Саян-Шушенск ҡурсаулығы
Саян-Шушенск ҡурсаулығы | |
Нигеҙләү датаһы | 17 март 1976 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d] |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Ойошма ағзаһы | Кеше һәм биосфера[d] |
Әһәмиәтле урын | Шушенское[d] |
Майҙан | 3903,68 км² |
Рәсми сайт | sayanzapoved.ru |
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО | unesco.org/mabdb/br/brdi… |
Саян-Шушенск ҡурсаулығы Викимилектә |
Саян-Шушенск дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы — Красноярск крайының көньяғындағы Йәнәсәй йылғаһының уң ярында, Көнбайыш Саян районында, Саян-Шушенск һыуһаҡлағысы зонаһында урынлашҡан ҡурсаулыҡ.
Майҙаны — 3904 км2.
Рельефы — таулы. Тауҙарҙың бейеклектәре 500- 2735 метрға тирәһендә тирбәлә.
Тәбиғәт берлектәренә һыуһаҡлағыстың йоғонтоһон өйрәнә.
Төп һаҡланыу объекты - ҡар барысы (ирбис). Ҡурсаулыҡтың хайуандар донъяһы бик ныҡ төрлө.
100-гә яҡыны Ҡыҙыл китапҡа ингән һирәк осрай һәм юҡҡа сығып барған төрҙәр булып тора
Ҡурсаулыҡтың күпселек өлөшөн урмандар биләй. Иң байлығы, ҡиммәте - себер кедры. Кедрлыҡтарҙың майҙаны 1000 км² -тан ашыу.
Был урмандар Алтай-Саян экотөбәге ҡурсаулыҡтары һәм милли парктары ассоциацияһы составына инә.
Ҡурсаулыҡтың барлыҡҡа килеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саян-Шушенск ГЭС-ы 1961 йылда проектҡа ингән, 1966 йылдан башлап төҙөлөш башланған, ә 1975 йылда Йәнәсәй йылғаһы быуыла.
Әммә 1967 йылда уҡ киләсәктә нимә буласағын һәм ысынында нимә булғанын өйрәнеү өсөн буласаҡ һыу һаҡлағысы зонаһында ҡурсаулыҡ ойоштороу кәрәклеге тураһында тәүге мәҡәләләр донъя күрә башлай.
1976 йылда ҡурсаулыҡ ойошторола. Уны ваҡытында булдырыу һөҙөмтәһендә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре артабан быуа аҫтында ҡала торған майҙандарҙан мғлүмә йыйып өлгөрә.
Һәр һыуһаҡлағыс — ул экосистемаға йөғонто яһаусы ҙур көсөргәнеш булып тора.
Бындай көсөргәнеш дәүмәле , әлбиттә, алдан иҫәпләнергә тейеш һәм алдан ниндәйҙер компенсация саралары ҡабул ителергә тейеш.
Был компенсация тирә-яҡ мөхиткә янаған зыянға тулыһынса ярашлы булырға, һыуһаҡлағыс килтергән зыян мөмкин тиклем кәметелергә тейеш.
Ҡурсаулыҡ баштан уҡ ГЭС төҙөлөшөндә компенсация сараларының береһе булараҡ ойошторолған.
Ойошторолған мәленән алып экосистеманы һаҡлап ҡалыу уның бурысы булып тора.
Был урындарҙың төпкөлдә булыуы арҡаһында ул йылдарҙа ҡурсаулыҡ биләмәһендә браконьерҙар ҙа, ағас әҙерләүселәр ҙә булмай.
Был урындарҙың майҙаны миллион гектар самаһы ерҙе алып тора. Әммә ҡурсаулыҡ төҙөүгә ҡаршы геологтар сығыш яһай. Сөнки бында табылған асбест ятҡылыҡтарын киләсәктә файҙаланыу планлаштырған булалалар. Шуға күрә ҡурсаулыҡ өсөн бары 400 мең гектар майҙан ғына рөхсәт ителә.
1978 йылдан алып бында бөтә аспекттар буйынса тикшеренеүҙәр башлана - үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, геология, ҡар япмаһы, һыу ятҡылыҡтары һәм башҡалар өйрәнелә.
1985 йылдан ҡурсаулыҡҡа биосфера статусы бирелә, йәғни уны ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара ҡурсаулыҡтары системаһына индерәләр.
