЕВ
- ↑ Каляметдин-хазрат Шангареев 2017 йыл 15 март архивланған.
- ↑ Власти Ростова выставили на продажу здание бывшей мечети на улице Красноармейской 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Две мечети Ростова-на-Дону: даты, цифры, факты 2017 йыл 18 декабрь архивланған.