Эстәлеккә күсергә

Салда күле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салда күле
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Ешилова[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1640 метр
Мираҫ статусы Ключевые орнитологические территории[d][1]
Вертикаль тәрәнлеге 184 метр
Майҙан 43,7 км²
Карта
 Салда күле Викимилектә

Салда күле (төр. Salda Gölü) — Төркиәнең көньяҡ-көнбайышында Бурдур иленең (Төркиәнең административ берәмеге) Ешилов тораҡ пунктынан көнбайышҡараҡ 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан күл.

Салда күлен көнбайыш Анатолияның көньяғына тиклем һүҙылған, бигерәк тә Испарта һәм Афионкарахисар илдәрендәге, Төркиә күлдәренең бер өлөшө тип һанайҙар. Ләкин Салда күле географик яҡтан көнбайыштарыҡ ятҡан ҙур тектоник күлдәрҙән, морфологик күл булып айырылып тора.

Күлдең майҙаны 4370 гектар, тәрәнлеге 196 метрға етә. Был Төркиәнең иң тәрән күле булмаһа ла, иң тәрән күлдәрҙең береһе тип һанала. Күлдең ултырма тоҡомдары һуңғы меңйыллыҡта Ҡояштың үҙгәреүсәнлеге менән бәйле Ерҙә климат үҙгәреүен асыҡ күрһәтә.[2]

Күл региональ һәм ситтән килеүселәргә экскурсиялар өсөн бик уңайлы популяр йүнәлеш. Күл ярында табылған гидромагнитлы минералдар ҡайһы бер дермотологик ауылыуҙар өсөн файҙалы тип һанала. Һунарсылар араһында шыршы урмандары менән уратып алынған күдең яры бик популяр. Яр буйынса ҡырағый ҡоштар, шулай уҡ бүҙәнә, ҡуян, төлкө, ҡарағай ҡабандар һәм өйрәктәр тереклек итә.

Күлдең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ауыл да Салда тип атала. Урындағы административ үҙәк Ешилов күлдән көнсығышғараҡ дүрт километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл кемпингы административ үҙәккә ҡарай. Салда күленең үҙенсәләкле морфологияһын өйрәнеү өсөн фәнни тикшкркнкүҙәр үткәрелә. Күлдеү ғәҙәти булмаған һелтеле һыуы күлдә боронғо стоматологик һыу үҫентеләре үҫеүен иҫбат итә.[3]

  1. http://datazone.birdlife.org/site/factsheet/salda-lake-iba-turkey
  2. Danladi, I. B., & Akçer-Ön, S. (2017). Solar forcing and climate variability during the past millennium as recorded in a high altitude lake: Lake Salda (SW Anatolia). Quaternary International
  3. C. J. R. Braithwaite (University of Glasgow, Department of Geology and Applied Geology) - Veysel Zedef Selçuk University, Konya. Hydromagnesite stromatolites and sediments in an alkaline lake, Salda Golu, Turkey. Journal of Sedimentary Research - V. 66; no. 5; p. 991-1002 (сентябрь 1996).