Санкт-Петербург Мария институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария институты бинаһы. Архитектор А. И. Штакеншнейдер.
Санкт-Петербург Мария институты
Дәүләт  Рәсәй империяһы

Санкт-Петербург Мария институты — рус. Санкт-Петербургский Мариинский институт — батшабикә Мария ведомствоһы учреждениелары системаһындағы ҡатын-ҡыҙ уҡыу йорто[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институт батшабикә Мария Фёдоровнаның башланғысы буйынса ойошторолған. Тәүҙә, тәрбиәләнеүселәр һаны 50 тип билдәләнгән, улар иҫәбендә императрицаның 10 пансионеркаһы булған. 10-12 йәшлек (императрица пансионсионеркалары өсөн — 8-ҙән 12 йәшкәсә) ҡыҙ балалар ҡабул ителә. Өс йылдан 1800 йылдың 17 ноябрендә батша бойороғо менән училищеға уны ойоштороусы хөрмәтенә Мария институты тигән исем бирелә; Н. С. Карцев билдәләгәнсә:

Для истории просвещения в России важно то обстоятельство, что это учебное заведение впервые ввело у нас два обычая: во-первых, именовать учреждение именем члена царской фамилии, и, во-вторых, именовать учреждение Институтом: до этого момента в России не существовало институтов.

1802 йылдың 2 июнендә училищеның беренсе сығарылышы була.

1807 йылда императрица институттың беренсе уставын төҙөгән, унда етемдәрҙе тәрбиәләүҙең төп маҡсаты билдәләнгән: «сделать из них честных и добродетельных жён, хороших и сведущих хозяек, попечительных нянек или надзирательниц за детьми, и, в случае нужды, надёжных и исправных прислужниц, искусных во всяких женских рукодельях»; тәүге тапҡыр институт штаты аныҡлана. Финанстарға килгәндә, Мария институтының һәр тәрбиәләнеүсеһенә Смольный затлы ҡыҙҙар институтында уҡыусы ҡыҙҙарға ҡарағанда саҡ ҡына аҙыраҡ (¼ ҡа) тура килгән[2].

1811 йылда институттың икенсе уставы ҡабул ителә. Бер ни тиклем аныҡлауҙар Мария ҡатын-ҡыҙҙар институтының урта ҡатлам хаҡында хәстәрлек күреүҙе яҡшыртыуға бәйле булған.

1856 йылдың октябрендә Мария институтының һуңғы, өсөнсө Уставы ҡабул ителә, тәрбиәләнеүселәр һаны 180 кешегә етә.

Мария институты императрица Мария учреждениелары ведомствоһына ҡараған 2-се разрядлы ҡатын-ҡыҙҙар уҡыу йорттары иҫәбенә индерелә, ә институт хеҙмәткәрҙәре был ведомство буйынса дәүләт хеҙмәте хоҡуғына эйә була.

1897 йылда институтты уңышлы тамамлаусыларҙы шифр, алтын һәм көмөш миҙал менән бүләкләү рөхсәт ителә. Тәүге шифрҙарҙы 1897 йылдың яҙында М. Поленов, Л. Струве һәм А. Кутайцева ала.

1918 йылда Мария институты һуңғы сығарылыш яһай.

Хәҙер Санкт-Петербург Мария институтының һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡат өҫтәлгән бинаһында 163-сө урта мәктәп урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]