Уның яңы статусы буйынса тикшеренеүҙәр комплекслы характер ала. Әгәр ҡәҙимге ҡурсаулыҡта азот, пестицидтар һәм башҡа ҡайһы бер күрһәткестәр теркәлмәһә, хәҙер, комплекслы мониторинг махсус станцияһы төҙөлгәндән һуң, тирә-яҡ мөхиттең бөтә параметрҙарын тиерлек күҙәтеү башланды. Даими нигеҙҙә үҫемлек япмаһы анализдары үткәрелгән, тикшереүгә ҡар өлгөләре алынған. Аҙаҡ Хакасияның һәм Новосибирскиҙың Гидрометүҙәк бүлексәләрендә был мәғлүмәттәр эшкәртелгән.
Һыуһаҡлағыстарҙы тултырыу осоронда биләмәнең торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыу һаҡлағыста һыу туплау барышында ғәмәлдәге ҡурсаулыҡ биләмәһенең 1,2 проценты һыу аҫтында ҡалған. Был һыу һаҡлағысты эшләгәндә йыл һайын яҙға сыҡҡан биләмә 40 метр тирәһе.
Тәүҙә һыу һаҡлағысты булдырыуҙан тәбиғәткә ябырылған көсөргәнеш иҫ киткес ҙур була.Яр һыҙығындағы барлыҡ тереклек юҡҡа сыҡҡан. Бындай режимға бурһыҡтар, төлкөләр бөтөнләй яраҡлаша алмаған. Һыу сите шундай үтә алмаҫлыҡ бысраҡҡа бата, хайуандар һыу эргәһенә килә ла алмаған тиерлек. Үҫемлектәр бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан.
Былар барыһы ла яҡынса 4-5 йыл дауам итә. Тәүгеләрҙән булып был урынды үҫемлектәр үҙләштерә. Хәҙер был яр һыҙыты йәшел оазис кеүек. Яҙ һайын шунда уҡ гөрләп тормош ҡайнай башлай. Өҫтәүенә бөтә ләм ултырмалары хәҙерге ваҡытта тотороҡланған. Ишелмә, шыуғын процестары тойолмай тиерлек. Хәҙер һыу баҫа торған биләмәләр йәнлектәр өсөн мал аҙығы базаһы.
Артабан нимә була.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүгеләрҙән булып йыртҡыстар, бигерәк тә бүреләр иң беренсе булып һәм тиҙ генә яраҡлаша. Тояҡлыларға яраҡлашыу өсөн 10-12 йыл кәрәк булып сыға. Хәҙер улар һыу һаҡлағысы барлыҡҡа килгәнгә тиклем эшләгән традицион күсеү (миграция) прроцестарын тергеҙә. Йәғни ғалимдарҙың һирәк иҫәпләнгәнтау кәзәләренең популяцияһы өҙөлөү ҡурҡынысы бар тип хәүефләнеүе юҡҡа сыға.
Һис шикһеҙ, ГЭС-тың барлыҡҡа килеүе менән тәбиғәт үҙгәрә. Климат йылыраҡ булып китә. Яр буйындағы үҫемлектәр донъяһы үҙгәрә. Ҡайһы бер үҫемлектәр һәм хайуандар юҡҡа сыға. Уның ҡарауы, кешенең хужалыҡ итеү менән бәйле төрҙәр киң тарала. Һыуһаҡлағыстың булыуы Йәнәсәйҙең туңмауына, уның ҡош-ҡорт өсөн ҡышлау урынына әйләнеүенә килтерә. Хәҙер Йәнәсәйҙә ун меңләп өйрәк ҡышлай ҡышлай.. Бынан тыш, гидрологик режим үҙгәрә, йәғни йыл һайын булып килгән килгән ташҡындар туҡтай.
Дымлылыҡ һәм климат йылытыуға бәйле вегетацион осор бер айға тиерлек арта. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре күҙәтеү ысулын файҙаланып, йыл әйләнәһендә бер урынды бер урындан фотоға төшөрөп бара. . Фотоһүрәттәрҙә был урындағы үҫемлектәр япмаһының хроник рәүештә үҙгәреүе асыҡ күренә. Ахыр сиктә экосистема бөтөнләй үҙгәрә.
