Эстәлеккә күсергә

Сауҙагәр Солодов тирмәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сауҙагәр Солодов тирмәне
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1870
Карта

Сауҙагәр Солодов тирмәнеДондағы Ростовта XIX быуаттың өсөнсө сирегендәге сәнәғәт архитектура ҡомартҡыһы, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Тирмән 1870 йылда төҙөлгән. Сатыр менән тамамланған ике ҡатлы бинанан ғибәрәт. Бинаның фасады ҡала өсөн хас булмаған псевдоготика һәм Ренессанс стилендә штукатурлап биҙәү ҡулланып башҡарылған. Бинаның архитектура-художество фасады беренсе ҡат йөҙө менән ойошторолған: унда аныҡ тәҙрә ҡапҡастары һәм юғары уйымдарҙың архивольттары урынлашҡан. Икенсе ҡатта сығынтылары менән кәрниздәре бар. Фасадттың уникаль үҙенсәлеге шулай уҡ икенсе ҡаттың елпеүес ҡиәфәттәге көмбәҙҙәр менән ситке уйымдар булыуында. Тирмән дан 80 ат көсөндәге бер пар машинаһы, 48 эшсе менән эшләп килгән, унда айына 300 мең ботҡа яҡын он әҙерләгәндәр. Һуңынан, 1875 йылда, тирмән Степан Иванович Иванов милегенә күскән. Әммә алдан иҫәп яҙмаларҙың булмауы арҡаһында тирмән 1885 йылда ғына телгә алына, ә был ваҡытта Солодов фамилиялы икенсе хужаға ҡарай[1].

  1. Админ. Мельница купца Солодова. voopiik-don.ru. Дата обращения: 18 ғинуар 2017.