Эстәлеккә күсергә

Федераль йыйылыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Федераль йыйылыш
Нигеҙләү датаһы 12 декабрь 1993
Логотип
Дәүләт  Рәсәй
Юрисдикция таралышы Рәсәй
Милке Российская Федерация сегодня[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, Рәсәй
Алдағы Верховный Совет России[d]
Рәсми сайт gov.ru/main/page7.html
Ранг Alexa 6 253 708[1]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 165 865
 Федераль йыйылыш Викимилектә

Рәсәй Федерацияһының Федераль йыйылышы — Рәсәй Федерацияһы парламенты, Рәсәй дәүләт власының вәкиллекле һәм закондар сығарыу органы.

Федераль йыйылыш статусы Рәсәй Конституцияһының 5-се бүлегендә билдәләнгән. Федераль йыйылыштың функциялары һәм вәкәләттәре ике палата — Дәүләт думаһы менән Федерация Советы араһында бүленгән (Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 95-се статьяһына ярашлы). Федераль йыйылыш даими эшләүсе орган булып тора (Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 99-сы статьяһы). Палаталар төрлө биналарҙа ултыра, ләкин Рәсәй Федерацияһы президентының мөрәжәғәтнамәләрен һәм Рәсәй Федерацияһы Конституция судының мөрәжәғәтнамәләрен, сит ил дәүләт башлыҡтарының сығыштарын тыңлау өсөн бергә лә йыйыла (Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 100-сө статьяһы).

Рәсәй Федераль йыйылышының структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Федераль йыйылыш ике палатанан — Дәүләт думаһынан һәм Федерация Советынан — тора.

Палаталарҙың составы ла, уларҙы төҙөү принциптары ла төрлө. Дәүләт думаһы 450 депутаттан тора, ә Федерация Советына Рәсәйҙең һәр субъектынан икешәр — дәүләт власының вәкиллекле һәм башҡарма органынан берәр — вәкил инә (Рәсәй Федерацияһында 85 субъект, тимәк, Федерация Советында 170 ағза бар). Бер үк кеше Федерация Советы ағзаһы ла, Дәләт думаһы депутаты ла була алмай.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы 95-се статьяһының (2, 3, 4-се өлөштәр) яңы редакцияһына ярашлы, хәҙер Федерация Советына Рәсәй Федерацияһының Президент тәғәйенләгән вәкилдәре лә инә, уларҙың һаны Рәсәй субъекттары дәүләт власының вәкиллекле һәм закондар сығарыу органдары вәкиле булған Федерация Советы ағзалары һанының 10 процентынан да күберәк була алмай.

Дәүләт думаһы Конституция менән билдәләнгән биш йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана, ә Федерация Советы үҙ легислатураһының тәғәйен мөҙҙәтенә эйә түгел. Ләкин Федерация Советын формалаштырыу тәртибе лә, Дәүләт думаһына депутаттар һайлау тәртибе лә федераль закондар менән билдәләнә.

Федераль йыйылыш берҙәм парламент организмы булып тора, әммә был уның палаталарының бөтә осраҡтарҙа ла бергә эш итеүен аңлатмай. Киреһенсә, Рәсәй Конституцияһы билдәләүенсә, Федерация Советы менән Дәүләт думаһының ултырыштары айырым үтә. Палаталар Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы менән билдәләнгән өс төрлө осраҡта ғына бергә йыйыла ала:


  1. Рәсәй Федерацияһы президенты мөрәжәғәтнамәләрен тыңлау өсөн;
  2. Рәсәй Федерацияһы Конституция судының мөрәжәғәтнамәләрен тыңлау өсөн;
  3. Сит ил дәүләттәре етәкселәренең сығыштарын тыңлау өсөн.

Парламентарийҙарға хеҙмәт хаҡы түләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт думаһы депутаттарының һәм Федерация Советы ағзаларының статусы тураһындағы законда билдәләнеүенсә, депутаттарҙың һәм сенаторҙарҙың хеҙмәт хаҡы министрҙарҙың хеҙмәт хаҡына тиң.

Федераль йыйылыштың баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эшмәкәрлеген яҡтыртыу өсөн нәшер ителеүсе баҫмалар:

  • «Парламентская газета» гәзите
  • «Российская Федерация сегодня» журналы
  1. Alexa Internet (ингл.) — 1996.