А. М. Горький исемендәге Донья әҙәбиәте институты
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Akkashka мөхәррирләй. |
А. М. Горький исемендәге Донья әҙәбиәте институты | |
Нигеҙләү датаһы | 1932 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Отделение историко-филологических наук РАН[d] һәм Рәсәй Фәндәр академияһы |
Рәсми сайт | imli.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Сотрудники ИМЛИ[d] |
Рәсәй Фәндә Академияһының А. М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты (ИМЛИ РАН) — 1932 йылда барлыҡҡа килгән Рәсәй Фәндәр академияһы ғилми-тикшеренеү институты Мәскәүҙә кенәз Гагариндың элекке усадьбаһында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1932 йылдың 17 сентябрендә СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының «Максим Горькийҙың әҙәби эшмәкәрлегенә 40 йыл тулыу уңайынан саралар тураһында»ғы ҡарары менән булдырыла. 1934 йылға тиклем — Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты, СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1934 йылдың 27 авгусындағы ҡарарына ярашлы, А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты. Л. Б. Каменев институттың тәүге директоры итеп үҙгәртелә.
1937 йылдың 14 февралендә Институт ҡарамағында А. М. Горький архивы һәм А. М. Горький музейы булдырыла. 1937 йылдың 1 ноябрендә музей күмәк халыҡҡа асыҡ була, ә 1938 йылдың 4 мартында — А. С. Пушкин Дәүләт музейы тип йөрөтөлә башлай. 1949 йылда ул Ленинградҡа күсерелә.
1938 йылдың 16 апрелендә, СССР Фәндәр академияһы составына ингәс, СССР Фәндәр академияһының А. М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты, артабан хәҙерге исемен — Рәсәй Фәндәр академияһының А. М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты (ИМЛИ) ала. Доменико Жилярди проекты буйынса XIX быуаттың тәүге сирегендә төҙөлгән Гагариндарҙың элекке усадьбаһында, Поварская урамы, 25 адресы буйынса урынлашҡан.
1950 йылда ИМЛИ хеҙмәткәре Вера Степановна Нечаева В. Г. Белинскийҙың дүрт томлыҡ биографияһының тәүге томы (1949) өсөн В. Г. Белинский исемендәге академия премияһы лауреаты була[2]. 1952 йылда Нечаева Институттың текстология секторы мөдире итеп тәғәйенләнә.
Мирбадалева Адэльма Сабировна 1961 — 2005 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Рәсәй Фәндәр Академияһының А. М. Горький исемендәге Донья әҙәбиәте институтында 1977 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1989 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Евнина Е. М. Фрагменты группового портрета ИМЛИ 30—70-х годов // Апрель: литературно-художественный и общественно-политический альманах. Вып. 5. М., 1992. С. 274—292.
- Евнина Е. М. Из книги воспоминаний. Во времена послевоенной идеологической бойни // Вопросы литературы, 1995, № 4. (ИМЛИ в 40-е годы: А. Старцев, В. Щербина, Р. Самарин, А. Белецкий, Ю. Данилин и другие персонажи)
- Прополянис Г. Э. Архив А. М. Горького (К 70-летию со дня основания). — М.: ИМЛИ РАН, 2007.(недоступная ссылка)
- Труды Института мировой литературы им. А. М. Горького РАН. Библиографический указатель. 1939—2000 / Сост.: Е. Д. Лебедева. Отв. ред. А. С. Курилов. — М.: ИМЛИ РАН, 2002. — 621 с. — ISBN 5-9208-0126-3.
- Труды Института мировой литературы им. А. М. Горького РАН. Библиографический указатель. 2001—2010 / Сост.: Е. Д. Лебедева. Отв. ред. А. С. Курилов. — М.: ИМЛИ РАН, 2012. — 344 с. — ISBN 978-5-9208-0403-7.
- Курилов А. С. Из истории Института: (А. М. Горький и ИМЛИ; первые Положения об Институте и планы научной работы) 2020 йыл 25 сентябрь архивланған. // Литературоведческий журнал. 2012.
- Курилов А. С. Институт мировой литературы им. А. М. Горького Российской Академии наук. Предпосылки. Предыстория. Начало. Становление. — М.: ИМЛИ РАН, 2022.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт 2008 йыл 27 июль архивланған.
- Мировой литературы институт // Мёзия — Моршанск. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 16).
- Ҡалып:Из КЛЭ