Студенттар хоккей лигаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(СХЛ битенән йүнәлтелде)
Студенттар хоккей лигаһы
СХЛ 2019/2020 йылдар миҙгелендә

Шайбалы хоккей
Нигеҙләнгән:

2016 йыл, май

Илдәр:

Рәсәй флагы Рәсәй

Башлыҡ:

Антон Храмцов

Ваҡыт:

һәр йыл

Командалар һаны:

14 (Чемпионат)

Международные турниры:

Student Hockey Challenge

Ғәмәлдәге еңеүсе:

УДТУ (3-сө кубок)

Титулдарҙың иң ҙур һаны:

УДТУ (3 кубок)

Рәсми сайт:

http://shlru.ru

Студенттар хоккей лигаһы (СХЛ) (рус. Студенческая хоккейная лига) — Рәсәйҙә шайбалы хоккей буйынса студенттар араһында лига. СХЛ 2016 йылдың май айында барлыҡҡа килә. Лига ике дивизиондан тора: Чемпионат һәм Беренселеке. Шулай уҡ лиганың Бөтә йондоҙҙар уйыны бар, ә СХЛ чемпионы халыҡ-ара турнирҙарҙа һәм СХЛ йыйылма командаһы Университет хоккейы буйынса донъя кубогында ҡатнаша.

Даими алғанда Студенттар хоккей лигаһында 90-дан ашыу команда ҡатнаша.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Студенттар хоккей лигаһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем стунденттар араһында бөтә Рәсәй ярыштары үтә ине. Һунғы миҙгелдә чемпион исемен Себер ҡулланыу кооперацияһы университетының «Кристалл» командаһы яулай. 2016 йылдың 24 майы — СХЛ барлыҡҡа килгән көн тип һанала. Шул көндә Студенттар хоккей лигаһының ойоштороу йыйылышы үтә. СХЛ ойоштороусылары итеп Рәсәй хоккей федерацияһы һәм Рәсәй студенттары спорт союзы сығыш яһай. Яңы төҙөлгән лиганың рәйесе итеп Владимир Юрзинов һайлана[1]. 2016 йылдың 8 сентябрендә СХЛ Европа Университеттар хоккей лигаһы менән бергә эшләү буйынса меморандум төҙөй. 21 октябрҙә «Магистр» дивизионында миҙгел башлана. 8 декабрҙә лига тарихында тәүе бөтә йондоҙҙар уйыны үтә. Лига Магистр һәм Бакалавр дивизиондарына бүленә. Магистр дивизионында Лига менән һайлап алынған 16 команда ҡатнаша. Был төп дивизион тип һанала. Ә Бакалаврҙа уйындар Рәсәй беренселеге кеүек үтә — тәүҙә региондар эсендә, шунан зоналар буйынса еңеүселәр Рәсәй финалына сыға Бакалавр дивизионы чемпионын билдәләй. 2017 йылдың сентябрендә Екатеринбургта «Student Hockey Eurochalllenge» тәүге халыҡ-ара студенттар турниры үтә. Шунда Рәсәйҙән УДТУ һәм «Авиаторы», Чехияанан Карлов Университеты һәм Словакиянан Матей Бел университеты хоккей клубтары ҡатнаша. УДТУ командаһы, СХЛ Магистр дивизионы чемпионы булараҡ, был турнирҙы ла еңә.

2017 йылдан алып СХЛ-дың Магистр дивизионында Башҡортостандан Башҡорт физик мәҙәниәте институтының «Алтын» командаһы сығыш яһай башлай. 2017 йылдың 12 декабрендә «Студент спорты йондоҙҙары» сараһы барашында СХЛ «Йыл проекты» номинацияһын яулай[2].

2018 йылдың 2—5 ғинуарҙарында СХЛ йыйылма командаһы Университет командалары араһында донъя кубогында ҡатнаша. Шунда СХЛ-дан башҡа Европа студенттар хоккей лигаһы һәм Америка студенттар хоккей ассоциацияһы йыйылма командалары бар. Шунда СХЛ йыйылма командаһы төп титулды еңеп яулай. Шулай СХЛ йыйылма командаһы Йәштәр хоккей лигаһының клубтары менән дуҫтарса осрашыуҙар үткәреп тора[3]. 2018/2019 йылдар миҙгелендә СХЛ йыйылма командаһы Милли йәштәр хоккей лигаһының йондоҙҙары командаһы менән Быуындар кубогы өсөн көрәшә.

