Саукеле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саукеле
Рәсем
Барлыҡҡа килгән Ҡаҙаҡтар
 Саукеле Викимилектә
Саукелдә кәләш

Шаукүлә, Саукеле (ҡаҙ. сәукеле, ҡырғ. шөкүлө) — 70 сантиметр самаһы бейеклектә конус рәүешендәге ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡ баш кейеме, көмөш һәм алтын тәңкәләр, ынйы һәм мәрйендәр менән биҙәлгән, ҡаҙаҡтарҙа XIX быуат аҙағына тиклем булған боронғо баш кейемдәренең береһе[1].

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был туй баш кейемен кейәүгә сыҡҡандан һуң тик бер йыл тирәһе кейәләр, ә һуңынан ҙур байрамдарҙа ғына, йәғни дүрт йәки биш йыл дауамында ғына ҡулланалар. Кейәүгә сыҡҡандан һуң бер йыл үткәс, ҡатын-ҡыҙҙар ябайыраҡ, практик һәм уңайлы баш кейеме — «желек» кейә башлай. Бала тыуғандан һуң, йәш ҡатын баш кейеменең өсөнсө төрөнә— кеймәсеккә күсә . Ғәҙәттә, уны 25-45 йәштә кейәләр. Ул аҡ туҡыманан тегелә, йыш ҡына нағышлап сигелә[2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саукеле ике һүҙҙән: сау-шау (йәғни тотош, бөтәүле) һәм төрки халыҡтарҙа осраған күлә-келе (башня, түбә) һүҙҙәренән тора (ҡарағыҙ:Ҡыҙ күләһе).

Эшләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саукеле каркасын беше аҡ кейеҙҙән яһағандар, бәрхәт, ебәк, атлас йәки велюр менән тышлағандар. Ярлылар уны буҫтауҙан йәки сатиндан теккән, быяла муйынсаҡтар йәки сәйлән менән, байҙар затлы таштар, ынйы, мәрйен менән биҙәгән[3].

Саукеле суҡтар менән биҙәлгән, орнаменттар төрлө ваҡ алтын һәм көмөш тәңкәләрҙән һәм көмбәҙҙәрҙән торған, улар ҡиммәтле һәм ярым аҫыл таштар — аҡыҡ, фирүзә, аметист өсөн тирәс булып хеҙмәт иткән.

Саукеленең түбәһен һәр ваҡыт өкө ослап ҡуйған, уны өкө ҡауырыйҙарынан эшләгәндәр. Башлыҡтың ситтәрен шәшке, кеш йәки төлкө тиреһе менән биҙәгәндәр. Оҙон сулпы — жактауҙың һаны һәм оҙонлоғо кәләштең ата-әсәһенең хәллелегенә бәйле булған. Сулпылар мәрйендән, фирүзәнән, көмөш һәм алтынға ялатылған пластинкаларҙан, ынйынан, ебәк суҡтарҙан яһалырға мөмкин булған.

Шулай уҡ, сулпыларҙан тыш, өсмөйөш йәки сәскә тажы формаһында сикәлек — шекелик өҫтәлгән[4].

Саукеле өҫтөнән ебәк йәки бәрхәт яулыҡ ябылған.

Яулыҡ арҡаға етә алған, саукелаға шулай уҡ ҙур аҡ вуаль — желек беркетелгән.[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Казахский саукеле. Женский свадебный головной убор: от саков через тысячелетия к казахам. Дата обращения: 2 ғинуар 2018. Архивировано 3 ғинуар 2018 года.
  2. Казахская невеста в саукеле. Дата обращения: 2 ғинуар 2018. Архивировано из оригинала 3 ғинуар 2018 года. 2018 йыл 3 ғинуар архивланған.
  3. Саукеле — венец казахской невесты. Дата обращения: 2 ғинуар 2018. Архивировано 23 декабрь 2017 года.
  4. САУКЕЛЕ — НЕ ПРОСТОЙ ГОЛОВНОЙ УБОР. Дата обращения: 2 ғинуар 2018. Архивировано 3 ғинуар 2018 года.
  5. Традиционный наряд казахской невесты. Дата обращения: 2 ғинуар 2018. Архивировано 3 ғинуар 2018 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Андреева Р. П. Саукеле // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 322. — ISBN 5-86617-030-2.