Ростов (Варшава) университетының администрация корпусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Ростов (Варшава) университетының администрация корпусы
Россия, Ростов-на-Дону, дом трудолюбия Максимова.JPG
Административ корпус Рост ГМУ
(артҡы планда)
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Нахичеванский тыҡрығы, йорт 29, литер А
Проект авторы Н. М. Соколов
Төҙөлгән ваҡыты 1897 йыл
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы

1897

Ростов (Варшава) университетының администрация корпусы[1] — Дондағы Ростов ҡалаһында 1897 йылда төҙөлгән бина[2]. Иң тәүҙә Николаев дауаханаһы төҙөлөш ҡаралтылары комплексына инде[3]. 1915 йылда бинала Варшаванан эвакуацияланған Варшава университетының медицина факультеты урынлаша. Хәҙерге ваҡытта бинала Ростов дәүләт медицина университетының администрация корпусы урынлашҡан. Ростов (Варшава) университетының администрация корпусы регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусыны эйә[1].

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бинаның проект авторы, фаразлауҙар буйынса, архитектор Н. М. Соколов. Ике ҡатлы кирбес бина, түбәһе тимер менән ябылған. Фасад штукатуркаланмаған. Төп фасад Нахичеван тыҡрығына ҡарай[4]. Ҡабырғаларынан биҙәүле стеналы ике вертикаль сығынты һыҙат айырылып тора. Фасадтың ҡатлауҙарға бүленешен этаж-ара буй сығынты һыҙат күрһәтеп тора. Стеналары дүртмөйөшлө таштар менән көпләнгән. Беренсе һәм икенсе ҡаттың тәҙрә уйымдары төрлө формала. Улар ҙур булмаған кәрниздәр, йөҙлөктәр һәм бикләүсе таштар менән биҙәлгәндәр. Икенсе ҡаттағы эргә сығынты һыҙаттың тәҙрәләре кәкере сығынты һыҙат һәм дуға һымаҡ кәрнизе булған парлы дүрт ҡырлы ярым колонналар менән биҙәлгән. Бина ҡатмарлы конфигурациялы. Төҙөлөшө коридор системаһы буйынса планлаштырылған, бүлмәләр ике яҡлап урынлашҡан[2].

Мемориаль таҡталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1984 йылда бинаға :

« Халыҡтар Дуҫлығы орденлы Ростов медицина институтында 1916 йылдан 1957 йылға тиклем медицина фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Николай Апполинариевич Рожанский (1884—1957 гг.) эшләне »

тигән яҙыулы мемориаль таҡта ҡуйыла[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 г. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). donland.ru. 7 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — Б. 27.
  3. Николаевская городская больница в Ростове-на-Дону. voopiik-don.ru. 14 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  4. Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 б. — ISBN 5-88616-027-2.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Панков Г. И Кузница медицинских кадров. Очерки истории Ростовского медицинского института — Ростов-на-Дону, 1968. — Б. 3—13, 15, 43, 71.