Рута Мейлутите
Рута Мейлутите | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 19 март 1997 (26 йәш) |
Тыуған урыны | Каунас[d], Литва |
Һөнәр төрө | йөҙөүсе |
Уҡыу йорто |
Plymouth College[d] Бөйөк Витовт университеты[d] |
Ауырлығы | 64 килограмм |
Спорт төрө | Йөҙөү[1] |
Спорт дисциплинаһы | брасс[d] |
Ҡатнашыусы | Олимпиада уйындары 2012, Плавание на летних Олимпийских играх 2016[d] һәм Плавание на летних Олимпийских играх 2012 — 100 метров брассом (женщины)[d] |
Бейеклеге/буйы | 173 сантиметр |
Фолловерҙар һаны | 82 238 |
![]() |
Рута Мейлутите (лит. Rūta Meilutytė; 19 март 1997 йыл, Каунас) — Литва йөҙөүсеһе, олимпия чемпионы (2012)[2] һәм донъя чемпионы (2013) — 100 метр дистанцияға брасс менән, вице-донъя чемпионы — 50 м брасс менән (2013), ҡыҫҡа һыуҙа донъя чемпионатының (2012) ике алтын һәм бер көмөш миҙалын яулаусы. 50 һәм 100 метрға ярыштарҙа брасс менән Донъя рекордын ҡуя. Литва тарихында йөҙөүҙә Олимпия уйындары миҙалын яулаусы берҙән-бер спортсы. Бөйөк Британия[3]ла йәшәй һәм эшләй.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Биш йәштән тренеры Гедрюс Мартиниониста йөҙөү менән шөғөлләнә башлай[3].
2002 йылдан Бөйөк Британия, Плимут ҡалаһында йәшәй һәм спорттағы йүнәлеше буйынса шөғөлләнә. Джон Руд етәкселегендә күнекмәләр ала.
Йәйге олимпиада уйындары 2012[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Олимпия уйындарында иң йәш спортсылар араһында 15 йәшлек Рута Мейлутите, өс дисциплина ҡатнашып, 2011 йылда үҫмерҙәрҙең Европа йәйге Олимпия фестивале сиктәрендә түбәндәге дисциплиналарҙа еңеү яулай: алдан үткәрелгән йөҙөштә, 50 һәм 100 метрға ирекле стилдә ярышып, ярашлы рәүештә 26-сы һәм 29-сы урындарҙы яулай, өҫтәүенә 50 метрлыҡ дистанцияла милли рекорд ҡуя. Алдан үткәрелгән 100 м брасс менән йөҙөштә спортсы яҡшы ваҡыт күрһәтә, бер ынғай милли рекорд ҡуя, ә ярымфиналда Европаның яңы рекордын ҡуя: 1.05.21[4]. Финал уйындарында Мейлутите еңеү яулай, шулай итеп ул Литванан беренсе булып Олимпия уйындары миҙалын яулалаған йөҙөүсе, шулай уҡ һуңғы 16 йыл эсендә йөҙөү буйынса иң йәш Олимпия чемпионы.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атаһы — Саулюс Мейлутис. Әсәһе Ингрида 2001 йылда 34 йәшендә юл-транспорт һәләкәтендә һәләк була. Фажиғәнән һуң бер йыл үткәс, атаһы Плимутҡа күсенә, унда медицина хеҙмәткәре булып эшкә урынлаша. Ул, ҡыҙының йөҙөүгә таланты булыуын тойоп, Рутаны Бөйөк Британиялағы алдынға клубтарҙың береһе — Plymouth Leander йөҙөү клубына бирә.
Рутаның ике өлкән ағаһы бар — Маргирис һәм Миндаугас.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Литва алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының Ҙур командор кресы[5][6] (8 августа 2012 года)[7][8]
- 2012 йылда DELFI порталы һәм «Valstybė» журналы ойошторған конкурста Йыл кешеһе булып таныла.[9]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ (unspecified title) — Международная федерация плавания.
- ↑ Women’s 100m Breaststroke — Final (инг.)(инг.)
- ↑ 3,0 3,1 Литовка Мейлутите завоевала для страны «золото»
- ↑ Women’s 100m Breaststroke — Semifinals (инг.)
- ↑ Декрет от 8 августа 2012 года № 1K-1172 (Информация на сайте Президента Литвы 2011 йылдың 31 август көнөндә архивланған.) (лит.)(лит.)
- ↑ Prezidentė ordinu apdovanojo olimpinę čempionę R.Meilutytę (лит.)(лит.)
- ↑ Декрет от 8 августа 2012 года № 1K-1172 (Информация на сайте Президента Литвы 2011 йылдың 31 август көнөндә архивланған.) (лит.)(лит.)
- ↑ Prezidentė ordinu apdovanojo olimpinę čempionę R.Meilutytę (лит.)(лит.)
- ↑ Мейлутите стала Человеком года