Эстәлеккә күсергә

Санкт-Петербург Николай етемдәр институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Санкт-Петербург Николай етемдәр институты
Нигеҙләү датаһы 1834
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917
 Санкт-Петербург Николай етемдәр институты Викимилектә

Санкт-Петербург Николай етемдәр институты (1834-1917) — рус. Санкт-Петербургский Николаевский сиротский институт - Санкт-Петербургтағы батшабикә Мария учреждениелары ведомствоһының ҡатын-ҡыҙ уҡытыу-тәрбиә биреү йорто.

Институт Санкт-Петербург Тәрбиә биреү йорто нигеҙендә ойошторолған (1834). Институт Мойка йылғаһы буйындағы Тәрбиә биреү комплексы бинаһында урынлашҡан (граф К. Г. Разумовскийҙың элекке һарайы).

Институтта аҙ тәьмин ителгән кесе офицер, хәрби һәм граждандар хеҙмәттәре чиновниктары, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булғанда пенсия йәшенә етмәй вафат булған ғилми дәрәжәле заттарҙың ғаиләләренән үкһеҙ етем йәки ярым етем ҡыҙҙары ҡабул итәләр[1].

Тәрбиәләнеүселәр башланғыс белемгә эйә була, һөнәр ала, медицина һәм йорт эштәре нигеҙҙәренә өйрәнә, уларға институттан ғаиләләргә, ҡатын-ҡыҙҙар уҡыу йорттарына йәки ҡатын-ҡыҙҙар персоналы булған ваҡ шәхси предприятиеларға йүнәлтмә бирелә. Уҡыу йортон тамамлаусылар өйҙә уҡытыусылар, музыка уҡытыусылары, гимнастика һәм бейеү уҡытыусылары, француз теле уҡытыусылары, һуңғараҡ — халыҡ училищелары уҡытыусылары, фельдшер, ауыл мәктәбе уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре булып эшләйҙәр.

1870-се йылдарҙа 14 йәштән ҡыҙҙар өсөн һөнәрселек курстары һәм реаль училище эшләй, унда уларҙы йорт эштәренә өйрәтәләр[2]. 1871 йылда француз теле уҡытыусылары әҙерләүсе юғары синыф асыла, унда «күбеһенсә губерна институттарынан уңышлы уҡыуы һәм тәүфиҡлы тәртибе буйынса айырылып торған ҡыҙҙар» ҡабул ителә. Программаға европа әҙәбиәте, айырыуса француз әҙәбиәте, география, уҡыу-уҡытыу методикаһы, латин теле ингән.

Николай етемдәр институтының опекунлыҡ советы тәрбиәләнеүселәргә уларҙың кейәүгә сыҡҡанына, йәки 25 йәшкә еткәнгә тиклем ярҙам күрһәтә.

Институт составына әҙерлек (кесе йәштәгеләр) бүлексәһе ингән, унда 5-6 йәштәрҙән алып 10-12 йәшкә тиклемге балалар алынған. Ҡыҙ баланың һәләттәренә ҡарап институтта 6 йыл (юғары бүлексәлә) йәки 4 йыл (түбәнге бүлексәлә) белем бирелгән, һәм улар уҡытыусы йәки тәрбиәсе булыу хоҡуғына эйә булған. 1843 йылда институтҡа Александр етемдәр йорто исеме бирелгән. Николай I үлгәндән һуң уҡыу йортона «Николай институты» исеме бирелә(1856).[3]

« Часто можно было видеть, как по Фонтанке вели бледненьких девочек, шедших чинно за руки парами, в белошвейную мастерскую,— их готовили в белошвейки или кружевницы. Их облик резко отличался от благополучных детей прежде всего тем, что они были коротко стрижены, что не было принято модой. Все одинаково одеты в серые платьица на вырост и с какими-то необычными чепчиками на головах. В окно первого этажа мастерской можно было видеть их склоненные над коклюшками головы, что тогда было модно,— в мещанских домах повсюду на комодах и столиках лежали салфеточки, связанные на коклюшках.
Д. А. Засосов, В. И. Пызин «Из жизни Петербурга»[4]
»

1917 йылдың көҙөндә Октябрь революцияһынан һуң, башҡа уҡыу йорттарынан айырмалы рәүештә, институт Петроградтан эвакуацияланмаған, һәм бында институттарҙан кесе йәштәге етемдәр урынлаштырылған. Совет заманында бинала Педагогия институты урынлашҡан (хәҙерге — А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты).[5]

  1. В Санкт-Петербургском Николаевском институте обучалось 480 воспитанниц.
  2. На курсах обучались 335 воспитанниц.
  3. Николаевский Сиротский Институт
  4. Из жизни Петербурга, 1991
  5. НИКОЛАЕВСКИЙ СИРОТСКИЙ ИНСТИТУТ

НИКОЛАЕВСКИЙ СИРОТСКИЙ ИНСТИТУТ. Энциклопедия Санкт-Петербурга. Дата обращения: 29 июнь 2018.