Саул улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Саул улы
венг. Saul fia
Фильм постеры
Жанр

драма

Режиссёры

Ласло Немеш

Продюсеры

Габор Райна
Габор Шипош

Сценарий
авторы

Ласло Немеш
Клара Ройер

Төп
ролдәрҙә

Геза Рёриг

Операторы

Матьяш Эрдей

Композитор

Ласло Мелиш

Кинокомпания

Magyar Nemzeti Filmalap
Laokoon Film Arts
Laokoon Filmgroup

Оҙонлоғо

107 мин.

Ил

Венгрия Венгрия

Тел

венгр теле, идиш, немец теле, поляк теле, рус теле

Йыл

2015

IMDb

ID 3808342

«Саул улы»[1][2] йәки «Шауль улы»[3] (венг. Saul fia) — 2015 йылғы венгр фильм-драмаһы, ундағы ваҡиғалар 1944 йылда Освенцим концлагерында бара; режиссёр Ласло Немештың беренсе тулы метражлы фильмы. Төп ролдә һәүәҫкәр актёр Геза Рёриг төшкән.

Фильмдың премьераһы 2015 йылдың 15 майында Канн кинофестивалендә була, ул унда «Гран-при» яулай[4][5]. 2016 йылдың февралендә картина сит телдәге иң яҡшы фильм номинацияһында «Оскар» премияһына лайыҡ була[6](Венгриянан тәҡдим ителә[7], ул туғыҙ картинанан торған шорт-листҡа[8], ә һуңынан биш дәғүәсе араһына инә[9]).

Сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фильмдағы ваҡиғалар 1944 йылдың октябрендә Освенцим концлагерында (Аушвиц-Биркенау) бара. Саул Ауслендер (Геза Рёриг) зондеркомандаға — нацистарҙың газ камераларында кешеләр үлтереү, уларҙың кәүҙәләрен һәм кейем-һалымын яндырыу кеүек эш-йомоштарын башҡара торған тотҡон йәһүдтәр төркөмөнә инә. Саул нацист табибының газ камераһында иҫән ҡалған малайҙы үлтереүенең шаһиты була һәм ул малайҙы үҙ улы тип уйлай. Ул малайҙы йәһүд доғалары менән ерләргә кәрәк тип таба һәм бының өсөн раввин табырға тырыа. Тиҙҙән зондеркоманда ағзалары нацистарҙың бөтәһен дә юҡ итергә йыйыныуы тураһында белеп ҡала. Улар ҡасырға әҙерлек башлай. Саул да ошо эшкә йәлеп ителә. Тотҡондар концлагерҙан тышҡа сығыуға өлгәшә. Саул малайҙың мәйетен тоҡҡа һалып алып сыға[10][11][12][13][14].

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғлүмәттәр Канн кинофестивале өсөн әҙерләнгән буклеттағыға ярашлы килтерелде[15].

Премьераһы һәм күрһәтеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Саул улы» фильмының донъя премьераһы 2015 йылдың 15 майында Канн фестивалендә була[4].

Венгрияла ул 2015 йылдың 11 июнендә прокатҡа сыға[16].

2015 йылдың 18 декабрендә АҠШ-та сикләнгән прокаты башлана[17].

Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәнҡитселәр картинаны юғары баһалай. Rotten Tomatoes сайтында 87 тәнҡитсенең 96 проценты кинотаҫмаға ыңғай баһа бирә. Metacriticта фильм 39 рецензия нигеҙендә 89 % рейтинг ала[18]. На Metacritic фильм имеет рейтинг 89 % на основании 39 рецензий[19].

Британ кино тәнҡитсеһе Питер Брэдшоу фекеренсә, тәьҫир итеү көсө буйынса "Сауылдың улы"н Элем Климовтың «Иди и смотри» һәм Лайоша Кольтаиҙың «Без судьбы» фильмдары менән сағыштырырға мөмкин.

Наградалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Гран-при» Каннского кинофестиваля, Франция, май 2015
  • Приз «Бронзовая лягушка» фестиваля кинооператорского искусства «Камеримидж»[pl] (Матьяш Эрдей), Быдгощ, Польша, ноябрь 2015[20]
  • Премия Международного кинофестиваля в Стокгольме за лучшую режиссуру (Ласло Немеш), Швеция, ноябрь 2015[21]
  • Премия Национального совета кинокритиков США за лучший фильм на иностранном языке, декабрь 2015[22]
  • Премия «Золотой глобус» за лучший фильм на иностранном языке, США, январь 2016[23][24]
  • Премия «Оскар» за лучший фильм на иностранном языке, США, февраль 2016

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Стас Тыркин . Гоголь-центр.
  2. Ҡалып:Gogolcenter.com
  3. Вадим Рутковский Холокост изнутри, добрая еда и человек-лобстер: противоречия Каннского фестиваля (HTML). журнал «Сноб» — snob.ru. 24 февраль 2016 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 The 2015 Official Selection  (инг.) (HTML). Каннский кинофестиваль — www.festival-cannes.com. 18 декабрь 2015 тикшерелгән.
  5. Cannes 2015: Jacques Audiard's Dheepan wins the Palme d'Or - as it happened  (инг.) (HTML). The Guardian — www.theguardian.com (24 мая 2015). 18 декабрь 2015 тикшерелгән.
  6. Фильм об Освенциме «Сын Шауля» завоевал премию «Оскар»  (инг.) (HTML). newsru.co.il (2015-12-29). 29 декабрь 2015 тикшерелгән.
  7. Gregg Kilday How 'Son of Saul' Defied the Dangers of Re-Creating the Holocaust  (инг.) (HTML). The Holliwood Reporter — www.hollywoodreporter.com. 18 декабрь 2015 тикшерелгән.
  8. Oscars: Nine Films Advance in Foreign Language Film Race  (инг.) (HTML). Variety — variety.com (17 декабря 2015). 18 декабрь 2015 тикшерелгән.
  9. Oscar Nominations: The Complete List  (инг.) (HTML). The Holliwood Reporter — www.hollywoodreporter.com (14 января 2016). 14 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  10. «Сын Саула»: Кошмар почти не виден  (инг.) (HTML). КиноПоиск — www.kinopoisk.ru (13 июля 2015). 18 декабрь 2015 тикшерелгән.
  11. Валерий Кичин Иди и не смотри  (инг.) (HTML). Российская газета — www.rg.ru (15 мая 2015). 18 декабрь 2015 тикшерелгән.
  12. Олег Сулькин «Сын Саула»: Холокост на кончиках пальцев  (инг.) (HTML). Голос Америки — www.golos-ameriki.ru (17 декабря 2015). 18 декабрь 2015 тикшерелгән.
  13. Leo Barraclough Hungary Selects Cannes Grand Prix Winner ‘Son of Saul’ as Oscar Entry  (инг.) (HTML). Variety — variety.com (11 июня 2015). 18 декабрь 2015 тикшерелгән.
  14. Stephanie Zacharek Review: Holocaust Drama Son of Saul Is Rigorous, Demanding and Rewarding  (инг.) (HTML). Time — time.com (8 января 2016). 28 февраль 2016 тикшерелгән.
  15. Son of Saul — a film by László Nemes  (инг.) (PDF). Каннский кинофестиваль — www.festival-cannes.com. 19 декабрь 2015 тикшерелгән.
  16. Fabien Lemercier Son of Saul is the Hungarian Oscar candidate  (инг.) (HTML). cineuropa.org (11 июня 2015). 18 декабрь 2015 тикшерелгән.
  17. Son of Saul (2015)  (инг.) (HTML). www.movieinsider.com. 18 декабрь 2015 тикшерелгән.
  18. Son of Saul (2015)  (инг.). Rotten Tomatoes. 17 март 2016 тикшерелгән.
  19. Son of Saul: Reviews  (инг.). Metacritic. CBS Interactive. 17 март 2016 тикшерелгән.
  20. Carolyn Giardina.
  21. Stockholm Film Festival announces 2015 award winners (англ.
  22. Mad Max: Fury Road eyes Oscars run after victory at National Board of Review awards (англ.
  23. Nick Holdsworth.
  24. Драма «Выживший» получила «Золотой глобус» как лучший фильм. РБК (11 января 2016). Проверено 11 января 2016.
    Драма «Выживший» получила «Золотой глобус» как лучший фильм. РБК (11 января 2016). 11 ғинуар 2016 тикшерелгән.