Сабираҡай (йыр)
Сабираҡай | |
Сәнғәт формаһы | Йыр |
---|---|
Жанр | халыҡ йыры |
Автор | Халыҡ |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Сабираҡай («Еҙ үксә») — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йырҙың көйөн һәм риүәйәтен Башҡортостандың Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында уҡытыусы һәм данлыҡлы ҡурайсы Кәрим Дияровтан фольклорсы Р. Сөләймәнов яҙып алған[1].
Риүәйәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борон заманда Ирәндек тауҙары итәгендә урынлашҡан ауылдарҙың береһендә һылыуҙарҙан да һылыу Сабира исемле ҡыҙ йәшәгән. Оҙон керпекле, дөм-ҡара күҙле ҡыҙ бөтәһенең дә иғтибарын үҙенә йәлеп иткән. Ул һәр ваҡыт еҙ үксәле семәрле итек, алһыу төҫтәге күлдәктәр менән аҡ уҡалы елән кейгән. Уның сәс толомдары хатта үксәһенә етеп торған. Ҡыҙ бөтә яҡтан уңған була: бейей ҙә, йырлай ҙа, өҫтәүенә, егәрле лә була.
Яҙғы көндәрҙең береһендә батырлығы менән дан алған күрше ауыл егете Сабиралар ауылына килеп сыҡҡан. Ул, атын уйнатып, урам буйлап үтеп барғанда кемдер уға ҡойма аша ҡар йомарлап ташлай. Ни күҙҙәре менән күрһен, ҡар йомарлап торған ҡыҙ Сабира булып сыға. Йәштәр үҙ-ара шаярышып китәләр. Шулай ҡар ташлаша торғас, егет йырлап ебәргән, ә Сабира уға яуап биргән.
Егет иртәгәһенә үк ҡыҙҙы һораттырып яусы ебәргән. Тик Сабираның атаһы ҡыҙҙы егеткә бирергә риза булмай. Яусы өс тапҡыр һөҙөмтәһеҙ ҡайтҡас, егет ҡыҙҙы урлап алам, тип янаған. Ҡыҙ әсәһенә йөрәген аса. Әсәһе атаһын күндерә, туйға әҙерлек башлана. Туй мәжлесенә кейәү егеттең аты алдан килгән. Көрәш ярышында ла егет һынатмаған. Халыҡ Сабираның бейеүен һорай башлағас, кейәү Сабираға арнап сығарған көйҙө ҡурайҙа уйнай башлауы була, Сабира ойота баҫып бейергә төшөп китә[1].
Ошо ваҡыттан алып был көй «Сабираҡай», ә ҡайһы бер ауылдарҙа «Еҙ үксә» исеме аҫтында таралып китә.
Йырҙың тексы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Егет:
- Мин урамдан үткән саҡта,
- Ҡар йомарлап ниңә аттың?
- Бер атманың, ике аттың —
- Йәш йөрәккә ут яҡтың.
Ҡыҙ:
- Ат уйнатып үткәнеңдә,
- Йәш күңел һине тапты,
- Әллә ниңә, әллә ниңә
- Йөрәгемдә ут ҡапты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Риф Сөләймәнов. Сабираҡай. Совет Башҡортостаны. 16 март 1988. 62-се һан.