Сандармох

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сандармох
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1997
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Медвежьегорск районы[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Расстрелянные и похороненные в урочище Сандармох[d]
Commons-logo.svg Сандармох Викимилектә

Сандармох (һирәгерәк Сандормох, кар. Sandarmoh) — Карелия республикаһының Медвежьегорск районындағы ыҙан, «Вологда — Медвежьегорск» автомобиль юлы буйында, Медвежьегоскиҙан 12 километр алыҫлыҡта, урынлашҡан. 1937—1938 йылдарҙағы Оло террор ваҡытында 10 гектар майҙанда 58 милләттән яҡынса 9500 кеше атып үлтерелгән һәм ерләнгән.

Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышындағы Сталин репрессиялары ҡорбандары ерләнгән иң ҙур ҡәберләктәрҙең береһе. Бында йәшерен рәүештә спецпоселенецтар, Беломор-Балтика һәм Соловки лагерҙары тотҡондары (каналоармеецтар), шулай уҡ Карелия АССР-ының репрессияланған халҡы вәкилдәре атып летерелгән. Бөтәһе ошо территорияла 236 соҡор табылған. Репрессиялар ҡорбандарының тәүге ҡәберлектәре 1997 йылдың июлендә табылған[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башта бында «беренсе Соловки этабының» 1111 тотҡонын атып үлтереү урыны икәне билдәләнә. Улар араһында — күренекле мәҙәниәт оҫталары, дәүләт эшмәкәрҙәре, СССР-ҙың күп кенә республикалары руханиҙары.

1937 йылдың 27 октябрендә Махсус тәғәйенешле Соловки төрмәһенең (СТОН) тотҡондар этабы Соловкиҙа баржаларға тейәлә, әммә «беренсе Соловки этабының» артабанғы яҙмышы билдәһеҙ була. 1990-се йылдарға тиклем кешеләрҙе Аҡ диңгеҙҙә батырғандар, тигән фараз йәшәп килә. Әммә 1995 йылда Санкт-Петербург «Мемориал» ғилми-тикшеренеү үҙәгенең директоры Вениамин Иофеның тырышлығы менән Архангельскиҙағы ФСБ идаралығы архивында документтарҙың төп нөсхәһе, атап әйткәндә, «Соловки этабының» атып үлтереү исемлектәре табыла.

«Беренсе Соловки этабы» тотҡондарының күпселек өлөшөн дәүләт именлеге капитаны Михаил Матвеев шәхсән үҙе соңҡаға атып үлтергән. Матвеев Ленинград өлкәһе НКВД-ның административ- хужалыҡ идаралығы начальнигының урынбаҫары булараҡ Беломор-Балтика комбинаты (ББК НКВД) хөкөмдәрен үтәү буйынса бригада начальнигы итеп тәғәйенләнә. Кайһы берҙә уға УНКВД комендантының ярҙамсыһы Георгий Алафер ярҙам итә. Атып үлтереүҙәр 1937 йылдың 27 октябрҙән 4 ноябргә тиклем үткәрелә. Бөтәһе тотҡондарҙың һаны 1116 кеше була, биш кешегә хөкөм үткәрелмәй, сөнки береһе вафат була, дүртәүһен башҡа төрмәләргә ебәрәләр.

1937 йылдың 10 ноябрендә Матвеев атып үлтереү бригадаһына етәкселек итеүҙе ББК НКВД-ның 5-сө бүлеге начальнигы Иван Бондаренкоға һәм начальниктың урынбаҫары Александр Шондышҡа тапшыра.

1997 йылдың 1 июлендә тарихсы Юрий Дмитриев етәкселегендәге Петрозаводск һәм Санкт-Петербург «Мемориал» йәмғиәте экспедицияһы фажиғә урынын таба[2].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1997 йылдың 27 октябрендә, фажиғәнең 60-йыллығына, бында тәүге тапҡыр Хәтер көндәре үткәрелде, уларҙы Халыҡ-ара һәм Петербург «Мемориалы» ойошторҙо.

1998 йылдан алып йыл һайын 5 август көнө урманда символик тәреләр тирәһендә православие һәи католик панихидалары, йәмәғәтселек митингылары үткәрелә.

1998 йылда «Сандармох» мемориаль зыяраты асылды, «Кешеләр, бер-берегеҙҙе үлтермәгеҙ!» яҙыулы гранит һәйкәл ҡуйылды .

2004 йылда унда атып үлтерелгән украинецтар иҫтәлегенә граниттан «Украинаның үлтерелгән улдарына» казак тәреһе урынлаштылды, һәйкәлдең рәсми асыу тантанаһы 2005 йылдың 5 авгусында үтте[3][4].

Бәләкәй сиркәүҙә репрессияланғандарҙың исемлектәре һаҡлана, улар менән мемориалға килгән һәр кем таныша ала.

2010 йылдың 4 июнендә Петрозаводск һәм Карелия епархияһына визиты барышында Мәскәү һәм бөтә Русь Изге Патриархы Кирилл Сандармох мемориаль урман зыяратында булып китте, Георгий Победоносец бәләкәй сиркәүендә доға ҡылды һәм шәмдәл ҡуйҙы[5]. Һуңынан туғандар ҡәберлектәре урынындағы тәре эргәһендә лития башҡарҙы, йыйылған халыҡ алдында телмәр тотто[6].

