Рәжәповтар
| Рәжәповтар | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған урыны |
Ҡазан даруғаһы Дүсмәт |
| Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Рәжәповтар — дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Рәжәп, Темников өйәҙе мишәре[1].
Рәжәповтар нәҫеле тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәжәптең улдары: Әбдесәләм (Сәли) һәм Солтан Рәжәповтар 1735 йылдан алып Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Дүсмәт ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) керҙәш сифатында йәшәгәндәр.
Әбдесәләм Рәжәповтың яманаты сыҡҡан улдары:
Мөҡсин Әбдесәләмов — 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1764 йылда поход старшинаһы дәрәжәһендә.
1756 йылдың авгусында Сөләймән Диваев менән берлектә Ҡазан даруғаһының Елдәк улусы Әжәк ауылы (хәҙерге Башҡортостпн Республикаһы Борай районы) янында Батыршаны тотоп, Санкт‑Петербургҡа тиклем конвой менән оҙатып барған.
1760 йылдар уртаһынан Нуғай даруғаһының Өршәк-Мең улусы Боҙаяҙ ауылында (Ҡырмыҫҡалы районы) йәшәгән.
1767 йылдан башлап шул уҡ даруғаның мишәрҙәр командаһы старшинаһы вазифаһында. 1774 йылдың апрель башынан хөкүмәт ғәскәрҙәре составында баш күтәреүселәр отрядтарына ҡаршы хәрәкәт иткән. 1786 йылда Себер сик һыҙығында башҡорт‑мишәр командаһы етәксеһе булып хеҙмәт иткән. Өршәк-Мең улусының Мөҡсин ауылы (хәҙерге Ауырғазы районы) уның хөрмәтенә аталған.
Йәмһүр Әбдесәләмов — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан баш күтәреүселәрҙе эҙәрлекләүсе һәм баҫтырыусы. 1789 йылдан алып поход старшинаһы. 1760 йылдар уртаһында Өршәк-Мең улусы башҡорттары еренә күсеп ултырған.
1774 йылдың апреленән алып хөкүмәт ғәскәрҙәре составында баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғыштарҙа, шул уҡ йылдың ноябрь аҙағында Салауат Юлаевты әсиргә алыуҙа ҡатнашҡан.
1782 йылдан башлап Стәрлетамаҡ өйәҙенең түбәнге земство суды заседателе, 1786 йылдан — Ырымбур сик буйы судының ауыл заседателе.
1792 йылда Себер сик һыҙығында башҡорт-мишәр командаһына етәкселек иткән.
Уның улы Фәйзулла (Фәтхулла) Йәмһүр улы Рәжәпов (1791—1844) — яҫауыл (1838).
1812 йылда бурҙар һәм юлбаҫарҙарҙы тотоу буйынса резерв командаһына етәкселек иткән, 1831 йылдан — Боҙаяҙҙа карантин заставаһы башлығы.
1819—1839 йылдарҙа 2‑се һәм 3‑сө мишәр кантондары башлығы, бер үк ваҡытта 10‑сы башҡорт кантоны башлығы вазифаһын башҡарыусы (1831).
2 тирмәнгә хужа була.
4‑се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнгән (1835).
Йәмһүр Әбдесәләмовтың улдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаһибәк Фәйзулла улы Рәжәпов (1812—?) — хорунжий. Боҙаяҙҙа йәшәгән. 2‑се, 3‑сө (1839—1847) һәм 1‑се (1847—1854) мишәр кантондары башлығы булған.
Мырҙағәли Фәйзулла улы Рәжәпов (1823—?), зауряд-хорунжий (1854). Боҙаяҙҙа йәшәгән. 1‑се мишәр кантоны башлығы (1854—1856).
Шулай уҡ Нурғәли Мирғәләүетдин улы Рәжәпов (1834—?) — зауряд-сотник (1859), 26‑сы (1856—1859), 28-се (1861—1863) кантондар башлығы.
Боҙаяҙҙа йәшәгән. Тирмәнгә, поташ заводтарына, 750 дисәтинә ергә хужа була.
«1853—1856 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙалы менән бүләкләнгән.
1850 йылда бпҫылған Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 3‑сө киҫәгендә Рәжәповтар нәҫеле тураһында яҙылған. Шулай уҡ М. С. Рәжәпов Рәжәповтар нәҫеленә ҡарай[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәжәповтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рәжәповтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Рәжәповтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.