Саған (Һикеяҙ ҡушылдығы)
Саған | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | ҡыҫҡа йылғасыҡ км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республика |
Саған[1]' — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[2] Салауат районы биләмәләрендә аға. Йылға Әй ҡушылдығы Һикеяҙ йылғаһына ҡоя. Ҡыҫҡа йылға.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Саған йылғаһының атамаһы, уның башындағы иреш сыҡҡан урында саған ағастары күп үҫеү менән бәйле тип фаразларға була. Был ҡоро ер биләмәһен дә халыҡ Саған тип йөрөтә.
Ошо ерҙә төйәкләнгән Түбәләҫ ырыуы ҙур Табын ҡәбиләһе Ҡыуаҡан тармағының бер өлөшө. Ғалимдар раҫлауы буйынса, риүәйәт материалдары ла ата-бабаларҙың Таулы Алтай яғынан килеүҙәренә күрһәтә. Һәм унда ла Чаған (беҙҙеңсә, Саған) йылғаһы бар.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Һикеяҙ, йылға бассейны — Әй[3]. Салауат районында урынлашҡан Башташ тауҙарынан, ер аҫтынан баш ала. Башҡорт Илсекәйе (Башташ) ауылының көньяғынан аға. Башҡорт Илсекәйе янында Һикеяҙ йылғаһына һул ярҙан ҡушыла. Унан үрҙәрәк Һабвйылға, Ҡарайылға ҡушыла. Ауыл халҡы Саған үренән эсәр һыу ала. Быуа бар ине.
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[3]
Йылға тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башташ тау һырттарына ҡараған Ҡомлотауҙан (гора Песчаная), көньяҡтан төньяҡҡа табан аҡҡан Һикеяҙ йылғаһына Сатра тип йөрөтөлгән урында ҡоя.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С.218. ISBN 5-295-30192-6
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Һикияҙ .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- naurale.com/items/2075/Сикияз#.XjWAcG5uLIU Салауат районы биләмәһендәге Һикияҙ йылғаһы
- Һикеяҙ, Әйҙең һул ҡушылдығы
- Таулы Алтайҙағы Чаған йылғаһы