Санкт-Петербург дәүләт сәнәғәт технологиялары һәм дизайн университеты
Санкт-Петербург дәүләт сәнәғәт технологиялары һәм дизайн университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 26 апрель 1930 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Санкт-Петербургский государственный университет промышленных технологий и дизайна |
Ҡыҫҡаса атамаһы | СПбГУПТД |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Алыштырған | Санкт-Петербург дәүләт үҫемлек полимерҙары технологик университеты[d][1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27607508? |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][2] |
Рәсми сайт | sutd.ru |
Указания, как добраться | Большая Морская улица, 18 / Кирпичный переулок / набережная р. Мойки |
Санкт-Петербург дәүләт сәнәғәт технологиялары һәм дизайн университеты Викимилектә |
Санкт-Петербург дәүләт сәнәғәт технологиялары һәм дизайн университеты (рәсми булмаған исеме — «тряпочка»[3][4]) — Санкт-Петербургтағы юғары уҡыу йорто. 1930 йылда ойошторолған.
Университет уҡытыу-ғилми комплексы составына 18 институт, 2 юғары мәктәп, 2 колледж, 8 мәктәп-кесе факультет инә. Университет биналары ҡаланың төрлө райондарында урынлашҡан. Университеттың төп бинаһы ҡаланың үҙәгендә, «Адмиралтейская» метро станцияһынан алыҫ түгел— Оло Диңгеҙ урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан.
Санкт-Петербург дәүләт сәнәғәт технологиялары һәм дизайн университетында дизайнер, инженер, гуманитар, иҡтисад һәм педагогия йүнәлештәрендә 202 белем биреү программалары буйынса әҙерлек алып барыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты объект № 7831165000 (БД Викигида) |
1930 йылдың 26 апрелендә Ленинград технология институтынан бүленеп сыҡҡан Ленинград туҡыу институты булараҡ нигеҙ һалына[5][6].
1930 йылдың 6 ноябрендә институт Оло Диңгеҙ урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан үҙенең төп уҡыу-лаборатория корпусына күсеп сыға, унда тәүге факультеттары — инженер-иҡтисади һәм технологиялар асыла.
1935 й. — Ленинград туҡыу институтына С. М. Киров исеме бирелә . Ошо уҡ йылда институттың тәүге сығарылышы була.
1930-сы йылдарҙа С. М. Киров исемендәге еңел сәнәғәт академияһы исемен йөрөтә. Яңы бинаһы 1936 йылда Совет проспекты һәм Ҡыҙыл Атлылар урамы мөйөшөндә төҙөлә. Академияла 5 факультет була: полиграфия, туҡыу-тегеү, күн-аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек, химия. 1940 йылда академия бөтөрөлә, уның функциялары һәм мөлкәте башҡа уҡыу йорттарына тапшырыла[7].
1941 й. — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында институттың студенттары һәм уҡытыусылары Ташкентҡа эвакуациялана, унда Мәскәү, Ленинград һәм Ташкент институттары базаһында Н. И. Труевцев етәкселегендә берләштерелгән Туҡыу институты ойошторола. Институтта һуғыш башланыу менән булдырылған һәм ҡалала ҡалған Махсус химия лабораторияһы, институт ғалимдары менән берлектә, Ленинградты һаҡлаусыларға һәм Ленинград фронты ғәскәрҙәренә блокада осоронда һөҙөмтәле ярҙам күрһәтә[8][асыҡларға].
1944 г. — Институт Ленинградҡа ҡайта.
1963 й. — профиле киңәйеү менән бәйле институт яңы исем ала — С. М. Киров исемендәге Ленинград туҡыу һәм еңел сәнәғәт институты.
1980 й. — СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән институт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденыменән бүләкләнә.
1987 й. — институт хеҙмәткәрҙәре коллективы туҡыма электр монтажы эшләгәне һәм әйләнешкә индергәне өсөн Дәүләт премияһына лайыҡ була.
1992 й. — институт Санкт-Петербург дизайн һәм технология университеты уҡый[9].
1997 й. — Санкт-Петербург аяҡ кейеме колледжы университеттың структур бүлеге булып китә һәм Технология, идара итеү һәм моделләштереү колледжы тип атала.
2001 й. — Санкт-Петербург дизайн һәм технология университетында барлыҡҡа килгән Төньяҡ-Көнбайыш профессиональ педагогия институты булдырыла, Матбуғат институты университет структураһына Төньяҡ-Көнбайыш матбуғат институты булып инә.
2007 й. — университетҡа Кейем инженер мәктәбен ҡушалар (колледж)[10].
2015 й. — университетҡа Санкт-Петербург үҫемлек полимерҙары дәүләт технология университетын (хәҙер — Технология һәм энергетика юғары мәктәбе) ҡушалар, ошо ваҡыттан алып ул Санкт-Петербург дәүләт сәнәғәт технологиялары һәм дизайн университеты[11] тип атап йөрөтөлә башлай.
