Рәхмәтуллин Сәфиулла Рәхмәтулла улы
Сәфиулла Рәхмәтуллин | |
Исеме: |
Сәфиулла Рәхмәтулла улы Рәхмәтуллин |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Шағир |
Сәфиулла Рәхмәтулла улы Рәхмәтуллин — башҡорт шағиры.
1845 йылда хәҙерге Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. Ырымбур Ҡарғалыһы мәҙрәсәһен тамамлай. Заманына күрә шаҡтай уҡымышлы кеше була. 1905 йылда халыҡты поэтик һүҙ менән көрәшкә өндәп, революцион хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн хөкөм ителә һәм оҙаҡ йылдар төрмәлә ултыра. Халыҡҡа мәғлүм булған ижады тап ошо революцион хәрәкәт менән тығыҙ бәйле. Башҡа әҫәрҙәре әлегә билдәле түгел.
«Башҡорттарым, ҡуҙғалайыҡ» шиғырында ул еребеҙҙе, халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкә күтәрелергә әйҙәй. Төрмәлә яҙылған шиғырҙары төрмәләге конвоирҙарҙың халыҡҡа ҡарата булған мөнәсәбәте, шарттарҙың насар булыуы тураһында бәйән итә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәхмәтуллин Сәфиулла Рәхмәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.