Эстәлеккә күсергә

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте институты
Нигеҙләү датаһы 10 август 1935
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новосибирск
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Карта

Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте институты — юғары хәрби-уҡыу йорто, 1935 йылдың 10 авгусында ойошторола, Федераль именлек хеҙмәтенең хәрби контрразведкаһына офицер кадрҙарын әҙерләү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнә.

СССР НКВД-һының 1935 йылдың 10 авгусындағы бойороғо менән Дәүләт именлеге баш идаралығы (ГУГБ) системаһында хәрби контрразведка өлкәһе һәм дәүләт именлегенең оператив хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү өсөн СССР НКВД-һы ГУГБ-нда Новосибирск край-ара мәктәбе ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышының башланған осоронда мәктәптә оператив состав ҙәреләү курстары булдырыла, 1943 йылда СССР НКВД-һы бойороғо менән ошо курстар базаһында СССР Оборона халыҡ комиссарҙары ҡарамағында «Смерш» Контрразведка дәүләт идаралығының оператив составын әҙерләү мәктәбе булдырыла. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 апрелендәге указы менән мәктәпкә Ҡыҙыл байраҡ тапшырыла[1][2].

СССР Министрҙар Советының 1952 йылдың 5 апрелендәге ҡарары һәм СССР Дәүләт именлеге министрлығы (ДИМ) бойороғо менән Новосибирск край-ара мәктәбе СССР ДИМ-дың 311-се Новосибирск махсус мәктәбе итеп үҙгәртелә, 1953 йылдан — СССР эске эштәр министрлығы, 1954 йылдан — ике йыл уҡыу ваҡыты менән СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты мәктәбе тип үҙгәртелә. Мәктәп структураһы дүрт уҡыу циклынан тора: махсус дисциплина, хәрби-физик әҙерлек, марксистик-ленинистик әҙерлек һәм криминалистика. 1960 йылдан мәктәптә биш ай әҙерлек мөҙҙәте менән хәрби контрразведканың оператив составының белемен камиллаштырыу курстары эшләй башлайсрок менән әҙерләү курсында уҡый[2].

1974 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарарына һәм СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы КГБ бойороғона ярашлы, 311-се Новосибирск махсус мәктәбе СССР ДИК-ының Хәрби контрразведка юғары курстары тип үҙгәртелә, 1992 йылдан — Именлек министрлығы 1993 йылдан — Федераль контрразведка хеҙмәте. Курс структуралары үҙ эсенә уҡыу циклдары базаһында ойошторолған кафедраларҙы ала, ике курс ойошторола: хәрби контрразведканың етәксе һәм оператив составының белемен камиллаштырыу, ә 1978 йылдан ДИК-тың махсус бүлектәренең етәксе һәм оператив составының белемен камиллаштырыу институты ойошторола[3][1][2].

1985 йылда СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы курстар «50 йыллығына һәм дәүләт именлеге органдары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[1].

1995 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары ФКХ Хәрби контрразведка юғары курстары Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институты тип атала башлай. 2007 йылда ул Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте институты тип үҙгәртелә. Институтты тамамлаусылар араһынан бер офицер — Советтар Союзы Геройы, ете офицер Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була[4].

  • 19441949 — полковник Д. Ф. Каминский
  • 19491960 — полковник В. М. Осипова
  • 19601972 — полковник В. И. Воронова
  • 19731977 — генерал-майор И. А. Фельдшеров
  • 19771981 — генерал-майор М. С. Шейкин
  • 19811986 — генерал-лейтенант Г. К. Липатов
  • 19861991 — генерал-майор Ю. Н. Степанов
  • 2007 йылдан — полковник В. В. Шмелев

Билдәле тамамлаусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР һәм РФ Геройҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • генерал-полковник А. А. Беспалов
  • генерал-лейтенант С. В. Дьяков
  • генерал-лейтенант Ю. Н. Степанов
  • генерал-лейтенант Н. И. Рыжак
  • контр-адмирал П. Г. Премьяк

Бүләктәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены 1985 йыл — «50 йыллығы һәм дәүләт хәүефһеҙлеге органдары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн»
  1. 1,0 1,1 1,2 Институт ФСБ России: история. Дата обращения: 5 декабрь 2020.
  2. 2,0 2,1 2,2 Новосибирская школа контрразведки (1935—2005) / редкол.:Новиков В. А. и др. — Москва : Русь, 2005 г. — 341 с. — ISBN 5-8090-0036-3
  3. Школа №311 — Высшие курсы военной контрразведки. История отечественных спецслужб и правоохранительных органов. Дата обращения: 5 декабрь 2020.
  4. 70 лет — на службе отечеству. Красная звезда. Дата обращения: 5 декабрь 2020.
  • Новосибирская школа контрразведки (1935—2005) / редкол.:Новиков В. А. и др. — Москва : Русь, 2005 г. — 341 с. — ISBN 5-8090-0036-3
  • Очерки истории высшей школы Новосибирска: к 100-летию города / В. С. Алтурмесов и др. ; редкол.: общ. ред. — А. С. Востриков и др. — Новосибирск : Изд-во НГТУ, 1994 г. — 139 с. — С.155—162 — ISBN 5-230-12002