Сайма
Озеро | |
Сайма | |
---|---|
фин. Saimaa | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 76 м |
Майҙаны | 4380 км² |
Яр һыҙаты | 14 850 км |
Иң тәрән урыны | 84 м |
Уртаса тәрәнләк | 17 м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 61 054 км² |
Урынлашыуы | |
61°15′54″ с. ш. 28°19′32″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
Сайма Викимилектә |
Са́йма (фин. Saimaa, швед. Saimen) — Финляндиялағы иң ҙур күл. Европала майҙаны буйынса дүртенсе сөсө күл. Майҙаны яҡынса 4400 км². Яр һыҙығының оҙонлоғо 15 мең километр. Күлдә 13710 утрау бар, уларҙың дөйөм майҙаны 1850 км² тәшкил итә. Күлдән берҙә-бер сығыусы йылға — Вуокса Ладога күленә ҡоя.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдең тектоник сығышлы котловинаһы боҙланыу осоронда киңәйтелгән һәм тигеҙләнгән[1]. Яҡынса 9 000 йыл элек күлдең бер өлөшө Балтик диңгеҙенең ҡултығы булып торған[2]. Яҡынса 8 000 йыл элек күл тулыһынса Балтик диңгеҙенән айырылған. Сайманан сыҡҡан хәҙерге Вуокса йылғаһының Ладога күленә ҡойоуы 5 000 йыл элек формалашҡан[3] (башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы — 5 700 йыл элек[4]).
1791—1792 йылдарҙа А. В. Суворов күл буйлап хәрбис форпосттар төҙөй. Был осорҙа Рәсәй империяһы һәм Швеция араһындағы сик күл буйлап үткән[5]. Рәсәй һалдаттары һәм төбәктәге кешеләр күлдең эске өлөштәрендәге ҡултыҡтарҙы тоташтырыусы 4 бәләкәй канал төҙөй: Кутвеле, Кяюхкяя, Куконхарью һәм Телатайпале[6]. Саймалағы башҡа каналдар көнсығыш Финляндияның бәләкәй күлдәре менән тоташтыра һәм һыу юлдары селтәрен барлыҡҡа килтерә. 1856 йылда Сайма күлен Фин ҡултығы менән тоташтырыусы Сайма каналы төҙөлә.
Ресурстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күлдә балыҡтар бик күп[7].
Сайма күлендә юҡҡа сығыу хәүефе янаған сайма нерпаһы тереклек итә, уның иҫәбе 2012 йылғы баһалама буйынса 310 зат тәшкил итә[8][9].
Яр буйҙарында асбест ятҡылыҡтары бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [ Сайма] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ Tikkanen, M, Oksanen, J Late Weichselian and Holocene shore displacement history of the Baltic Sea in Finland (инг.) // Fennia - International Journal of Geography : журнал. — Helsinki: Geographical Society of Finland, 2002. — № 1-2. — ISSN 0015-0010.
- ↑ Tikkanen, M Long-term changes in lake and river systems in Finland (инг.) // Fennia - International Journal of Geography : журнал. — Helsinki: Geographical Society of Finland, 2002. — № 1-2. — С. 31-42. — ISSN 0015-0010.
- ↑ Герасимов Д. В., Сейтсонен О., Нордквист О. Береговая хронология» и история Ладоги в свете результатов раскопок археологического комплекса Комсомольское 3 в 2007 г // Радловский сборник: научные исследования и музейные проекты МАЭ РАН в 2007 г. : Журнал / Ответственный редактор: Чистов Ю.К., Рубцова М.А.. — СПб.: МАЭ РАН, 2008. — С. 188-193. — ISBN 978-5-88431-154-1.
- ↑ Коренев Л. И. Братья-созидатели . Дата обращения: 20 ғинуар 2014.
- ↑ Суворовские каналы . Музейное ведомство Финляндии. 2014 йыл 7 май архивланған.
- ↑ В озере Саймаа обнаружен новый вид рыб // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 7 июль 2014. (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2014)
- ↑ Сайменская кольчатая нерпа. — WWF Финляндия
- ↑ Материалы Лесного управления Природоохранной службы Финляндии
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Esko Kuusisto: Lake District in Finland. In: Matti Seppälä (Hg.): The Physical Geography of Fennoscandia. Oxford University Press 2005.