Эстәлеккә күсергә

Ростов сәнғәт колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ростов сәнғәт колледжы
(РКИ)
Элекке исеме

Ростов сәнғәт училищеһы

Асылған йылы

1900

Тип

Дәүләт

Директор

Ищенко, Ирина Борисовна

Урынлашыуы

Дондағы Ростов

Юридик адресы

344000, Дондағы Ростов ҡалаһы,
Семашко тыҡрығы, 132/141б

Сайт

http://rostartcollege.ru

Ростов сәнғәт колледжы (РКИ) 1900 йылда, Урыҫ Император музыка йәмғиәтенең Пресман Матвей Леонтьевич (Рахманинов Сергей Васильевичтың уҡыусыһы һәм дуҫы) етәкселегендәге Ростов бүлеге музыка кластары Музыка училищеһы статусы алғас, нигеҙ һалына. Яңы уҡыу йорто, белем биреү эшмәкәрлегенән тыш, оркестр сығыштары, вокаль һәм инструменталь музыка кисәләре үткәрә.

Колледж эшләгән дәүерҙә бер нисә тапҡыр уның исеме, уҡыу йортоноң статусы һәм урыны үҙгәрә. М. Л. Пресман эшмәкәрлеге осоронда училище тәүге тапҡыр өс бәләкәй генә бүлмәһе һәм коллектив дәрестәр өсөн залы булған иҫке бинанан (Ҡазан тыҡрығы — хәҙерге Мәскәү һәм Гәзит урамдары мөйөшө) Ҙур баҡса урамы, 83 адресы буйынса яҡшы концерт залы булған яңы бинаға (элекке ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы) күсә. Күп һанда музыка инструменттары алына һәм музыка китапханаһы булдырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бина емерелә, музыка китапханаһы, инструменттар, ҡорамалдар һәм архив һәләк була. 1943 йылдан һуң училище тәүҙә Пушкин урамы, 95 адресы буйынса Римский-Корсаков исемендәге музыка китапханаһы базаһында, ә һуңғараҡ Максим Горький урамындағы актерҙар йортонда урынлаша. 1969 йылда яңы бина (Семашко урамы, 132) төҙөлә, уҡыу йорто әлеге көндә лә ошо бинала.

  • 1900 й. — училищеға нигеҙ һалыныуҙың рәсми датаһы, тәүге дүрт бүлеге асыла — яңғыҙ йырлау, фортепиано, ҡыллы һәм тынлы инструменттар;
  • 1918 й. — педагогик коллективтың профессионализмы һәм Музыка училищеһын тамамлаусыларҙың юғары кимәлдәге әҙерлеге арҡаһында, уҡыу йортона Урыҫ Император музыка йәмғиәтенең Ростов бүлеге консерваторияһы статусы бирелә;
  • 1922 й. — консерватория Музыка-практик институт итеп үҙгәртелә;
  • 1927 й. — илдә махсус белем биреү системаһы формалашыу менән бәйле, урта профессиональ уҡыу йорто статусына кире ҡайтарыла һәм А. В. Луначарский исемендәге Музыка техникумы тип исемләнә ;
  • 1928 й. — халыҡ мәғарифы комиссариаты раҫлаған уҡыу планы буйынса яңы дүрт бүлек асыла — теоретик-композитор, музыка-педагогия, хор-дирижер һәм халыҡ инструменттары;
  • 1936 й. — сәнғәт эштәре буйынса Комитет бойороғо менән Музыка техникумы Музыка училищеһы тип үҙгәртелә;
  • 1959 й. — вокал бүлеге базаһында музыкаль комедия бүлеге асыла;
  • 1961 й. — Ростов өлкәһендә 60-70-се йылдарҙа яңы асылған музыка мәктәптәре өсөн уҡытыусы кадрҙарға ҙур ихтыяж менән бәйле ситтән тороп уҡыу бүлектәре асыла;
  • 1963 г. — театр училищеһы менән берләшеү һәм театр бүлеге асылыу һөҙөмтәһендә Музыка училищеһы Ростов сәнғәт училищеһы тип үҙгәртелә;
  • 1974 й. — Назаретов Ким Аведикович (бүлек мөдире, джаз-оркестр дирижеры, джаз музыкаһы профессоры) инициативаһы буйынса «Эстрада музыкаһы сәнғәте» бүлеге асыла;
  • 1990 й. — училищеның яңы структуралы бүлексәһе — 4-7 йәшлек балалар өсөн эстетик тәрбиә мәктәбе асыла;
  • 1992 й. — Ростов сәнғәт училищеһы янында һәләтле балалар өсөн Эксперименталь балалар музыка мәктәбе асыла;
  • 2002 й. — училище һәм Музыка театры базаһында хореография бүлеге асыла;
  • 2007 й. — уҡыу йортона колледж статусы бирелә һәм Ростов сәнғәт колледжы тип исеме үҙгәртелә.

Колледжды етәкләнеләр: Пресман Матвей Леонтьевич (1900—1912), Н. К. Авьерино (1913—1919), Гнесин Михаил Фабианович (1919—1921), Н. З. Хейфец (1921—1930), М. И. Головенко (1930—1934), Г. С. Домбаев (1934—1937), М. А. Маньковская (1937—1964), Г. И. Безродный (1964—1976), А. И. Кусяков (1979—1981), Г. П. Ванденко (1981—1998), А. А. Усенко (1998—2002), И. Б. Ищенко (2002—хәҙерге ваҡыт).

Төрлө йылдарҙа училищеның почетлы ҡунаҡтары булдылар: Ауэр Леопольд Семёнович, Аренский Антон Степанович, Рахманинов Сергей Васильевич, Сигети Йожеф, Хачатурян Арам Ильич, Глиэр Рейнгольд Морицевич.

  • М. Астапенко. История Донского края, 1920-2006 гг: учебное пособие. — Ростов-н.-Д.: Мини-Тайп, 2007. — С. 301. — 221 - 222 с.
  • Н. А. Мещерякова, Т. С. Рудиченко,. Культура донского края. — Ростов-н.-Д.: Изд-во Ростовского педагог. ин-та, 1993. — С. 58 - 59. — 182 с.
  • Л. Ковалёва. Рахманинов и музыкальная культура Ростова, в книге «Рахманинов в художественной культуре его времени». — Ростов-н.-Д.: Изд-во Ростовского педагог. ун-та, 1994. — С. 23. — 112 с.
  • Б. С. Штейнпресс. Из музыкального прошлого: сборник очерков, Том 1. — М.: Гос. музыкальное изд-во, 1960. — С. 374.
  • М. Гонтмахер. Евреи на донской земле: история, факты, биографии. — М.: Ростиздать, 1999. — С. 54. — 558 с.
  • А. Н. Еремеева. «Под рокот гражданских бурь»: художественная жизнь Юга России в 1917—1920 годах. — С-Пб.: Нестор, 1998. — С. 184. — 359 с.
  • Ростов сәнғәт колледжы 115-йыллыҡ юбилейын билдәләне 2016 йыл 27 март архивланған.