Эстәлеккә күсергә

Салауат батыр (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат батыр
Сәнғәт формаһы Йыр
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 2009
Баҫылған китап

Салауат батыр (йыр) (рус. Салават батыр (песня) — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Е. Пугачев ғәскәрендә полковник. Туған халҡының яҙмышын, ҡайғы-хәсрәтен күңеленә һеңдергән батыр[1].

Бик күп йырҙарҙа Пугачев менән Салауат образдары бергә ҡуйыла, йәғни уларҙың берҙәмлегенә, бер юлдан барыуҙарына баҫым яһала. Салауат халыҡ хәтерендә оҫта етәксе, хәтәр эштәргә әйҙәүсе батыр булып һаҡлана. Шуға ла йырҙарында ла Пугачевҡа ҡушылыуҙың ни тиклем ғәҙәттән тыш ваҡиға булыуына иғтибарҙы йүнәлтә, бындай эштәрҙе тик Салауат кеүек иргә таянып эшләү мөмкинлегенә ишара яһала. Ихтилал фажиғәле тамамлана, һәм Салауат, батшабикәнең ярлыҡау бирәсәге тураһындағы вәғәҙәһенән баш тартып, каторгаға китеүҙе өҫтөн күрә. Халыҡ уның был аҙымын күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, көрәште дауам итергә кәрәклек тип ҡабул итә. Шулай итеп, Салауат батыр Тыуған иле, Уралы алдында изге бурысын үтәгән батыр булараҡ халыҡ йөрәгендә, халыҡ күңелендә һаҡлана. Салауат батыр Тыуған илендә үлемһеҙ булып ҡала[1].

Яндар ҙа тарттым, уҡ аттым,
Беләккәйем ергә таянып.
Иҫ китәрлек эштәр эшләнек,
Салауат тигән иргә таянып.
Салауаттың менгән кир аты
Батыр ғәскәрҙәргә юл башлай.
Кир ат өҫтөндәге Салауат
Яуға дәртләндереп йыр башлай.
Урал тауҡайҙары ҡая-таш
Сал бөркөттәр өсөн ояға.
Салауат китте, тип шатланмағыҙ,
Унан ғәййәр тыуыр донъяға.
Салауат бара ат уйнатып
Батыр ғәскәрҙәре башында.
Баярҙарҙы ҡырған Салауат,
Исемкәйе Урал ташында, —
Салауатҡай тартҡан ҡурайҙың
Ике баш ҡынаһы ҡурғашлы.
Салауаттың күргән ғазаптары
Ерҙән алып күккә олғашты.
Сал бөркөткәй ташҡа оя яһар,
Балаларын атып алһаң да.
Салауаттай ирҙәр баш эймәҫтәр,
Аяҡ-ҡулына бығау һалһаң да.
Салауат батыр менән Юлайҙың
Тимер бығауҙары сыңлайҙыр.
Каторгала ятҡан Салауат
Тыуған илен һағынып йырлайҙыр.

Йырҙа халыҡ ил кисергән тарихты, шул тиклем ғазаптарҙан һуң да төшөнкөлөккә бирелмәүе хаҡында бәйән итә. Шулай итеп, ул күңелен йыуатҡан, килер быуындарға йыр-моң аша амантын әйтеп ҡалдыра килгән.

  1. 1,0 1,1 Ф. Ш. Ҡоҙаҡаев. Ю. И. Ғәйнетдинов. Әҙһәм ҡурайы.Өфө. «Китап» нәшриәте. 2009. Т.2000 экз. 176 бит