Сапег һарайы (Львов)
Сапег һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1867 |
---|---|
Дәүләт |
Украина Австрия империяһы Австро-Венгрия |
Административ-территориаль берәмек | Львов |
Хужаһы | Сапеги[d] |
Мираҫ статусы | памятник архитектуры национального значения Украины[d] |
Сапег һарайы Викимилектә |
Сапе́г кенәздәре һарайы— Львов (Украина) ҡалаһында архитектура ҡомартҡыһы. Коперник, 40а адресы буйынса урынлашҡан.
1870 йылдарҙа кенәз Сапегтар өсөн архитектор Адольф Кун проекты буйынса XVIII быуаттың француз барокко стилендә төҙөлә. Бина ике ҡатлы, мезонин менән, төп күләме планында квадрат формаға эйә, уға дүртмөйөшлө флигель тоташа. Селтәрле тимер ҡапҡалар менән монументаль кәртә урам менән ихатаны айыра. Бинаның стеналары йомшаҡ пластика менән айырыла, уларҙы пилястраларҙың сығынтыһы, ҡат араһы бүлкәттәре һәм кәрниздәрҙе бүлгеләү төрлөләндерә
Үҙенә һарай төҙөүгә заказ биргән боронғо литва-рус нәҫеле Адам Сапег Галицияла тимер юл төҙөлөшөнөң иң ҙур бағыусыларының береһе була. Һарайҙы төҙөү Потоцкийҙар һарайын төҙөгән кеүек үк ҡыйбатҡа төшә.
Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында бомба арҡаһында емерелгән һарайҙың көнсығыш төкәтмәһе урынына 9-сы урта мәктәп төҙөйҙәр.
Бында оҙаҡ ваҡыт 9-сы мәктәп урынлаша. Реставрациянан һуң элекке Сапег һарайында тарих, мәҙәниәт һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса Львов өлкә һаҡлау йәмғиәте урынлаша.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Памятники градостроительства и архитектуры Украинской ССР. Киев: Будивельник, 1983—1986. Том 3, с. 14.