Рябин Виктор Афанасьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Рябин Виктор Афанасьевич (6 август 1934 йыл11 сентябрь 1996 йыл) — СССР һәм Рәсәй физик-химигы, СССР (1991) һәм Рәсәй (1992) Фәндәр академияларының ағза-корреспонденты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Виктор Афанасьевич Рябин 1934 йылдың 6 авгусында Свердловск ҡалаһында тыуған.

1957 йылда Урал политехник институтын тамамлай.

1957 йылдан 1962 йылдарға тиклем — «Уралгипрохим» ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.

1962 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем — Урал ғилми-тикшеренеү химия институтында эшләй (НПО «Кристалл»): 1969 йылдан — институт директоры.

1972 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1980 йылда — профессор ғилми дәрәжәһе бирелә.

1991 йылда — СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана, 1992 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты булып китә.

1996 йылдың 11 сентябрендә Екатеринбургта вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыулы һәм һыуһыҙ системалар физикаһы һәм химияһы өлкәһендә белгес.

Алдан билдәләнгән үҙсәнлектәргә эйә булған материалдарҙы булдырыу һәм уларҙы етештереү ысулын эшләү маҡсатында, органик булмаған материалдарҙы өйрәнеү, составында хром, бор, алюмин, тимер, магний, кальций, фтор булған, һыулы һәм һыуһыҙ тоҙло, окислы һәм кислородһыҙ системаларҙың физик, химик һәм технологик үҙсәнлектәре өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара.

500-ҙән ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 2 монография авторы.

200 уйлап табыу авторы таныҡлығына эйә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР дәүләт премияһы (төркөм составында 1983-сө йылдар өсөн) — хром ингән матдәләр алыуҙың, уны күмәртәләп етештереүҙе тәьмин итеүҙең прогрессив ысулдарын эшләгәне өсөн.
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1980, 1986)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1979)
  • миҙалдар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]