Эстәлеккә күсергә

Сабаил һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сабаил һарайы
Нигеҙләү датаһы 1234
Рәсем
Нигеҙләүсе Фарибурз III[d]
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Карта
 Сабаил һарайы Викимилектә

«Баил таштары» — рельефлы яҙыуҙары һәм һүрәттәре соҡоп эшләнгән таш плиталар — Сабаил һарайы ҡалдыҡтары[1]

Сабаиль һарайы (әзерб. Bayıl qalasıBayıl qalası) — 1234 йылда ширваншаһ Фарибурз III тарафынан төҙөлгөн һарай һәм ул Баил утрауҙарының береһендә. Әзербайжандың Баҡы ҡалаһына яҡын булған ҡултыҡта, урынлашҡан. Был һарайҙы Сабаил һарайы, Шахри Саба, Шахри нау, һыу аҫты ҡалаһы, каруан-һарай, баил таштары һ.б. тип тә йөрөтәләр

Төрлө легендалар менән уратып алынған был һарай һуңғы ваҡыттарға ҡәҙәр тулыһынса һыу аҫтында килеш ҡала килә һәм ярҙан ни бары 350 метр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан була. 1939 йылда үткәрелгән археологик экспедиция рельефлы һүрәттәре булған 70-кә 25-50 сантиметрҙағы дүрткел формалы таш яҫмаларға юлыға.

Баил таштары. 1234 −1235. План

2000 йылдар аҙағында ҡоролманың өҫкө өлөшө һыуҙан ҡалҡып килеп сыға. Археологтар ҡаҙыныу эштәре башлай һәм һарай фризының ҡайһы бер өлөштәрен табалар, уларҙы «Ширваншаһ Һарайы»[2] биләмәһендәге музейға урынлаштыралар. Диңгеҙ төбөнән хайуандар, үҫемлектәр һәм ғәрәп хәрефтәре төшөрөлгән 706 яҫма сығарыла. Шулай уҡ кеше һыны төшөрөлгән 12 портрет табыла, ихтимал, был кешеләр үҙ замандарында билдәле шәхестәр булғандыр. Бер ташта Ширваншаһ һүрәтләнгән, был ҡоролма тап ул идара иткән ваҡытта төҙөлгән булыуы тураһында һөйләй[3].

Һарай архитектор Зәйнәддин ибн Абу Рәшид Ширвани прокты буйынса төҙөлә. Ҡоролманың планы төньяҡтан көньяҡҡа артыҡ ныҡ һуҙылып, дөрөҫ булмаған дүртмөйөш формаһында һәм уның оҙонлоғо 180 метрға, ә киңлеге 40 метрға етә. Был форма утрауауҙың диңгеҙ һыуы өҫтөнән ҡалҡып торған тышҡы һыҙатына тура килә, әлеге ҡоролманың нигеҙе тулыһынса ошо сығып торған өлөштә урынлашҡан. Һарайҙың диуарҙары ҡәлғә менән уратып алынған була. Диуарҙың ҡалынлығы 1,5-2 метр һәм 15 манараһы бар, шуларҙың 3-һе түңәрәк формала булһа, ҡалған 12-һе ярымтүңәрәк формаһында.

  1. Jonathan M. Bloom, Sheila Blair. The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture. — Oxford University Press, 2009. — Т. 2. — С. 240. — 513 с. — ISBN 9780195309911.
  2. Замок, которого нет ~ Роза ветров(недоступная ссылка)
  3. Бабаев К. Баиловские камни // Наука и жизнь. — 1989. — № 4. — С. 40.
  • Jonathan M. Bloom, Sheila Blair. The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture. — Oxford University Press, 2009. — Т. 2. — С. 240. — 513 с. — ISBN 9780195309911.