2016 йылдың 5 авгусында Сандармохтағы Хәтер көнөндә власть вәкилдәренән, руханиҙарҙан бер кем дә булманы[7]

Сандармох ыҙанында атып үлтереүҙәр башланыуынан 80-йыллығы айҡанлы «Үлемһеҙ барак» проекты сайты Соловки этабының атып үлтерелгәндәрҙең тулы исемлектәрен баҫтырып сығарҙы, «делоларынан» алынған фотоһүрәттәре һәм мәғлүмәттәр күрһәтелде[8]

Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең тикшеренеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылда карел тарихсылары Сергей Веригин һәм Юрий Килин Сандармохта репрессияланғандарҙың ҡәберлектәренән тыш 1941—1944 йылдарҙа оккупацион фин ғәскәрҙәре тарафынан атып үлтерелгән совет хәрби әсирҙәр булыуы мөмкин, тип белдерҙеләр. Шул уҡ йылда Юрий Дмитриев был версияны тәнкитләп сығыш яһаны. Уның фекеренсә, атып үлтереү урындары ҡаты йәшерелгән була һәм финдар уның тураһында бер ни ҙә белмәгән, шуға күрә совет әсирҙәренең бында атылыуы мөмкин түгел. Дмитриевтың фекерен фин тикшеренеүселәре лә, Рәсәй эксперттары ла ҡеүәтләнеләр.

Шуға ҡарамаҫтан, 2018 йылдың август айында Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте Сандормохта тикшеренеүҙәр үткәрергә ниәтләй. Петрозаводск университетының Төньяҡ Европа илдәренең тарихы кафедраһы мөдире Ирина Такала быны сәйәси акция тип һанай, уның маҡсаты — Сталин репрессиялары ҡорбандарын атып үлтереү урынынан фин ғәскәрҙәре тарафынан совет хәрби әсирҙәрен атып үлтереү урынына әйләндереү, тип билдәләй[9]. Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең һәм Көнбайыш хәрби окрәгы 90-сы айырым махсус эҙләү батальонының берлектәге экспедицияһы етәксеһе Олег Титберия алдан үткәрелгән эҙләнеү эштәрен тамамлағандан һуң аңлатма биргән:

Бөтә ерҙә лә беҙ тарихты яңынан яҙырға теләйҙәр, тип ишетәбеҙ...Әммә беҙҙә сәйәси тотҡондар ятҡан мемориалға ҡул һуҙырға бер ниндәй ҙә уй-теләк булманы. Беҙ әлегә тиклем телгә алынмағандарҙы өҫтәргә теләйбеҙ.

[10]

Һөҙөмтәлә биш кешенең һөлдәһе табылды, уларҙың ниндәй милләттән булыуы асыҡланмаған[11].

«Яблоко» партияһы рәйесе һәм Карелияның закондар сығарыу йыйылышы депутаты[12] РВИО экспедицияһының законлығын тикшертергә маташты, әммә депутаттар бынан баш тарттылар. Шулай уҡ Эмилия Слабунова ошо уҡ мәсьәлә буйынса Рәсәйҙең Генераль прокурорына запрос ебәрҙе[13] .

Фотогалерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Сандармох на сайте «Чудеса России» Ҡалып:Webarchive
  2. Наша память (неизв.) (недоступная ссылка — история). Проверено 19 февраля 2011. Архивировано 27 февраля 2011 года.
  3. .Сергей Шевченко. Козацкий крест в урочище Сандармох // День. — 2005, 30 августа. — № 155.
  4. Пам’яті жертв соловецького розстрілу Ҡалып:Webarchive // Львівська газета. — 2007, 4 сентября. — № 155 (225).
  5. Часовня Георгия Победоносца
  6. Предстоятель Русской Православной Церкви совершил литию на месте массовых расстрелов в урочище Сандармох и посетил Беломоро-Балтийский канал
  7. Алексей Владимиров. Сандармох: здесь птицы не поют (неизв.).
  8. Первый соловецкий этап. «Список Сандармоха» (неизв.).
  9. Подмена памяти. В Сандармохе начинаются сомнительные раскопки, которые помогут забыть о репрессиях
  10. Тайны Сандармоха
  11. Тайны Сандармоха | СТОЛИЦА на Онего — общественно-политическая интернет-газета Карелии (неизв.). stolicaonego.ru. Проверено 3 сентября 2018.
  12. Карельские депутаты отказались обсуждать экспедицию Военно-исторического общества в Сандармох (рус.). Партия Яблоко. Проверено 11 декабря 2018.
  13. Эмилия Слабунова требует у Генпрокуратуры проверить законность работ РВИО в Сандармохе (рус.). Партия Яблоко. Проверено 11 декабря 2018.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мемориальное кладбище Сандормох. 1937. 27 октября— 4 ноября (Соловецкий этап) / Сост. И. А. Резникова; сопровод. текст В. В. Иофе; Международное о-во «Мемориал». — С.-Петербург: НИЦ «Мемориал», 1997. — 172 с. — Б.т. (1111 биографических справок).
  • Место расстрела Сандармох / Сост. Ю. А. Дмитриев — Петрозаводск: Барс, 1999. — 352 с.
  • Поминальные списки Карелии. Уничтоженная Карелия. Часть 2. Большой террор. / Сост. Ю. А. Дмитриев — Петрозаводск: 2002. — 1088 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]