Сарагоса килешеүе
Сарагоса килешеүе (исп. Tratado de Zaragoza; порт. Tratado de Saragoça) — 1529 йылдың 22 апрелендә Сарагоса ҡалаһында Испания һәм Португалия тарафынан төҙөлгән килешеү. Бында ике диңгеҙ державаларҙың йоғонто сфералары араһында Көнсығыш ярымшарҙа демаркацион һыҙыҡ билдәләнә.
Сарагоса килешеүе 1494 йылда ошо ике дәүләт араһында төҙөлгән Тордесильяс килешеүенә өҫтәлмә булып хеҙмәт итә. Тордесильяс килешеүендә Көнбайыш ярымшарҙа сик билдәләнгән. Был ваҡытта Ер — шар икәнлеге аныҡ билдәле булмағас, ике илдең мәнфәғәт сфералары Тымыҡ океанда ҡаршылаша, шунлыҡтан бындала сиктәрҙе билдәләү кәрәк була.
Көнсығыш демаркацион һыҙығы булып Молукка утрауҙарынан көнсығышҡа табан 297,5 лига алыҫлыҡта урынлашҡан, көнсығыш киңлектең 145 градусы янындағы һыҙыҡ хеҙмәт итә. Килешеүгә ярашлы һыҙыҡ Мариан утрауҙары һәм Гуам утрауы (ул ваҡытта Санто-Томе һәм Лас Велас тип аталғандар) араһында үтергә тейеш була. Һыҙыҡтан көнсығышҡа табан урынлашҡан ерҙәр һәм диңгеҙҙәр Испанияға, ә көнбайышҡа табан урынлашҡан ерҙәр һәм диңгеҙҙәр Португалияға ҡараған. Бынан башҡа Сарагоса килешеүе Испанияның Португалияға Молукка архипелагын биләү хоҡуғын 350 мең дукатҡа һатыу тураһында килешеүҙе раҫлай.
Сарагоса килешеүе 1777 йылғы Сан-Ильдефонс килешеүе буйынса ғәмәлдән сыға[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сарагосский договор / В. А. Ведюшкин // Румыния — Сен-Жан-де-Люз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 410. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 29). — ISBN 978-5-85270-366-8.