Руевица (стадион)
| Руевица | |
| Нигеҙләү датаһы | 2 август 2015 |
|---|---|
| Спорт төрө | футбол |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Риека[d] |
| Урын | Риека[d] |
| Хужаһы | Риека[d] |
| Хеҙмәтләндереүсе | Риека[d] |
| Рәсми асылыу датаһы | 2015 |
| Обитатель | Риека[d] |
| Һыйым | 34 000 |
| Рәсми сайт | nk-rijeka.hr/hnk-rijeka/… |
![]() | |
Руевица (хорва. Rujevica) — Хорватияның Риека ҡалаһында урынлашҡан футбол стадионы[2][3]. Стадиондың һыйҙырышлығы 8 279 урын тәшкил итә. Руевица стадионы — яңы Кантрида ҡоролмаһы осоронда 2015 йылдың авгусынан «Риека» футбол клубының ваҡытлыса үҙ аренаһы булып тора. Руевица — күнекмәләр комплексының бер өлөшө, ул өҫтәмә дүрт яланды үҙ эсенә ала һәм клубтың йәштәр академияһы тарафынан ҡулланыла[4]. Стадион шул уҡ исемле районда урынлашҡан, аренаның рәсми исеме — ХНК Риека стадионы (хорв. Rijeka HNK Stadion).
Ҡоролмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Руевица районындағы күнекмәләр үҙәген төҙөү 2014 йылдың 15 сентябрендә башлана һәм «Риека» футбол клубы милекселәре тарафынан финанслана[5]. 2015 йылдың 28 июлендә стадионды хорват футбол властары лицензиялай[6]. 2015 йылдың 2 авгусында Руевица рәсми рәүештә «Риека» командаһының Загреб «Локомотивына» ҡаршы уйын менән асыла, ул 3:1 иҫәбендә хужаларҙың еңеүе менән тамамлана. «Риеканың» һаҡсыһы Марин Леовац стадионда тәүге голдың авторы була[7].
Киңәйтеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың ғинуарында һәм ноябрендә «Риека» президенты Дамир Мишкович УЕФА чемпиондар Лигаһының һәм УЕФА Европа Лигаһының уйындарын үткәреүгә стадион УЕФА талаптарын ҡәнәғәтләндереү өсөн 8 000 тамашасынын һыйҙыра алырлыҡ трибунаны төҙөү планы тураһында телгә ала[8][9]. Төньяҡ трибуна 2017 йылдың 11 майында төҙөлә башлай[10], ә 2017 йылдың 21 июлендә тамамлана. Һөҙөмтәлә аренаның һыйҙырышлығы 6 039 урындан 8 279 урынға тиклем арттырыла[11]. 2017 йылдың 2 авгусында стадионда йөрөш рекорды теркәлә: «Риека» менән Австрияның «Ред булл» командалары араһындағы өсөнсө УЕФА чемпиондар лигаһының өсөнсө квалификацион раунды уйынына 8 118 кеше килә[12].
Секторҙар буйынса Һыйҙырышлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стадиондың дүрт секторы 8 279 тамашасыны һыйҙыра:
- I секторы (көнсығыш): 2 852
- Z секторы (көнбайыш): 2 775 (VIP-сектор)
- 'S секторы (төньяҡ): 2 240
- J секторы (көньяҡ): 412 (ҡунаҡ секторы)
Лигала йөрөш[13]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Миҙгел | Барыһы | Юғары | Әҙ | Уртаса |
|---|---|---|---|---|
| 2015/16 | 71 682 | 5 776 | 2 522 | 4 217 |
| 2016/17 | 85 628 | 6 004 | 3 022 | 4 757 |
| 2017/18 | 70 046 | 7 258 | 3 022 | 4 670 |
Йыйылма командалар араһында матч
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Дата | Ярыш | Дәғүәсе | Һөҙөмтә | Тамашасылар | Һылтанмалар | |
|---|---|---|---|---|---|---|
| Футбол буйынса йыйылма командаһы Хорватия | ||||||
| 4 июнь 2016 | иптәштәрсә матч | 10:0 | 3 911 | [14] | ||
| 6 октябрь 2017 | донъя чемпионатына квалификация | 1:1 | 7 578 | [15] | ||
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Rijekaprojekt-energetika, energy certificates for buildings, design and projects. Дата обращения: 21 март 2018.
- ↑ Ovako će izgledati novi stadion na Rujevici? (билдәһеҙ). Rijeka Danas. Дата обращения: 21 март 2018.
- ↑ Stadion Kantrida » Training camp. Дата обращения: 21 март 2018. 2018 йыл 8 апрель архивланған.
- ↑ Stadion Kantrida » Preparatory works started. Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 8 ноябрь архивланған.
- ↑ HNK Rijeka – Stadionu HNK Rijeka uporabna dozvola (билдәһеҙ). HNK Rijeka. Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 22 июль архивланған.
- ↑ Rijeka-Lokomotiva 3-1. Prvahnl.hr. Дата обращения: 21 март 2018.
- ↑ Cupać, Damir Rujevica dobiva sjevernu tribinu, u klubu tvrde: 'Ne odustajemo od Kantride, to je zbog euro susreta' (билдәһеҙ). Novi List (14 ғинуар 2016). Дата обращения: 21 март 2018.
- ↑ Mišković: Uložili smo 50 milijuna eura u Rijeku, a sad želimo Ćorića (билдәһеҙ). Goal.com (2 ноябрь 2016). Дата обращения: 21 март 2018.
- ↑ Počeli radovi na izgradnji sjeverne tribine stadiona HNK Rijeka (билдәһеҙ). HNK Rijeka (11 май 2017). Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 8 ноябрь архивланған.
- ↑ Dovršena sjeverna tribina stadiona HNK Rijeka (билдәһеҙ). HNK Rijeka (21 июль 2017). Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 8 ноябрь архивланған.
- ↑ Rijeka remizirala protiv Salzburga i stigla na korak do Lige prvaka! (билдәһеҙ). HNK Rijeka. Дата обращения: 21 март 2018. 2017 йыл 11 август архивланған.
- ↑ Rujevica (Rijeka): Popis utakmica na odabranom stadionu u 1. HNL (хорв.). HRnogomet.com.
- ↑ Croatia vs. San Marino – 4 June 2016 – Soccerway. Soccerway. Дата обращения: 21 март 2018.
- ↑ Croatia vs. Finland – 6 October 2017 – Soccerway. Soccerway. Дата обращения: 21 март 2018.
