Эстәлеккә күсергә

Герасименко Светлана Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Светлана Герасименко битенән йүнәлтелде)
Герасименко Светлана Ивановна
укр. Світлана Іванівна Герасименко
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Тажикстан
Тыуған көнө 23 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (79 йәш)
Тыуған урыны Барышевка[d], Киев өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө астроном
Эшмәкәрлек төрө астрономия
Уҡыу йорто физический факультет Киевского национального университета имени Тараса Шевченко[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре кандидаты[d]
 Герасименко Светлана Ивановна Викимилектә

Герасименко Светлана Ивановна (23 февраль 1945 йыл) — СССР һәм Тажикстан астрономы, Чурюмов-Герасименко кометаһын асыусы.

Светлана Ивановна Герасименко 1945 йылдың 23 февралендә Киев өлкәһенең Барышевка ҡасабаһында (Украина) уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған[2] . 1968 йылда Киев университетының астрономия кафедраһын тамамлаған, һуңынан аспирантураға уҡырға ингән. 1969 йылдың сентябрь айында Украинаның НАН Төп астрономия обсерваторияһының хеҙмәткәре Клим Чурюмов менән бергә илле сантиметрлы телескоптан кометаларҙы күҙәтеү өсөн Алма-Атаға экспедицияға сыға.1969 йылдың 11 — 12 сентябрь төнөндә, Комас-Сола кометаһын күҙәткән саҡта, улар кометаның фотоһын эшләгәндәр һәм фотола был комета янында тағы ла бер яңы кометаны күргәндәр. Уға кометаны асыусыларҙың исеме- Чурюмов-Герасименко кометаһы тигән исем — бирелгән.

1973 йылда Светлана Герасименко Тажикстандың астрофизика институты саҡырыуы буйынса Дүшәнбегә күсеп килгән. Хәҙер ошо институттың фәнни хеҙмәткәре булып эшләй һәм кометаларҙы тикшереүҙәр менән булыша.

2004 йылдың 2 мартында Светлана Герасименко Клим Чурюмов менән бергә, Франция Гвинеяһының Куру космодромына барып, «Розетта» планета-ара зондын Чурюмов-Герасименко кометаһына ебәреүҙә ҡатнаша. Зонд кометаға 2014 йылдың ноябрендә барып еткән, 12 ноябрь унан "Филы"ултыртыу модуле айырылып киткән ул 7 сәғәт дауамында кометаға яҡынайған һәм 18:33…20:33 сәғәттә(мск ваҡыты менән) тарихта беренсе тапҡыр кометаға (ике тапҡыр төшөп ҡарап, кире һикереп) төшөп ултырған.

Светлана Герасименко исеме шулай уҡ 1982 йылда Николай Черных асҡан астероидҡа № 3945[3] бирелгән.