Эстәлеккә күсергә

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Хабаровск сик буйы институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Хабаровск сик буйы институты
Нигеҙләү датаһы 1993
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Хабаровск
Урын Хабаровск
Рәсми сайт khpi.fsb.ru
Карта

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Сик буйы хеҙмәте флагы
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы хеҙмәте эмблемаһы
Файл:Хабаровск, памятник пограничнику с собакой.jpg
Сик буйы һаҡсыһы менән эткә һәйкәл[1]
Курсант- сик буйы һаҡсылары «Ҡара ләлә» (Ленин исемендәге стадион)яугир-интернационалистар һәйкәленә сәскәләр һала

Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Хабаровск сик буйы институты (ҡыҫҡартылған атамаһы — РФ ФИХ ХСБИ[2]) — Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәте Сик буйы хеҙмәтенең хәрби-уҡыу йорто, юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт белем биреү ҡаҙна учреждениеһы.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Сик буйы хеҙмәтенең Хабаровск хәрби институты 1993 йылдың 5 майында Рәсәй федерацияһы министрҙар Советының 421-се ҡарарына ярашлы[3], Хабаровск юғары хәрби төҙөлөш училищеһы базаһында (1981 йыл нигеҙләнә) ойошторола.

Сик буйы органдарын Федераль именлек хеҙмәте составына тапшырғандан һуң, РФ Федераль сик буйы хеҙмәте Хабаровск хәрби институты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2003 йылдың 24 октябрендәге 1535-се ҡарарына ярашлы Рәсәй Федерацияһы Федераль именлек хеҙмәтенең Хабаровск сик буйы институты итеп үҙгәртелә[2].

Институт тураһында мәғлүмәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең ғәмәлдәге лицензияһына ярашлы, институтта вуздан һуң, юғары, урта һәм өҫтәмә белем биреү программалары тормошҡа ашырыла.

Институт Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенә офицерҙар һәм прапорщиктар әҙерләү менән шөғөлләнә.

Уҡытыу «юриспруденция» һөнәре буйынса алып барыла, артабан «юрист» квалификацияһы бирелә. Специализация: сик буйы органдары подразделениеларының хеҙмәт-хәрби эшмәкәрлеге идаралығы, сик буйы контроле, сик буйы органдары подразделениеларының оператив-эҙләү эшмәкәрлеге, федераль именлек хеҙмәте органдарының махсус тәғәйенләнештәге подразделениеларының оператив-хәрби эшмәкәрлеге менән идара итеү (һөнәр буйынса бүленеш — 3 курсты тамамлағандан һуң. Урта (тулы) дөйөм белем биреү базаһы нигеҙендә уҡыу ваҡыты — 5 йыл.

Көндөҙгө-ситтән тороп уҡыуҡға әҙерлек 1 йыл көндөҙгө бүлектә уҡыуҙы күҙаллай, артабан хәрби хеҙмәткәр үҙҙәрен һайлап алған сик буйы органдарына хәрби хеҙмәт үтергә ебәрелә һәм 6 йыллыҡ ситтән тороп уҡыуға күсерелә. Бындай төркөм төп төркөмгө үтә алмаған абитуриенттар араһынан һайлап алына. Уҡыу тамамланғас, дәүләт өлгөһөндәге юғары белем алыу тураһындағы диплом тапшырыла. Параллель рәүештә урта һөнәри белемле белгестәрҙе әҙерләү алып барыла (уҡыу мөҙҙәте — 3 йылға тиклем). Курстарҙы тамамлағандан һуң сығарылыусылар урта һөнәри белем ала, уларға квалификациялы «юрист» дипломы һәм прапорщик дәрәжәһе бирелә.

Уҡыуға 16-22 йәштәге хәрби хеҙмәт үтмәгән егеттәр ҡабул ителә; хәрби хеҙмәт үткән, саҡырыу йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәттә булған 24 йәшкә тиклемге, дөйөм урта белемдән дә түбән булмаған белемле, билдәләнгән тәртиптә медицина тикшереүе үткән, һөнәри психологик һайлау, физик әҙерлек кимәлен тикшереүен, ҡабул итеү имтихандарын, конкурс буйынса һайлап алыуҙы үткән гражданжар ҡабул ителә. Саҡырыу йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәргә ҡабул итеү имтихандарына әҙерләнеү өсөн июнь айында 30 көнлөк әҙерлек сборҙары ойошторола. Институтҡа һайлап алыу һәм йүнәлтеү федераль именлек хеҙмәте органдары тарафынан билдәле талаптарға ярашлы башҡарыла.

  • Бубенин Виталий Дмитриевич — генерал-майор, Советтар Союзы Геройы, «Альфа» махсус подразделениеһының тәүге командиры.
  • Садыков Николай — генерал-майор.
  • Наймило Михаил Иванович — генерал-лейтенант, , «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» һәм «Почет Билдәһе» ордендары, «СССР-ҙың дәүләт сиген һаҡлауҙағы отличие өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
  • Ғәлиуллин Дамир Лотфый улы — социология фәндәре кандидаты, доцент, генерал-майор.
  • Полянский Михаил Васильевич — иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, генерал-майор[4].
  • Сидоров Игорь Анатольевич — психология фәндәре кандидаты, генерал-майор.
  1. До 2005 года скульптура находилась в городском парке им. Гродекова, недалеко от Хабаровского утёса.
  2. 2,0 2,1 Историческая справка 2018 йыл 16 июль архивланған. Официальный сайт Хабаровского пограничного института ФСБ России
  3. Постановление Совета Министров — Правительства Российской Федерации О неотложных мерах по материально-техническому обеспечению пограничных войск Российской Федерации и обустройству государственной границы Российской Федерации № 421 от 5 мая 1993 г.(недоступная ссылка)
  4. Руководство института 2018 йыл 7 август архивланған. Официальный сайт Хабаровского пограничного института ФСБ России