Эстәлеккә күсергә

СССР Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

РСФСР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариаты эргәһендәге Дәүләт сәйәси идаралығы менән бутамаҫҡа. Ҡалып:Махсус хеҙмәт

СССР Халыҡ комиссарҙары Советы эргәһендәге Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы (СССР ХКС-ы ОГПУ эргәһендәге БДСИ) — СССР дәүләт именлегенең махсус органы. Был структура РСФСР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариаты эргәһендәге Дәүләт Сәйәси Идаралығы (ГПУ) базаһында, 1922 йылда СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1923 йылдың 15 ноябрь ҡарары менән СССР — дүрт совет республикаһының союзы раҫланғандан һуң, ойошторола. 1934 йылда БДСИ (ОГПУ) Дәүләт именлеге баш идаралығы (ГУГБ) булараҡ СССР НКВД-һы (РСФСР НКВД-һынан барлыҡҡа килә) составына инә. 1926 йылдың 20 июленә тиклем Ф. Э. Дзержинский ОГПУ рәйесе (элек РСФСР НКВД-һы эргәһендәге Дәүләт сәйәси идаралығы рәйесе) була, артабан 1934 йылға тиклем — БДСИ-н Вячеслав Менжинский етәкләй.

Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығының бурыстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1924 йылдың 31 ғинуарында ҡабул ителгән СССР Конституцияһында Баш сәйәси махсус хеҙмәттең төп бурысы билдәләнә.

Сәйәси һәм иҡтисади контрреволюцияға, шпионажға һәм бандитлыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса союздаш республикаларҙың революцион көстәрен берләштереү маҡсатында Совет Социалистик Республикалар Союзының Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә Берләшкән Дәүләт Сәйәси Идаралығы ойошторола, уның рәйесе Совет Социалистик Республикалары Союзының Халыҡ Комиссарҙары Советына кәңәш биреү тауышы хоҡуғы менән инә

— СССР Конституцияһы — 21.01.1924 йыл, 9-сы бүлек, 61-се статья[1]

РСФСР Эске эштәр Халыҡ Кмиссариаты яуаплылығында йәмәғәт именлеген тәьмин итеү һәм бандитлыҡҡа, башҡа хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау буйынса функциялары ҡалған, шул уҡ ваҡытта СССР-ҙың союз Эске эштәр Халыҡ Комиссариаты булдырылмаған.

Үҙ сиратында, СССР Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы контрреволюцияға, шпионажға ҡаршы көрәш, дәүләт именлеген тәьмин итеү һәм совет власына сит элементтарға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлек алып барған.

Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығының вәкәләттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы союздаш республикаларҙың идаралыҡтары аша, ә РСФСР-ҙа өлкә идаралыҡтары аша эшләүсе үҙәк ведомство булып торған.

Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы шулай уҡ автономиялы республикалар һәм өлкәләр Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы сәйәси бүлектәрҙе контролдә тотто.

1923 йылдың 15 мартынан 1928 йылдың 20 апреленә тиклем БДСИ килем алыу маҡсаттарын күҙ уңында тотмаған йәмғиәттәр һәм союздар (берләшмәләр) уставтарын ҡарау һәм раҫлау буйынса комиссияларҙа ҡатнаша (СССР йәмәғәт ойошмаларының Үҙәк дәүләт архивы материалдары буйынса). ф. 393, оп. 39, д. 25б, 39-43 бб.)

1923—1924 йылдарҙа Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы ғәмәлдә милиция шәхси составын бер тапҡыр аттестациялау буйынса Үҙәк аттестация комиссияһы менән етәкселек иткән (СССР йәмәғәт ойошмаларының Үҙәк дәүләт архивы материалдары буйынса, Ф. 393, оп. 39, д. 247-се б.).

1924 йылғы СССР Конституцияһына ярашлы, БДСИ вәкиле СССР Юғары Суды пленар ултырыш үткәргәндә уның мотлаҡ ағзаһы булған, Идаралыҡ СССР Юғары Судына туранан-тура мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә булған. Был органдың эшмәкәрлеген СССР Юғары Суды прокуроры күҙәткән.

Файл:Ogpu forma.gif
ОГПУ хеҙмәткәренең формаһы
Файл:Chk plakat.gif
ВЧК-ОГПУ революция һағында. РСФСР плакаты

Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы ҡарамағында контрреволюцион сығыштарҙы һәм бандитлыҡты баҫтырыу өсөн кәрәкле ғәскәрҙәрҙең айырым частары була.

СССР Союзының Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы — хеҙмәтсәндәрҙең ҡораллы көстәре ойошмаһы. Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы ҡоро ер, диңгеҙ һәм һауа көстәренә бүленә. Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы составына шулай уҡ махсус тәғәйенләнешле ғәскәрҙәр: Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы ғәскәрҙәре һәм конвойсы ғәскәрҙәр инә.

— 1930 йылдың 13 авгусында раҫланған СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының, СССР Халыҡ Комиссариаты Советының 42/253б-сы һанлы «Мотлаҡ хәрби хеҙмәт тураһында» Законы раҫлана. I бүлек, 2-се Статья

1930 йылдың 15 декабрендә СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм СССР Халыҡ Комиссариаты Советы «Милиция һәм енәйәтте эҙләү эшмәкәрлеге менән Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы органдарының етәкселек итеүе тураһында» йәшерен ҡарар ҡабул итә, уның нигеҙендә Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы һәм уның урындағы органдары милиция һәм енәйәтте эҙләү хеҙмәткәрҙәрен тәғәйенләү, күсереү һәм эштән бушатыуҙан тыш, уларҙың халыҡҡа билдәле составын һәм йәшерен агентура селтәрен файҙаланыу хоҡуғына эйә була[2].

Берләшкән дәүләт сәйәси идаралығы тураһында нәфис фильмдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Трест» операцияһы (1967)
  • Крах (1968)
  • Транссибирский экспресс (1977)
  • Синдикат-2 (1981)
  • Покушение на ГОЭЛРО (1986)
  • Очарование зла (2006)
  • Зулейха открывает глаза (сериал) (2020)
  1. Конституция СССР от 21.01.1924 г. Дата обращения: 29 ғинуар 2012. Архивировано 11 ғинуар 2012 года.
  2. http://www.ormvd.ru/history/10011/ 2014 йыл 20 март архивланған. История МВД

Ҡалып:Государственные институты власти СССР