Институттың (университеттың) ректорҙары (директорҙары)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930—1934 Зеленский Александр Федорович.
1934—1937 Григорий Сергеевич Агапов.
1937—1950 Труевцев Николай Иванович.
1950—1970 Арефьев Гурий Иосифович.
1970—1988 Терещенко Леонид Яковлевич.
1988—2006 Виктор Егорович Романов, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре,СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, күп тапҡыр СССР чемпионы һәм рекордсыһы, 1960 йылда XVII олимпия уйындары һәм 1962 йылда велосипед спорты буйынса донъя беренселеге призеры. Әлеге ваҡытта — СПбГУПТД президенты.
2007 йылдан алып — Демидов Алексей Вячеславович, техник фәндәр докторы, профессор, фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты[12], И. П. Кулибин исемендәге орден һәм «Мәғ лүмәт йәмғиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» иҫтәлекле миҙал эйәһе, Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттары ректорҙары Советы Президиумы ағзаһы[13], Рәсәй инженер академияһының мөхбир ағзаһы[14]
Университет структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Институттары
- Графика дизайны институты
- Сәнғәт һәм дизайн институты
- Кейем дизайны институты
- Арауыҡ мөхите дизайны институты
- Текстиль һәм мода институты
- Ғәмәли сәнғәт институты
- Матбуғат һәм медиатехнологиялар юғары мәктәпбе
- Бизнес-коммуникациялар институты
- Иҡтисад һәм социаль технологиялар институты
- Төньяҡ-Көнбайыш профессиональ-педагогия институты
- Өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү төбәк институты
- Автоматлаштырыу һәм информацион технологиялар институты
- Ғәмәли химия һәм экология институты
- Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты
- Энергетика һәм технология юғары мәктәбе
- Колледждары
- Кейем инженер мәктәбе
-Технология, моделләштереү һәм идара итеү
- ВУЗ ара дин буйынса гуманитар белем биреү үҙәге
Нәшриәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Санкт-Петербург дәүләт сәнәғәт технологияһы һәм дизайн университеты нәшриәте ваҡытлы фәнни журналдар сығара: «Вестник Санкт-Петербургского государственного университета технологии и дизайна»[15] (1975); «Дизайн. Материалы. Технология» (2006 й. алып); «Известия вузов. Технология лёгкой промышленности»[16] (2008 й. алып) һәм йәштәр баҫмалары: «texСТИЛЬ» гәзите һәм студенттар журналы «СТИЛЬ-студент».
Рейтингы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Педагогия университеттарының Рәсәй 2020 рейтингы буйынса (рейтингҡа содержит высшие учебные заведения с педагогик йүнәлешле педагогик һөнәрҙәре булған уҡыу йорттары ла индерелгән)45-се урынды биләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ https://kgiop.gov.spb.ru/deyatelnost/uchet/list_objects/7881/
- ↑ Королёва, 2002
- ↑ Веллер, 2001
- ↑ Приказ Высшего совета народного хозяйства СССР № 1287 от 26.04.1930
- ↑ «В 30-х годах из Ивановского политехнического института выделяется Ивановский текстильный институт, из Ленинградского технологического института — Ленинградский текстильный институт (ныне Ленинградский институт текстильной и лёгкой промышленности имени С. М. Кирова)» — Известия высших учебных заведений: Технология лёгкой промышленности. — 1967. — (ныне+Ленинградский+институт &focus=searchwithinvolume&q=ныне+ С. 20
- ↑ Чепель А. Академия на Советском проспекте // Санкт-Петербургские ведомости. — 2019. — 18 окт.
- ↑ Архивный фонд музея СПГУТД.
- ↑ Под ред. В.Е. Романова. «Совет ректоров вузов Санкт-Петербурга. 40 лет». — СПб: ИПЦ СПГУТД, 2013. — С. 262—265. — 720 с. — ISBN 978-5-7937-0914-9.
- ↑ Юбилей инженерной школы одежды — колледжа СПГУТД (3 июль 2014).
- ↑ Технологии и дизайн «сольются воедино» с растительными полимерами 2015 йыл 2 апрель архивланған. // Газета СПб, 22.03.2015
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 27 февраля 2013 г. N 254-р .
- ↑ Официальный сайт региональной общественной организации «Совет ректоров вузов Санкт-Петербурга».
- ↑ Официальный сайт Российской инженерной академии .
- ↑ Вестник — Журнал Вестник СПбГУПТД
- ↑ ТЛП — Журнал ТЛП СПГУТД
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Веллер М. И. Легенды Невского проспекта. — СПб., М.: Нева; ОЛМА-пресс, 2001. — 383 с. — (Русский проект). — ISBN 5-7654-1588-1.
- Королёва О. Э. Метонимия как тип значения: семантическая характеристика и сферы употребления. — Обнинск: Институт муниципального управления, 2002. — 159 с.
- Прохоров М. М. Философия метафор экологической эпохи. — Н. Новгород: Изд-во Нижегород. унив., 1995. — 238 с.