Сәғитова Азалия Наил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сагитова Азалия Наилевна битенән йүнәлтелде)
Сәғитова Азалия Наил ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 2 ғинуар 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (27 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө спортсы

Сәғитова Азалия Наил ҡыҙы (2 ғинуар 1997 йыл) — Рәсәй спортсыһы, шашкасы. 2013 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса етеҙ программала Рәсәй Кубогы бронза призеры. 2008 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы составына инә (йәштәр составына). Тренеры Александр Павлович Мельников[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азалия Наил ҡыҙы Сәғитова 1997 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Ҡаланың 1-се урта мәктәбендә уҡый[2]. 5 синыфта Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына лайыҡ була[3]. Өфө ҡалаһының 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе[4]

Рәсәй һәм Башҡортостан йыйылма командаһының баш тренеры Юрий Владимирович Черток «Республика Башҡортостан» гәзитендәге әңгәмәлә (15.01.2008) Башҡортостан шашкаһының киләсәген билдәләп үтә:

«Өфөнән 10 йәшлек Азалия Сәғитова, уның яҡташы 16 йәшлек Юлиә Вәлиева, Ишембай ҡыҙҙары 12 йәшлек Айгөл Иҙрисова һәм 15 йәшлек Әлиә Әминева — бына беҙҙең киләсәк нигеҙе. Егеттәрҙән үҙенең сағыу һәләтен Айнур Шәйбәков раҫлай».

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]