Сәлимгәрәева Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәмилә Сәлимгәрәева битенән йүнәлтелде)
Рәмилә Сәлимгәрәева
Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы Сәлимгәрәева
Тыуған ваҡыты:

5 июнь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы Хөсәйен ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1972

Театр:

Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры

Наградалары:
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Сәлимгәрәева Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы (5 июнь 1950 йыл) — башҡорт театр актёры, 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы Сәлимгәрәева 1950 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Иҫке Хөсәйен (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Хөсәйен) ауылында тыуған.

1972 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Сибай драма театрында (1991 йылдан — Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры) эшләй, 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында актёр булып хеҙмәт итә.

Комедия жанры артисы. Милли йәштәр театрында уның яҙған пьесаһы буйынса "Ғүмерҙәрем — ҡалҡып килгән ҡояш" (2008) спектакле ҡуйыла.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сибай драма театрындағы ролдәре: Вәлимә («Һыу юлы» — Н. Асанбаев; дебют, 1972), Луиза («Мәкер һәм мөхәббәт» — Ф.Шиллер), Ғәзизә («Ғәзизәкәй балдыҙ» — Р. Сафин), Шәмсиә («Ҡоҙаса» — Б.Бикбай һәм З. Исмәғилев), Диләфрүз («Диләфрүзгә дүрт кейәү» — Т. Миңнуллин);

Милли йәштәр театрындағы ролдәре — Мәстүрә («Ауылға ҡыҙҙар килде» — Н. Ғәйетбай), Унғанбикә («Ҡыҙ урлау» — М. Кәрим), Әсә («Дала ҡиссаһы» — Ф. Бүләков), Өләсәй («Беҙҙең өйҙөң йәме» — М.Кәрим әҫәре буйынса).

1995 йылда «Театр яҙы» республика фестивалендә «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһындағы Шәмсиә роле өсөн «Миҙгелдең иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһына лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1986).
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1981)
  • Бәҙәр Йосопова исемендәге премия (1995)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.