Самшвилде
Самшвилде | |
груз. სამშვილდე | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. III быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Тетрицкаройский муниципалитет[d] |
Урын | Kvemo Kartli[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Самшвилде (рус. Самшвилде, грузинса სამშვილდე, [sɑmʃwildɛ]) — Грузиялағы бик ҙур археологик объект, емерелгән ҡала-ҡәлғә[1]
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Самшвилде ҡәлғәһе Грузияның көньяғында, Квемо Картли төбәгенең Тетри-Цкаро ҡалаһы янында, шул уҡ исемдәге бөгөнгө Самшвилде ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Самшвилде ҡәлғәһе — мәжүсилек осоронда уҡ барлыҡҡа килгән, ташландыҡ ҡала биләмәһе. Ҡаланан хәҙер харабалар һәм бер нисә ҡорам ғына ҡалған, улар араһында VIII быуатҡа ҡараған Самшвилде Сионы. Уны 1578 йылда төрөктәр емергән.
Нығытманың оҙонлоғо — километр самаһы. Ул тәрән тарлауыҡтың тар ғына һыҙатында ята.
Ҡаланың харабалары Храма йылғаһы үҙәнендә оҙонлайға 2,5 км, киңлеге 400 метр (1300 фут)[2].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Самшвильде урта быуат грузин йылъяҙмаларында Боронғо Картлиҙың иң боронғо ҡалаларының береһе булараҡ, беҙҙең эраға тиклем 3 быуат менән билдәләп яҙыла. Урта быуаттарҙа был ҡәлғә йәнле сауҙа һәм сәнәғәт ҡалаһы булған. Самшвилде бер нисә тапҡыр үҙгәрә.
Х быуатта ҙур булмаған Әрмән батшалығының баш ҡалаһы булған.
1064 йылда Грузия батшалығы составына индерелә.
13 быуаттың уртаһынан алып, грузин монархияһы юҡҡа сыҡҡандан һуң, ул бөлөнә башлай һәм 18 быуат аҙағында унан харабалар ғына ҡала.
Самшвилде Сионы һәм цитаделдәр йылғаның ҡаялы ярында танылып тора[3]
Ҡомартҡы тип таныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Самшвилде Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән. Археологик ҡомартҡылары 1948 йылда өйрәнелә башлай, ә системалы рәүештә ныҡлап тикшеренеү 1978 йылдан көсәйә. 2000-се йылдарҙа яңы торба үткәргестәр төҙөү өсөн эре халыҡ-ара проект буйынса эштәр башланыу яңы асыштар килтерә.2012 һәм 2015 йылдарҙа Тбилиси университеты өҫтәмә рәүештә тикшереүҙәр ойоштора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bedrosian, Robert, ed. (1987). T’ovma Metsobets’i’s History of Tamerlane and His Successors. New York.
- Emin, Nikita O., ed. (1864). Всеобщая история Степаноса Таронскаго Асохьика по прозванию [Universal History by Stepanos of Taron alias Asoghik] (in Russian). Moscow: Lazarev Institute of Oriental Languages.
- Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, eds. (2013). «სამშვილდე [Samshvilde]». ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (in Georgian) (1st ed.). Tbilisi: Georgian National Museum. pp. 440—446. ISBN 978-9941-15-896-4.
- Hewsen, Robert H. (1992). The Geography of Ananias of Širak: Ašxarhac’oyc', the Long and the Short Recensions. Wiesbaden: Reichert. ISBN 3-88226-485-3.
- Kutateladze, Ketevan (1997). «The Names and Titulation of the Kvirikian Kings of Tashir-Dzoraget Kingdom». Bulletin of the Georgian National Academy of Sciences — Moambe. 156 (1): 161—163.
- Lordkipanidze, Mariam (1987). Georgia in the XI—XII Centuries. Tbilisi: Ganatleba.
- Maksoudian, Krikor H., ed. (1987). Yovhannēs Drasxanakertc’i’s History of Armenia. Atlanta, Georgia: Scholars Press.
- Muskhelishvili, David (2009). Некоторые вопросы истории Грузии в армянской историографии [Some problems of the history of Georgia in Armenian historiography] (in Russian). Tbilisi: Universal. ISBN 978-9941-12-798-4.
- Thomson, Robert W. (1996). Rewriting Caucasian history: the medieval Armenian adaptation of the Georgian chronicles; the original Georgian texts and the Armenian adaptation. Oxford: Clarendon Press. ISBN 0198263732.
- Toumanoff, Cyril (1963). Studies in Christian Caucasian history. Washington, DC: Georgetown University Press.
- Vivian, Katharine, ed. (1991). The Georgian chronicle: the Period of Giorgi Lasha. Amsterdam: Adolf M. Hakkert. ISBN 90-256-0965-1.