Тауҙарҙың ҡоро дала битләүҙәре хәҙер ҡыҙыу рәүештә ағаслана бара. Һыу һаҡлағыста һыу күпкә таҙарған. Аналитиктар буйынса ул тәбиғи хәлдә эсәр һыу итеп ҡулланыла ала. Был күрһәткес буйынса ГЭС-тан түбәндә Йәнәсәйҙә балыҡ үрсетеү өсөн шарттар бик яҡшы булып тора.
Саян-Шушенск һыуһаҡлағысының криоген төрҙәр (элек өҫтөнлөк иткән төрҙәр) юҡҡа сыҡҡандар. Йәғни элек өҫтөнлөк иткән балыҡтарҙың төрҙәре: бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ, быйыт ( ленок) хәҙер юҡ. Ләкин ҡушылдыҡ йылғаларҙа бәрҙе һәм быйыттың һаны тулыһынса тергеҙелгән. Бары ҡыҙыл балыҡтың ғына селбәрәләре күп осраһа ла, өлкән балыҡтары әлегә һирәк күренә.
Уның ҡарауы балыҡтарҙың яңы төрҙәре барлыҡҡа күбәйә. Дөйөм биомассаны алғанда, хәҙер балыҡ запасы күбейгән. 2006 йылдан Саян-Шушенск һыуһаҡлағысы балыҡсылыҡ кәсебе хужалыҡтары исемлегенә индерелгән.
Ҡурсаулығын киңәйтеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1994 йылда Красноярск крайы хакимиәте ҡарары менән өҫтәмә һаҡ зона булдырыла —тағы 102 мең гектар ер ҡушыла.
Ҡурсаулыҡ биләмәһенә директор пропускы менән генә үтә алыу режимы индерелгән.
2000 йылға өҫтәп тағын 591 мең гектарға иҫәпләнгән биосфера полигоны проекты әҙерләнгән. Хакимиәт ҡарары һәм Дәүләт комитеты ҡарары менән биосфера полигон булдырылған.
Үҙенең статусы буйынса полигонға түбәндәгеләр инә::
- Туранан-тура ҡурсаулыҡ биләмәһе;
- Хужалыҡ алып барырға мөмкин булған күсеш зонаһы, әммә махсус пропуск буйынса;
- Кешенең тәбиғәт менән файҙаланыу төрҙәре үҫешкән хеҙмәттәшлек зонаһы, бында һунар промыслалары, ағас әҙерләү һәм башҡа хужалыҡ эштәре алып барыла.
Саян-Шушенск ГЭС-ың тәбиғәтте һаҡлау эштәрендәге өлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәү сиратта был эштә проблеманың төп сәбәпсеһе — "П. С. Непорожний исемендәге Саян -Шушенск ГЭС-ы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡатнаша һәм мониторинг өсөн киткән сығымдарҙы финанслай.
1994 йылдан 1997 йылға тиклемге илдә "үҙгәртеп ҡороу" менән бәйле тарҡалыш булған осорҙа, ҡурсаулыҡтың бөтә коммуналь сығымдарының яртыһын Сәйәси-Шушенск ГЭС-ы, ә икенсе яртыһын Минусинск йылылыҡ электр үҙәге үҙенә алған.
1993 йылда "СШГЭС-тың йоғонтоһо зонаһында мониторинг тикшереүе программаһы" исеме аҫтында документ әҙерләнә.
Ҡар барыҫтары популяцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта Саян-Шушенск биосфера ҡурсаулығында ун ике ҡар барысы йәшәй (ирбис).Һуңғы бер нисә йылда ирбистарҙың һаны тотороҡланды.
Топографик картаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лист карты N-46-136 р Ала-аян. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1975 год. Издание 1986 г.
- Лист карты M-46-4 гора Хорум-таскыл. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1984 год. Издание 1993 г.
Шулай уҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саян-Шушенск һыуһаҡлағысы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киң мәғлүмәт саралары журналистарының Саян-Шушенск тәбиғи биосфера ҡурсаулығы директоры А. Ғ. Рассолов менән пресс-конференцияһы , 14.11.200
- Саян-Шушенск тәбиғи биосфера ҡурсаулығы "Рәсәй һаҡланған тәбиғәт биләмәһе" сайтында
- " Саян-Шушенск " дәүләт ҡурсаулығының рәсми сайты sayanzapoved.ru