Салауатова Сәмирә Сәлих ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауатова Сәмирә Сәлих ҡыҙы
Тыуған көнө 18 октябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (75 йәш)
Һөнәр төрө ғалим

Салауатова Сәмирә Сәлих ҡыҙы (18 октябрь 1948 йыл) — педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1992), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәмирә Сәлих ҡыҙы Салауатова 1948 йылдың 18 октябрендә Свердловск өлкәһенең Полевской ҡалаһында тыуған. 1971 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң В. И. Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институтында эшләй. 1972 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта: 1983 йылдан башлап физика‑математика факультетының декан урынбаҫары, 1995 йылдан — математика һәм физика уҡытыу теорияһы һәм технологиялары кафедраһы, 2004—2009 йылдарҙа математика уҡытыу теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда математика уҡытыу теорияһына һәм технологияһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары өсөн уҡыу һәм уҡытыу‑методик әсбаптар, авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Теория и методика обучения математике с практикумом решения математических задач. Өфө, 2004;
  • Система методической подготовки будущих учителей математики в условиях национального региона. Стәрлетамаҡ, 2007
  • Технология как педагогическая категория. Подготовка будущих учителей математики к реализации технологического подхода. Стәрлетамаҡ, 2014.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999)
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]