Сауыҙ торалары
Сауыҙ торалары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Урын | Краснокама районы |
Сауыҙ торалары (рус. Саузовские стоянки) — Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Сауыҙ ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан неолит — энеолит дәүеренә ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торалар Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Сауыҙ ауылынан көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта Сауыҙ күле буйында урынлашҡандар.
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сауыҙ торалары 3 нығытылмаған тораманан ғибәрәт.
Беренсе — I — дөйөм майҙаны 4000 м², уның яҡынса 700 м² ере ҡаҙып тикшерелгән. Квадрат рәүешендә 5 ҡаралты табылған, майҙаны яҡынса 65 м², иҙәндә усаҡтары булған. Улар бурап эшләнгән, тип фараз ителә.
Балсыҡ һауыттар Яңы Ильин рәүешле: ҡалын тышлы, шамот һәм ҡом ҡушып эшләнгән, тешле мөһөр эҙҙәре менән биҙәлгән. Шулай уҡ Гарин мәҙәниәте:йоҡа тышлы, үҫемлек ҡалдыҡтары ҡушып эшләнгән һауыттарынан табылған.
Яу йә һунар ҡоралдары: кремний уҡ башаҡтары, бысаҡтар, бысаҡ йөҙҙәре, баҡыр һөңгөләр; эш ҡоралдары: кремнийтан эшләнгән арҡыры балталар, ҡырғыстар, баҡыр беҙ) табылған. Хайуан һөйәктәре лә килеп сыҡҡан.
Икенсе — II — 1000 м² ер ҡаҙып тикшерелгән. Усаҡтары, хужалыҡ соҡорҙары булған 3 яртылаш ер өй асыҡланған. Яу йә һунар ҡоралы: оҙонса, яҫы кремний уҡ башаҡтары, бысаҡтар; эш ҡоралдары: кремний ҡырғыстар, арҡыры балталартабылған. Бында ла хайуан һөйәктәре сыҡҡан.
Өсөнсө — III — 300 м² ере ҡаҙып тикшерелгән. Усаҡлы торлаҡ табылған. Ҡалын тышлы балсыҡ һауыттар тешле мөһөр менән биҙәлгән.
Тораны асыусылар һәм өйрәнеүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сауыҙ тораһы 1954 йылда археологтар И. К. Голунова һәм В. И. Забелина тарафынан асыла. 1955—56 йылдарҙа О. Н. Бадер , 1962—63 йылдарҙа Г. Н. Матюшин , 1980—81 йылдарҙа А. А. Выборнов, Г. Т. Обыдённова, М. Ф. Обыдённов өйрәнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сауыҙ торалары//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сауыҙ торалары//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Обыдённова Г. Т. Жилищный комплекс поселения Сауз I //Поселения и жилища древних племён Южного Урала. Уфа, 1983.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.