СССР гимны

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Советтар Союзының дәүләт гимны (19771991). СССР Юғары Совет Президиумы ҡарары менән 1977 йылдың 27 майында ҡабул ителгән. А. В. Александров көйө, С. В. Михалков һәм Г. Г. Эль-Регистан һүҙҙәре.


Башҡорт телендә һүҙҙәре[үҙгәртергә]

А. Игебаев, Ғ. Рамазанов, С. Әлибаев тәржемәһе
Азат республикаларҙың ныҡ Союзын
Бергә мәңгегә Бөйөк Русь тупланы.
Йәшә, халыҡтар теләге тыуҙырған ил —
Берҙәм, ҡеүәтле Советтар Ватаны!
Дан һиңә, дан, Ватан, киң, ирекле Ватан,
Һин — халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
Ленинсы партия — бар халҡыбыҙ көсө,
Ул етәкләй коммунизмға беҙҙе!
Ирек ҡояшы балҡыны дауыл аша,
Һәм Ленин-даһи яҡтыртты юл беҙгә:
Ғәҙел көрәшкә күтәрзе халыҡтарҙы,
Хеҙмәт, еңеүгә рух бирҙе ул беҙгә!
Дан һиңә, дан, Ватан, киң, ирекле Ватан,
Һин — халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
Ленинсы партия — бар халҡыбыҙ көсө,
Ул етәкләй коммунизмға беҙҙе!
Бөйөк коммунизм эшенең еңеүендә
Илдең киләсәк көндәрен күрәбеҙ.
Данлы Ватандың ал байрағына мәңге
Тоғро булырга берҙәм ант бирәбеҙ!
Дан һиңә, дан, Ватан, киң, ирекле Ватан,
Һин — халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
Ленинсы партия — бар халҡыбыҙ көсө,
Ул етәкләй коммунизмға беҙҙе!

Урыҫ телендә һүҙҙәре[үҙгәртергә]

Союз нерушимый республик свободных
Сплотила навеки Великая Русь.
Да здравствует созданный волей народов
Единый, могучий Советский Союз!
Припев:
Славься, Отечество наше свободное,
Дружбы народов надёжный оплот!
Партия Ленина — сила народная
Нас к торжеству коммунизма ведёт!
Сквозь грозы сияло нам солнце свободы,
И Ленин великий нам путь озарил:
На правое дело он поднял народы,
На труд и на подвиги нас вдохновил!
Припев.
В победе бессмертных идей коммунизма
Мы видим грядущее нашей страны,
И Красному знамени славной Отчизны
Мы будем всегда беззаветно верны!
Припев.