2019/2020 йылдар миҙгелендә Тулала 2-се СХЛ Асыш кубогы өсөн турнир, Силәбелә 4-се СХЛ йондоҙҙар уйыны, СХЛ йыйылма командаһы МЙХЛ йыйылма командаһына ҡаршы Быуындар кубогы өсөн уйнай. Шулай уҡ миҙгел алдынан Санкт-Петербург ҡалаһында Baltic student hockey Cup студент командалары араһында турнир үтә, ә октябрҙә Барнаул ҡалаһында 4 илдән 8 команда ҡатнашлығында 2-се Student Hockey Challenge турниры үтә[4].

Миҙгел форматы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СХЛ ике дивизионға бүленә: көслөрәк Чемпионат һәм Беренселек. Чемпионатта ике конференцияға бүленгән 16 команда ҡатнаша. Конференциялар эсендә һәр команда үҙ майҙансығында дүрт команды өсөн мини-турнирҙар үткәреп торалар. Даими миҙгелдә һәр клуб өсөн уйындар һаны профессиональ лигалар менән сағыштырғанда әҙерәк. Һәр конференциянан иң көслө дүрт команда плей-оффҡа эләгә, һәм шунда миҙгелдең чемпионы билдәләнә.

СХЛ беренселегендә һәр Рәсәй федерацияһы субъектының чемпионы билдәләнә. Шунан улар 8 зонала иң көслөләрҙе билдәләйҙәр. Зона чемпиондары СХЛ Бөтә Рәсәй финалына сыға һәм шунда Бакалавр дивизионының чемпионын билдәләй. 2018/2019 йылдар миҙгелендә бар командалар 6 территориаль зонаға бүләнә. Ярыштар өс этапта үтә. Бөтә Рәсәй финалында һәр зонанан икешәр команда (барыһы 12) ҡатнашасаҡ[5]. СХЛ чемпионатында ҡатнашҡан клубтар СХЛ беренселегенең беренсе этабында ғына ҡатнаша ала.

Командалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Еңеүселәр таблицаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СХЛ чемпионаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел Чемпион Финалсы 3-сө урын 4-се урын
2016/17 УДТУ ХК Екатеринбург ВбФМСһТДӘ ХК Барнаул «Авиаторы» Мәскәү «Держава» Тамбов
2017/18 УДТУ ХК Екатеринбург «Держава» Тамбов Билдәләнмәй
2018/19 УДТУ ХК Екатеринбург «Авиаторы» Мәскәү «Политехник» Силәбе «Держава» Тамбов

СХЛ беренселеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел Чемпион Финалсы 3-сө урын 4-се урын
2016/17 «Кристалл» Бердск «Динамо» Барнаул УДФМУ ХК Силәбе «Электроник» Мәскәү
2017/18 «Динамо» Барнаул «Электроник» Мәскәү УДФМУ ХК Силәбе «Лисы» Санкт-Петербург
2018/19[6] УДФМУ ХК Силәбе «Динамо-Алтай» Барнаул «Металлург» Новокузнецк «Тимирязевские зубры» Мәскәү
2019/20

СХЛ бөтә йондоҙҙар уйыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Студенттар хоккей лигаһының иң яҡшы уйынсылары ҡатнашлығында Магистр дивизионының Көнбайыш һәм Көнсығыш конференцияларының йыйылма командалары араһында уйын йыл һайын үтә. Бакалавр дивизионың иң яҡшы уйынсылары ла ҡатнаша ала. 2018/2019 йылдар миҙгелендә СХЛ йондоҙҙар уйынында командалар Чемпионат һәм Беренселек конференцияларына бүленә һәм турнирҙа дүрт команда ҡатнаша[7].

  • 8 декабрь 2016, Легендалар паркы, Мәскәү. Көнсығыш — Көнбайыш 4:6.
  • 5 декабрь 2017, Хоккей ҡаласығы, Санкт-Петербург. Көнсығыш — Көнбайыш 5:4.
  • 26 ғинуар 2019, «Кристалл» боҙ һарайы, Тамбов, ярымфиналдар:
    • Көнбайыш Чемпионат — Көнсығыш Чемпионат 10:3.
    • Көнбайыш Беренселек — Көнсығыш Беренселек 4:5.
  • 27 ғинуар 2019:
    • 3-сө урын өсөн: Көнбайыш Беренселек — Көнсығыш Чемпионат 3:9.
    • Финал: Көнсығыш Беренселек — Көнбайыш Чемпионат 10:5.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]